Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Йермеяһ 39 - Изге Яҙма


Йәрүсәлимдең дошман ҡулына ҡалыуы

1 Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ хакимлығының туғыҙынсы йылында, унынсы айҙа Бабил батшаһы Навуходоносор, бөтә ғәскәре менән Йәрүсәлимгә килеп, ҡаланы ҡамауға алды.

2 Сидкияһ хакимлығының ун беренсе йылында, дүртенсе айҙың туғыҙынсы көнөндә дошман ҡаланың диуарында ярыҡ яһаны.

3 Ҡала ҡулға төшөрөлгәс, Бабил батшаһының бөтә түрәләре, эскә инеп, Урта ҡапҡа янында урынлашты. Улар араһында Симмагирҙан Нергал-сар-эцер, һарай хеҙмәтселәре башлығы Неву-сар-сехим, юғары дәрәжәле баш түрә Нергал-сар-эцер һәм Бабил батшаһының башҡа түрәләре бар ине.

4 Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ һәм уның яугирҙәре уларҙы күреп ҡастылар, төндә ҡаланан, батшаның баҡсаһы аша үтеп, ике диуар араһындағы ҡапҡанан сыҡтылар ҙа Ғарава юлынан киттеләр.

5 Халдейҙар ғәскәре уларҙың арттарынан төштө. Улар Сидкияһты, Йерихо тигеҙлегендә ҡыуып етеп, Хамаҫ ерендәге Ривлаға, Бабил батшаһына алып килделәр. Шунда Навуходоносор уға хөкөм сығарҙы.

6 Бабил батшаһы Ривлала Сидкияһтың күҙ алдында уның улдарын, Йәһүҙәнең барлыҡ дәрәжәле кешеләрен сәнсеп үлтерҙе.

7 Шунан Сидкияһтың күҙен һуҡырайтты һәм Бабилға алып китер өсөн баҡыр бығау кейҙерҙе.

8 Халдейҙар батша һарайын һәм халыҡтың йорттарын яндырҙы, Йәрүсәлимдең диуарҙарын емерҙе.

9 Ҡалала тере ҡалған халыҡты, халдейҙар яғына сыҡҡан кешеләрҙе – иҫән ҡалған барыһын да нөгәрҙәр башлығы Невузарадан, әсиргә алып, Бабилға алып китте.

10 Бер нәмәһе лә булмаған фәҡирҙәрҙең ҡайһы берҙәрен Невузарадан Йәһүҙәлә ҡалдырҙы, уларға йөҙөм баҡсалары, баҫыуҙар бирҙе.


Йермеяһтың иреккә сығарылыуы

11 Йермеяһ тураһында Бабил батшаһы Навуходоносор нөгәрҙәр башлығы Невузараданға шундай әмер бирҙе:

12 – Уны үҙ хәстәреңә ал, яҡшы ҡара, бер ниндәй ҙә насарлыҡ ҡылма. Үҙе нисек әйтһә, шулай эшлә.

13 Нөгәрҙәр башлығы Невузарадан, һарай хеҙмәтселәре башлығы Невушазбан, юғары дәрәжәле баш түрә Нергал-сар-эцер һәм Бабил батшаһының башҡа түрәләре,

14 кеше ебәреп, Йермеяһты һаҡсылар ихатаһынан килтерттеләр. Шафандан тыуған Ахиҡамдың улы Гедалъяһҡа уны өйөнә оҙатып ҡуйырға ҡуштылар. Шулай итеп, Йермеяһ халыҡ араһында ҡалды.

15 Әле һаҡсылар ихатаһында тотҡонда ятҡан сағында уҡ Йермеяһҡа Раббы һүҙе булғайны:

16 – Бар, Куш кешеһе Ғәвәд-Мәләхкә әйт, «Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: „Бына, был ҡала тураһында әйткән һүҙҙәремде ғәмәлгә ашырам, уға яҡшылыҡ түгел, яманлыҡ килтерәм. Көнө еткәс, һин быларҙы үҙ күҙҙәрең менән күрерһең.

17 Әммә ул көндө һине ҡотҡарырмын, – тип белдерә Раббы. – Ҡурҡҡан кешеләреңдең ҡулына эләкмәҫһең.

18 Мин һине мотлаҡ ҡотҡарасаҡмын, һәм ҡылыстан үткәрелмәҫһең, йәнең үҙеңә яумал булыр, сөнки һин Миңә ышандың“, – тип белдерә Раббы».

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan