Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Йермеяһ 34 - Изге Яҙма


Сидкияһ батшаны киҫәтеү

1 Бабил батшаһы Навуходоносор үҙенең бөтә ғәскәре, хакимлығы аҫтындағы бөтә батшалыҡтар һәм халыҡтар Йәрүсәлимгә һәм уның тирәһендәге ҡалаларға ҡаршы һуғышҡан саҡта, Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды.

2 – Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Бар, Йәһүҙә батшаһы Сидкияһҡа әйт, Раббы былай ти: „Был ҡаланы Бабил батшаһы ҡулына бирәм, ул ҡалаға ут төртөр.

3 Һин дә, Сидкияһ, унан ҡасып ҡотола алмаҫһың, мотлаҡ тотолорһоң һәм уның ҡулына эләгерһең. Бабил батшаһы менән күҙмә-күҙ осрашырһың, ул һинең менән йөҙгә-йөҙ һөйләшер. Шунан һине Бабилға алып китерҙәр.

4 Шулай ҙа, эй Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ, Раббы һүҙен ишет! Раббы һинең турала былай ти: һин ҡылыстан үлмәйәсәкһең,

5 донъянан тыныс ҡына китерһең. Ата-бабаларың, һинән алда булған батшаларҙы дәфен ҡылғанда нисек хуш еҫ төтәтһәләр, һинең хөрмәтеңә лә шулай төтәтерҙәр, ‘Эй хакимыбыҙ!’ – тип һыҡтарҙар. Мин әйтәм быны“», – тип белдерә Раббы.

6 Йермеяһ пәйғәмбәр бөтә был һүҙҙәрҙе Йәрүсәлимдә Йәһүҙә батшаһы Сидкияһҡа һөйләп бирҙе.

7 Был ваҡытта Бабил батшаһының ғәскәре Йәрүсәлимгә һәм Йәһүҙәнең бирелмәй ҡалған ҡалалары Лахиш менән Ғазыҡаға ҡаршы һуғыша ине. Йәһүҙәнең нығытмалы ҡалаларынан бары улар ғына тороп ҡалғайны.


Ҡолдар тураһындағы килешеүҙең боҙолоуы

8 Сидкияһ батша Йәрүсәлимдәге бөтә халыҡ менән ҡолдарҙы иреккә сығарыу тураһында килешеү төҙөгәндән һуң, Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды.

9 Был килешеү буйынса һәр кем ғивриҙәрҙән булған ир һәм ҡатын ҡолдарын азат итергә, йәһүҙи ҡәрҙәшен ҡол итеп тотмаҫҡа тейеш ине.

10 Был килешеүҙе төҙөшкән бөтә түрәләр һәм халыҡ ир һәм ҡатын ҡолдарҙы азат итергә, бынан һуң уларҙы ҡоллоҡта тотмаҫҡа риза булды һәм иреккә ебәрҙе.

11 Әммә һуңынан, кире уйлап, азат иткән ир һәм ҡатын ҡолдарын ҡабат ҡайтарҙылар һәм ҡолға әйләндерҙеләр.

12 Шунда Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды:

13 – Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Мин ата-бабаларығыҙҙы Мысырҙан, ҡоллоҡ йортонан, сығарған саҡта улар менән килешеү төҙөп әйттем:

14 „Үҙен һиңә һатып, алты йыл хеҙмәт иткән ғиври ҡәрҙәшеңде һәр етенсе йыл азат ит; һиңә алты йыл эшләгәс, уны иреккә ебәр“, – тинем. Әммә ата-бабаларығыҙ Мине тыңламаны, ҡолаҡ һалманы.

15 Әле тәүбәгә килдегеҙ һәм Минең күҙемдә дөрөҫ булғанды эшләнегеҙ: һәр берегеҙ ҡәрҙәшегеҙгә азатлыҡ иғлан иттегеҙ һәм хозурымда, Минең исемемә бағышланған йортта килешеү төҙөнөгөҙ.

16 Ләкин һуңынан кире уйланығыҙ һәм Минең исемемде хурлыҡҡа ҡалдырҙығыҙ. Күңелдәре ҡайҙа теләй, шунда ебәреп азат иткән ир һәм ҡатын ҡолдарығыҙҙы кире алып, үҙегеҙгә ҡабаттан ҡол булырға мәжбүр иттегеҙ.

17 Шуға күрә Раббы былай ти: „Һеҙ Мине тыңламанығыҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә һәм яҡындарығыҙға ирек бирмәнегеҙ. Инде хәҙер Мин һеҙгә ирек бирәм, – ти Раббы, – ҡылыстан, үләттән һәм аслыҡтан һәләк булыу ирке бирәм. Һеҙҙе донъялағы бөтә батшалыҡтарға ҡурҡыу һалып тороусы өлгө итәсәкмен.

18 Килешеүҙе боҙған, башмаҡты икегә бүлеп һәм киҫәктәре араһынан үтеп, Минең хозурымда антлашҡан, әммә килешеү шарттарын тотмаған был әҙәмдәрҙе Мин уртаға ҡырҡылған башмаҡ хәленә төшөрәм.

19 Йәһүҙә һәм Йәрүсәлим түрәләрен, һарай әһелдәрен, ҡаһиндарҙы, уртаға ҡырҡылған башмаҡ араһынан үткән бөтә ил халҡын – барыһын да язалайым,

20 уларҙың йәндәрен көҫәгән дошмандары ҡулына бирәм. Мәйеттәре һауалағы ҡоштарға һәм ерҙәге йәнлектәргә емтек булыр.

21 Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ менән уның түрәләрен йәндәрен көҫәгән дошмандары ҡулына, сигенгән Бабил батшаһы ғәскәренә тапшырам.

22 Бына, Мин, бойороҡ биреп, уларҙы был ҡалаға кире килтерәм, – тип белдерә Раббы. – Улар ҡалаға һөжүм итер, баҫып алыр, ут төртөр. Йәһүҙә ҡалаларын бер кем дә йәшәмәгән бушлыҡҡа әйләндерәм“».

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan