Йермеяһ 4 - Изге Яҙма1 «Әгәр кире ҡайтһаң, эй Исраил, – тип белдерә Раббы, – Әгәр Миңә кире ҡайтһаң, Ерәнгес боттарыңды хозурымдан алып бырғаһаң, Башҡаса аҙашып йөрөмәһәң, 2 Ихлас, ғәҙел һәм тоғро рәүештә „Тере Раббы шаһит!“ тип ант итһәң, Шул сағында ҡәүемдәр Минең фатихамды алырҙар, Минең менән маҡтанырҙар». 3 Раббы Йәһүҙә һәм Йәрүсәлим халҡына былай ти: «Сиҙәм ерҙәр күтәрегеҙ, Сәнскәктәр араһына орлоҡ сәсмәгеҙ. 4 Үҙегеҙҙе Мин Раббыға бағышлағыҙ, Йөрәгегеҙҙе сөннәткә ултыртығыҙ, Эй Йәһүҙә халҡы һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәр! Юҡһа ҡылған яуызлыҡтарығыҙ арҡаһында Асыуым ут һымаҡ тоҡаныр, Һис кем һүндерә алмаҫлыҡ булып дөрләр». Төньяҡтан килгән һәләкәт 5 «Йәһүҙәлә иғлан итегеҙ, Йәрүсәлимдә белдерегеҙ, әйтегеҙ: „Бөтөн илдә мөгөҙ борғо ҡысҡыртығыҙ!“ „Йыйылығыҙ! – тип оран һалығыҙ. – Нығытмалы ҡалаларға ҡасайыҡ!“ 6 Сионға барған юлға билдә ҡуйығыҙ! Тормағыҙ, тиҙерәк ҡасып ҡотолоғоҙ! Сөнки Мин төньяҡтан бәлә, Дәһшәтле һәләкәт ебәрәм». 7 Ана, шырлыҡтан сыҡҡан арыҫлан һымаҡ Халыҡтарҙы һәләк итеүсе юлға сыҡты. Ереңде бушлыҡҡа әйләндерер өсөн Ятҡан урынынан ҡуҙғалды ул. Ҡалаларың емерелер, кешеһеҙ ҡалыр. 8 Шуға күрә ҡыл туҡыма уранығыҙ, Илағыҙ, һыҡтағыҙ; Сөнки Раббының дөрләп янған асыуы Беҙҙе ситләп үтмәне. 9 «Ул көндө, – тип белдерә Раббы, – Батшаның да, түрәләрҙең дә йөрәге ҡалтырар; Ҡаһиндарҙың ҡото осор, пәйғәмбәрҙәр дәһшәткә төшөр». 10 Шунда мин: – Эй Раббы Хаким! Был халыҡты һәм Йәрүсәлимде: «Һеҙгә тыныслыҡ булыр», – тип алданыңмы ни? Ҡылыс боғаҙыбыҙға терәлде бит, – тинем. 11 Ул ваҡытта был халыҡҡа һәм Йәрүсәлимгә Раббы былай тип әйтер: – Сүлдәге яланғас ҡалҡыулыҡтарҙан бисара халҡым яғына көйҙөргөс ел иҫә, әммә ашлыҡты елгәреп сүптән таҙартыу өсөн түгел. 12 Минән килгән был ел ифрат көслө булыр. Инде был халыҡҡа Үҙ хөкөмөмдө әйтермен. 13 Бына дошман болот һымаҡ күтәрелә, Яу арбалары ғәрәсәт кеүек килә; Аттары бөркөттән етеҙерәк. Ҡайғы беҙгә! Һәләк булдыҡ! 14 «Эй Йәрүсәлим, ҡотолор өсөн, Күңелеңдән яуызлыҡты йыуып ташла. Ҡасанғаса булмышыңда боҙоҡ ниәтте һаҡларһың? 15 Дан ҡалаһынан һөрән яңғырай, Әфраим тауҙарынан һәләкәт тураһында хәбәр килә. 16 Ҡәүемдәргә белдерегеҙ, Йәрүсәлимгә иғлан итегеҙ: „Алыҫ илдән ҡамаусылар килә, Йәһүҙә ҡалаларына ҡаршы Уларҙың яу ораны яңғырай!“ 17 Баҫыу ҡарауылсылары һымаҡ Улар Йәрүсәлимде уратып алды. Сөнки был ҡала Миңә ҡаршы баш күтәрҙе! – тип белдерә Раббы. – 18 Тотҡан юлың, ҡылған ғәмәлдәрең арҡаһында Башыңа төштө былар барыһы ла. Ниндәй әрнеткес был язаң! Йөрәгеңә үтеп инә». Йермеяһтың үҙ халҡы өсөн һыҙланыуы 19 Эскенәйем яна! Йәнем әрней. Ғазап талай йөрәгемде! Өнһөҙ ҡала алмайым мин, Дошмандың борғо тауышын, Яу ауазын ишетеп, күңелем тетрәнә. 20 Һәләкәт артынан һәләкәт ябырыла; Таланды ил, ҡалды харабаға. Көтмәгәндә сатырҙарым емерелде, Уның шаршауҙары юҡҡа сыҡты. 21 Ҡасанға тиклем күрермен яу әләмен? Ҡасанғаса борғо тауышы ҡолағымда яңғырар? 22 «Халҡым алйот, – ти Раббы. – Ул Мине танымай. Аңһыҙ балалар һымаҡ аҡылдары юҡ. Яманлыҡҡа баштары шәп эшләй, Яҡшылыҡ ҡылырға белмәй». 23 Мин ергә ҡараным: Ана ул, рәүешһеҙ, буп-буш; Күккә баҡтым – унда ла яҡтылыҡ юҡ. 24 Тауҙарға төбәлдем – улар ҡалтырай, Бөтә ҡалҡыулыҡтар дер һелкенә. 25 Тирә-яғыма ҡараным, кеше әҫәре күренмәй, Хатта күктәге ҡоштар ҙа осоп киткән. 26 Ҡараным, сәскә атҡан ер сүлгә әйләнгән, Ундағы бөтә ҡалалар хараба булған Раббы ҡаршыһында, Уның утлы асыу-ярһыуы алдында. 27 Раббы былай ти: «Бөтә ил бушлыҡҡа әйләнер, Әммә бөтөнләй юҡ булыуына юл ҡуймам! 28 Шуға күрә ер йәшкә күмелер, Юғарыла күктәр ҡарайыр. Сөнки Мин әйттем һәм ҡарар иттем, Фекеремдән кире ҡайтмам, Ҡарарымды үҙгәртмәм. 29 Һыбайлы һәм уҡсылар аҡырышыуынан Ҡалаларҙың барлыҡ халҡы ҡаса, Улар урман шырлыҡтарына йүгерә, Ҡаяларға үрмәләй. Бөтә ҡалалар ташландыҡ ҡалды – Уларҙа һис кем йәшәмәй». 30 Эй һин, харабаға әйләнгән ҡала! Ут ҡыҙылдан кейенһәң дә, Алтын биҙәүестәр тағып, Күҙ-ҡашыңа һөрмә тартып Матурланыуыңдан фәтүә юҡ. Уйнаштарың һинән ваз кистеләр, Улар йәнеңде ҡыйырға теләй. 31 Ана, кемдер тулғаҡ тотҡан ҡатындай ҡысҡыра, Тәүге бәпесенән бушана алмаған ҡатын һымаҡ ыңғыраша. Сион-ҡыҙ интегеп ҡулын һуҙа: «Ҡайғы миңә! Йәлләттәремдең алдында Һис бер тәҡәтем ҡалманы!» |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia