Йермеяһ 45 - Изге ЯҙмаАлланың Барухҡа вәғәҙәһе 1 Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим Йошияһ улы хакимлығының дүртенсе йылында Йермеяһ пәйғәмбәр әйтеп торған һүҙҙәрҙе Нерияһ улы Барух төргәк китапҡа яҙып ҡуйғандан һуң, Йермеяһ пәйғәмбәр уға әйтте: 2 – Эй Барух, Исраил Аллаһы Раббы һиңә былай ти: 3 «Хәсрәт төштө башыма! – тип зарланаһың. – Сөнки Раббы, әрнеүемә өҫтәп, ҡайғы бирҙе. Ыңғырашып хәлдән тайҙым, тынғылыҡ тапмайым», – тиһең. 4 Шуға күрә Раббы һиңә былай тип әйтергә бойора: «Бына, Үҙем төҙөгәнде Үҙем емерермен, Үҙем ултыртҡанды Үҙем йолҡоп ырғытырмын. Бөтә ерҙә лә шулай булыр. 5 Ә һин үҙең өсөн артыҡ күпте һорайһың. Һорама! Сөнки бөтә йән эйәләренә һәләкәт ебәрәсәкмен, – тип белдерә Раббы. – Әммә һин ҡайҙа ғына барһаң да, йәнеңде һаҡлап ҡалырмын, ғүмерең үҙеңә яумал булыр». |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia