Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Йермеяһ 43 - Изге Яҙма


Йермеяһтың Мысырға алып кителеүе

1 Йермеяһ Аллалары Раббының әйткәндәрен, уның уҙе аша белгерткән һүҙҙәрен бөтә халыҡҡа һөйләп биргәс,

2 Һошағъяһ улы Ғазаръяһ, Ҡареах улы Йоханан һәм башҡа тәкәббер әҙәмдәр уға: – Ялған һөйләйһең! – тине. – Аллабыҙ Раббы һине: «Мысырға бармағыҙ, унда төйәкләнмәгеҙ», – тип әйтергә ебәрмәгән.

3 Нерияһ улы Барух, беҙҙе үлтерһендәр йәки Бабилға һөргөнгә алып китһендәр өсөн халдейҙарға тотторорға теләп, һине беҙгә ҡаршы ҡоторта.

4 Шулай итеп, Ҡареах улы Йоханан, бөтә хәрби түрәләр һәм халыҡ Раббының Йәһүҙәлә ҡалырға бойороуын тыңламаны.

5 Ҡареах улы Йоханан һәм хәрби түрәләр, төрлө илдәргә һибелеп йәшәгән һәм үҙ илдәре Йәһүҙәлә йәшәргә тип кире ҡайтҡан тере ҡалған йәһүҙиҙәрҙе,

6 нөгәрҙәр башлығы Невузарадан Шафандан тыуған Ахиҡамдың улы Гедалъяһ ҡарамағына ҡалдырған ирҙәрҙе, ҡатындарҙы, балаларҙы, батша ҡыҙҙарын, шулай уҡ Йермеяһ пәйғәмбәрҙе, Нерияһ улы Барухты алып,

7 Раббының һүҙен тыңламайынса, Мысырға юлланды һәм Тахпанхесҡа барып етте.

8 Тахпанхеста Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды:

9 – Ҙур-ҙур таштар ал да йәһүҙиҙәрҙең күҙ алдында фирғәүендең Тахпанхестағы һарайына ингән ерҙә түшәлгән балсыҡ аҫтына йәшер.

10 Шунан уларға әйт: «Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: „Бына, Мин Бабил батшаһы ҡолом Навуходоносорҙы бында алып киләм. Уның тәхетен йәшерелгән ошо таштар өҫтөнә ҡуям. Ошонда ул үҙенең күркәм сатырын ҡорор.

11 Ул килеп Мысыр илен тар-мар итер: Кемгә үлемесле ауырыу яҙған – шул үлемгә, Кемгә әсирлек яҙған – шул һөргөнгә, Кемгә ҡылыс яҙған – шул ҡылысҡа дусар булыр.

12 Мин Мысыр илаһтарының ҡорамдарына ут һаласаҡмын. Навуходоносор уларҙы яндырасаҡ, боттарын үҙе менән алып китәсәк. Бетен сүпләп сапанын таҙартҡан көтөүсе һымаҡ, ул да Мысыр ерен шулай таҙартасаҡ һәм имен-аман сығып китәсәк.

13 Ул Мысыр ерендәге Ҡояш йортона урынлаштырылған табыныу бағаналарын емерер, Мысыр илаһтарының ҡорамдарын яндырыр“».

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan