Йермеяһ 40 - Изге ЯҙмаЙермеяһтың Йәһүҙәлә ҡалырға ҡарар итеүе 1 Нөгәрҙәр башлығы Невузарадан Йермеяһты Рамала азат иткәндән һуң, Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды. Невузарадан уны Бабилға һөргөнгә ҡыуылған Йәрүсәлим һәм Йәһүҙә әсирҙәре араһында бығауланған килеш барған сағында табып алғайны. 2 Нөгәрҙәр башлығы, Йермеяһты ситкәрәк алып китеп, былай тине: – Һинең Аллаң Раббы был урынға ошо һәләкәтте ебәрәсәген киҫәткәйне. 3 Инде әйткәнен эшләне, һәләкәт юлланы, сөнки һеҙ Раббыға ҡаршы гонаһ ҡылдығыҙ, уның әйткәндәрен тыңламанығыҙ, шуға күрә ошо бәлә-ҡазаға юлыҡтығыҙ. 4 Бөгөн һине ҡулыңдағы бығауҙарҙан азат итәм. Әгәр минең менән Бабилға барғың килһә, бар, һинең хаҡта ҡайғыртырмын. Әммә минең менән Бабилға барғың килмәһә, ҡал. Бына, бөтә ер алдыңда ята, ҡайҙа теләйһең, ҡайҙа дөрөҫ тип һанайһың, шунда бар. 5 Әгәр ҙә ҡалһаң, Шафандан тыуған Ахиҡамдың улы Гедалъяһҡа ҡайт һәм уның янында халыҡ араһында йәшә. Бабил батшаһы уны Йәһүҙә ҡалаларына идарасы итеп ҡуйҙы. Йәки ҡайҙа теләйһең, шунда кит, – тине. Нөгәрҙәр башлығы Йермеяһҡа аҙыҡ-түлек һәм бүләктәр биреп ебәрҙе. 6 Йермеяһ Миспаға Ахиҡам улы Гедалъяһҡа барҙы һәм уның янында илдә ҡалған халыҡ араһында йәшәй башланы. Гедалъяһтың үлтерелеүе 7 Кешеләре менән ҡырҙа ҡасып ятҡан хәрби түрәләр, Бабил батшаһының Ахиҡам улы Гедалъяһты илгә идарасы итеп ҡуйыуы, Бабилға оҙатылмаған ярлы-ябаға ирҙәрҙе, ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәм балаларҙы уның ҡарамағына тапшырыуы тураһында ишеткәс, 8 Миспаға Гедалъяһҡа килделәр. Улар – Неҫанъяһ улы Исмәғил, Ҡареах улдары Йоханан менән Йонаҫан, Танхумәҫ улы Сераяһ, Нетофанан Ғефайҙың улдары, атаһы Мағаханан булған Язанъяһ үҙҙәренең кешеләре менән ине. 9 Шафандан тыуған Ахиҡамдың улы Гедалъяһ уларға һәм уларҙың кешеләренә ант итеп: – Халдейҙарға хеҙмәт итеүҙән ҡурҡмағыҙ, – тине. – Илдә ҡалып, Бабил батшаһына хеҙмәт итегеҙ, һәм һеҙгә яҡшы булыр. 10 Беҙгә килгән халдейҙар алдында вәкилегеҙ булыр өсөн мин Миспала ҡалам. Ә һеҙ йәйге емештәр йыйығыҙ, шарап, зәйтүн майы әҙерләп, һауыттарға һалып ҡуйығыҙ, үҙегеҙ биләгән ҡалаларҙа йәшәгеҙ. 11 Шулай уҡ Моавта, Ғаммонда, Эдомда һәм башҡа илдәрҙә булған йәһүҙиҙәр Бабил батшаһы халыҡтың бер өлөшөн илдә ҡалдырғаны һәм Шафандан тыуған Ахиҡамдың улы Гедалъяһты уларға идарасы итеп ҡуйғаны тураһында ишетте. 12 Улар, үҙҙәре ҡасып киткән ерҙәрҙән кире ҡайтып, Йәһүҙәгә Гедалъяһ янына Миспаға килделәр, мул итеп шарап һәм йәйге емештәр тупланылар. 13 Ул арала Ҡареах улы Йоханан һәм ҡырҙа булған хәрби түрәләр ҙә Миспаға Гедалъяһ янына килеп: 14 – Ғаммон батшаһы Бағалистың һинең йәнеңде ҡыйыр өсөн Неҫанъяһ улы Исмәғилде ебәргәнен беләһеңме? – тинеләр. Әммә Ахиҡам улы Гедалъяһ уларға ышанманы. 15 Шул саҡ Ҡареах улы Йоханан Миспала йәшертен генә Гедалъяһ менән һөйләште: – Рөхсәт ит, барып, Неҫанъяһ улы Исмәғилде үлтерәйем, – тине. – Был хаҡта бер кем дә белмәҫ! Ни өсөн уның һине үлтереүенә юл ҡуйырға? Юғиһә һинең яныңа йыйылған бөтә йәһүҙиҙәр таралып бөтөр, Йәһүҙәлә ҡалғандар һәләк булыр. 16 Әммә Ахиҡам улы Гедалъяһ Ҡареах улы Йохананға: – Улай эшләмә! Исмәғил тураһында әйткәнең ялған, – тине. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia