Йермеяһ 31 - Изге ЯҙмаИсраил халҡының үҙ иленә ҡайтасағы 1 – Шул ваҡытта, – тип белдерә Раббы, – Мин Исраилдың бөтә ырыуҙарының Аллаһы булырмын, ә улар Минең халҡым булыр. 2 Раббы былай ти: «Ҡылыстан иҫән ҡалған Исраил халҡы Сүлдә мәрхәмәтемде ҡаҙанды. Мин Исраилды рәхәткә сығарырмын». 3 Раббы миңә алыҫтан күренеп былай тине: «Мин һине яратам, Исраил, Минең һөйөүем мәңгелек, Шуға күрә һиңә тоғро булып ҡалам. 4 Һине ҡабаттан төҙөрмөн, Һин яңынан төҙөлөрһөң, ғиффәтле ҡыҙ Исраил! Йәнә дөңгөрөңдө ҡулыңа алырһың, Ҡыуанып бейеүселәргә ҡушылырһың. 5 Самария тауҙарында тағы Йөҙөм баҡсалары ултыртырһың. Уларҙы үҫтергән баҡсасылар Емешен дә үҙҙәре ашап кинәнер. 6 Шундай көн килер: Әфраим таулығында һаҡсылар: „Тороғоҙ, әйҙә, Сионға менәйек, Үҙебеҙҙең Аллабыҙ Раббыға барайыҡ!“ – тип ҡысҡырыр». 7 Раббы былай ти: «Яҡуп өсөн ҡыуанып йырлағыҙ! Ҡәүемдәрҙең башлығын данлағыҙ, Уға маҡтау яуҙырығыҙ! „Йә Раббы, ҡотҡар Үҙ халҡыңды – Исраилдың иҫән ҡалғандарын!“ – тип әйтегеҙ. 8 Бына, Мин уларҙы төньяҡтағы илдән килтерермен; Ерҙең иң алыҫ сиктәренән йыйып алырмын. Араларында һуҡыры, аҡһағы, Йөклөһө лә, тулғаҡ тотҡаны ла булыр – Барыһы оло бер йыйын булып ҡайтыр. 9 Улар илай-илай атлар, Мин йыуата-йыуата әйҙәрмен. Ағын һыу буйынан йөрөтөрмөн, Тура юлдан етәкләрмен, һөрөнмәҫтәр; Сөнки Мин Исраилға атаймын, Әфраим – Минең баш балам». 10 Эй ҡәүемдәр, Раббы һүҙен ишетегеҙ, Алыҫтағы яр буйҙарына иғлан итегеҙ, Әйтегеҙ: «Исраилды кем таратҡан булһа, Шул Үҙе ҡабаттан йыйып алыр; Малын ҡурсалаған көтөүсе һымаҡ һаҡлар». 11 Сөнки Раббы Яҡупты йолоп алды, Унан көслөрәк булғандың ҡулынан ҡотҡарҙы. 12 «Улар Сион тауында шатланып йырлар, Раббының йомартлығына – Ашлыҡ, шарап, зәйтүн майы муллығына, Малдарының күплегенә Ҡыуаныстан йөҙҙәре балҡып торор: Тормоштары һыуға туйынған баҡсалай булыр, Улар башҡа һис ҡасан да ҡайғы күрмәҫ. 13 Еткән ҡыҙҙар бейеп күңел асыр, Егеттәр һәм ҡарттар уйнап-көлөр. Мин уларҙың хәсрәтен ҡыуанысҡа әйләндерермен, Йыуатып, ҡайғы урынына шатлыҡ бирермен. 14 Ҡаһиндарҙы затлы ризыҡ менән туйҙырырмын, Халҡым йомартлығыма ҡәнәғәт булыр», – тип белдерә Раббы. 15 Раббы былай ти: «Рама ҡалаһында тауыш – Иңрәү, аяныслы һыҡтау ишетелә! Балалары өсөн Рәхилә илай был, Һис кемдең йыуатҡанын теләмәй, Сөнки балалары юҡтар инде». 16 Раббы былай ти: «Тыйыл һыҡтауыңдан, Күҙеңдәге йәштәреңде ҡорот; Тырышлығыңа күрә әжере булыр, – тип белдерә Раббы. – Балаларың дошман еренән ҡайтып килә. 17 Киләсәгеңдә өмөт бар, – тип белдерә Раббы. – Балаларың үҙ иленә ҡайтыр. 18 Әфраимдың хәсрәтләнгәнен ишетәм: „Еккегә өйрәтелмәгән башмаҡ һымаҡ инем, Һин миңә һабаҡ бирҙең – мин аҡылға ултырҙым. Ҡайтарһаңсы – мин ҡайтайым, Һин – Раббы, минең Алламһың. 19 Юлымдан тайпылғайным, тәүбәгә килдем, Эйе, аңлағас, ҡайғыға ҡалдым. Йәш сағымда ҡылғаным арҡаһында Оятҡа баттым, хур булдым“. 20 Әфраим ҡәҙерле улым түгелме ни? Ғәзиз балам түгелме ни ул? Уны бик йыш әрләһәм дә, Бер ҡасан да онотмайым, Шуға уның өсөн йөрәк һыҙлай. Мин уға рәхим-шәфҡәтемде күрһәтмәй буламмы?» – тип белдерә Раббы. 21 Үҙең өсөн юлға билдәләр ҡуй, Йүнәлеш күрһәтеүсе бағаналар ултырт. Барған юлыңды иҫеңдә ҡалдыр, Кире ҡайт, ғиффәтле ҡыҙ Исраил, Үҙеңдең ҡалаларыңа ҡайт. 22 Эй юлдан яҙған ҡыҙ, Ҡасанғаса ҡаңғырып йөрөрһөң? Раббы донъяла яңы бер нәмә бар ҡылды: Ҡатын ирҙе эҙләйәсәк. 23 Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: – Мин уларға элекке мул, имен тормоштарын кире ҡайтарғас, Йәһүҙә ерендә һәм уның ҡалаларында йәнә ошолай тип һөйләрҙәр: «Раббы һиңә фатихаһын бирһен, Эй ғәҙеллек төйәге, изге тау!» 24 Был ерҙә Йәһүҙә менән уның ҡалалары йәшәр, Игенселәр һәм малдары менән гиҙгән көтөүселәр көн итер. 25 Мин арығандарға һыу бирермен, Талсыҡҡандарҙы ашатырмын. 26 Шул саҡ мин уянып киттем дә тирә-яғыма ҡараным, төшөм шундай татлы ине. 27 – Бына шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – Мин Исраил менән Йәһүҙәне кешеләр һәм мал-тыуар менән тултырырмын. 28 Элек Мин был халыҡты тамырынан йолҡоп алыр, емереп ташлар, юҡҡа сығарыр, һәләк итер һәм бәләгә төшөрөр өсөн күҙәткән булһам, инде төҙөгәндә һәм тамырландырғанда ла уларҙан күҙемде алмам, – тип белдерә Раббы. – 29 Ул көндәрҙә: «Аталары бешмәгән йөҙөм ашаны, Балаларының теше ҡамашты», – тип әйтмәҫтәр. 30 Һәр кем үҙе ҡылған гонаһ өсөн үҙе үлем язаһы алыр – кем бешмәгән йөҙөм ашаған, шуның теше ҡамашыр. Яңы килешеү 31 – Бына, шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – Исраил һәм Йәһүҙә халҡы менән яңы килешеү төҙөрмөн. 32 Был килешеү Мин уларҙың ата-бабаларын Мысырҙан етәкләп алып сыҡҡан саҡта төҙөгән килешеү кеүек булмаҫ. Мин уларҙың ире һымаҡ булһам да, ул килешеүемде боҙҙолар, – тип белдерә Раббы. – 33 Мин ул көндәрҙән һуң Исраил халҡы менән төҙөйәсәк килешеү былай булыр, – тип белдерә Раббы, – ҡанунымды уларҙың зиһендәренә һалырмын, йөрәктәренә яҙып ҡуйырмын. Мин – уларҙың Аллаһы, улар Минең халҡым булыр. 34 Унан һуң бер кем дә үҙенең яҡынын һәм туғанын: «Раббыны танып бел!» – тип өйрәтмәҫ. Барыһы ла, олоһонан алып кесеһенә тиклем, Мине үҙҙәре танып белер, – ти Раббы, – сөнки енәйәттәрен ғәфү итермен, гонаһтарын башҡаса иҫемә төшөрмәм. 35 Көндө балҡытырға ҡояш биргән, Төндө нурлаһындар өсөн Ай менән йондоҙҙарға ҡағиҙә ҡуйған, Тулҡындарҙы үкертеп, диңгеҙҙе дауыллатҡан Раббы – Исеме Күк ғәскәрҙәре Раббыһы булған былай ти: 36 «Әгәр тәбиғәттәге был тәртип боҙолһа, – тип белдерә Раббы, – Бары шунда ғына Исраил тоҡомо мәңгелеккә Минең ҡәүемем булыуҙан туҡтар». 37 Раббы былай ти: «Юғарыла күкте үлсәп булһа, Аҫта ерҙең нигеҙҙәре өйрәнеп бөтөлһә, Шул саҡта ғына бөтә ҡылғандары өсөн Мин Исраил тоҡомонан ваз кисермен», – тип белдерә Раббы. 38 – Бына, шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – Йәрүсәлим ҡалаһы Хананил манараһынан башлап Мөйөш ҡапҡаһына тиклем Минең өсөн яңынан төҙөлөр. 39 Үлсәү һыҙығы артабан Гарев ҡалҡыулығынан үтеп Гоғаға табан боролор. 40 Үләкһәләр һәм көл ташлана торған үҙән, Ҡидрон ағымынан алып көнсығыштан Ат ҡапҡаһының мөйөшөнә тиклем йәйрәп ятҡан ҡырҙар – барыһы ла Раббы өсөн изге урын булыр. Ҡала башҡа бер ваҡытта ла емерелмәҫ, тар-мар ителмәҫ. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia