Йермеяһ 42 - Изге Яҙма1 Барлыҡ хәрби түрәләр, Ҡареах улы Йоханан, Һошағъяһ улы Язанъяһ һәм ябай халыҡтан алып затлыһына тиклем бөтә халыҡ килеп 2 Йермеяһ пәйғәмбәргә былай тине: – Зинһар өсөн ялынысыбыҙҙы тыңла! Беҙҙең өсөн – иҫән ҡалған ошо халыҡ өсөн – Аллаң Раббыға доға ҡыл. Үҙең күреп тораһың, ни тиклем күп инек, аҙ ғына тороп ҡалдыҡ. 3 Аллаң Раббы беҙгә ҡайһы юлдан китергә, нимә эшләргә кәрәклеген белдерһен ине. 4 Йермеяһ пәйғәмбәр уларға: – Үтенесегеҙҙе ишеттем, – тине. – Аллағыҙ Раббыға һеҙ һорағанса доға ҡылырмын. Раббының әйткәнен һеҙгә белдерермен, бер һүҙен дә йәшереп ҡалдырмам. 5 Улар иһә Йермеяһҡа: – Раббы һине беҙгә нимә менән ебәрһә лә, теүәл үтәрбеҙ. Быға Раббы Үҙе ышаныслы һәм ғәҙел шаһит булһын, – тинеләр. – 6 Беҙ һине Аллабыҙ Раббыға күндерәбеҙ һәм Уның әйткәндәрен, беҙҙең өсөн яҡшы буламы ул, насар буламы, тайпылышһыҙ үтәрбеҙ. Сөнки Аллабыҙ Раббының әйткәндәрен тыңлаһаҡ, беҙҙең өсөн барыһы ла һәйбәт булыр. 7 Ун көн үткәс, Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды. 8 Йермеяһ Ҡареах улы Йохананды, уның менән булған барлыҡ хәрби түрәләрҙе, ябайынан алып затлыһына тиклем бөтә халыҡты саҡырып алды. 9 Уларға былай тине: – Үтенесегеҙҙе белдерер өсөн мине янына күндергән Исраил Аллаһы Раббы былай ти: 10 «Әгәр был илдә ҡалһағыҙ, һеҙҙе бында нығытырмын, ә емермәм, тамырландырырмын, ә йолҡмам, сөнки һеҙгә ебәргән афәт өсөн үкенәм. 11 Һеҙ әле Бабил батшаһынан ҡурҡаһығыҙ. Тик һеҙ унан ҡурҡмағыҙ, – тип белдерә Раббы. – Сөнки Мин һеҙҙең менәнмен, һеҙҙе азат итеп, уның ҡулынан ҡотҡарырмын. 12 Мин һеҙгә рәхимле булырмын, һәм ул, һеҙҙе ҡыҙғанып, үҙ ерегеҙгә кире ҡайтарыр. 13 Әгәр ҙә инде: „Был илдә йәшәргә теләмәйбеҙ, – тип Аллағыҙ Раббының һүҙенә буйһонмаһағыҙ, – 14 юҡ, беҙ Мысырға барабыҙ. Унда һуғыш күрмәйәсәкбеҙ, борғо тауышын ишетмәйәсәкбеҙ, асыҡмаясаҡбыҙ, шунда йәшәйәсәкбеҙ“, – тиһәгеҙ, 15 Раббы һүҙен тыңлағыҙ, эй Йәһүҙәнең иҫән ҡалған халҡы! Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: „Әгәр ҙә һеҙ ҡәтғи рәүештә Мысыр яғына боролһағыҙ, шунда йәшәргә китһәгеҙ, 16 һеҙ өрккән ҡылыс унда, Мысыр ерендә, артығыҙҙан ҡыуып етәсәк! Һеҙ ҡурҡҡан аслыҡ унда, Мысырҙа, эҙәрләйәсәк, шунда үләсәкһегеҙ. 17 Мысырға барырға һәм шунда йәшәргә тип йөҙ борған бөтәһе лә ҡылыстан, аслыҡтан һәм ҡырғындан үлер. Бер кем дә тере ҡалмаҫ, Мин уларға ебәргән бәләнән ҡотола алмаҫ“». 18 Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә асыуым менән ярһыуым нисек түгелгән булһа, Мысырға барғас, һеҙгә лә ажарым шулай түңкәреләсәк. Һеҙ ләғнәт һәм дәһшәт, ҡарғыш һәм мәсхәрәгә ҡаласаҡһығыҙ һәм был ерҙе башҡа күрә алмаҫһығыҙ». 19 Эй Йәһүҙәнең иҫән ҡалғандары! Раббы һеҙгә: «Мысырға бармағыҙ!» – тип әйтте. Бөгөн һеҙҙе киҫәткәнемде ныҡлап белеп ҡуйығыҙ. 20 Һеҙ бик ҙур хата яһайһығыҙ: «Аллабыҙ Раббыға беҙҙең турала доға ҡыл, Уның әйткәндәрен белдер. Беҙ барыһын да Ул ҡушҡанса эшләрбеҙ», – тип мине Аллағыҙ Раббыға ебәргәйнегеҙ. 21 Аллағыҙ Раббының миңә әйткән бөтә һүҙҙәрен бөгөн һеҙгә әйттем, әммә һеҙ Уның минең аша бөтә еткергәндәрен тыңламанығыҙ. 22 Шулай итеп, белегеҙ: барып төйәкләнергә теләгән ерҙә һеҙ ҡылыстан, аслыҡтан һәм ҡырғындан үләсәкһегеҙ! |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia