Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Йермеяһ 27 - Изге Яҙма


Бабил батшаһының ҡамыты

1 Йәһүҙәлә Сидкияһ Йошияһ улы батшалыҡ итә башлаған көндәрҙә Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды.

2 Раббы миңә былай тине: – Үҙеңә ҡайыштары менән ҡалып яһап ал да муйыныңа кей.

3 Шунан Йәрүсәлимгә Йәһүҙә батшаһы Сидкияһҡа килгән илселәр аша Эдом, Моав, Ғаммон, Тир, Сидон батшаларына ла берәр ҡалып ебәр.

4 Илселәргә бойор, улар үҙҙәренең хакимдарына ошо хәбәрҙе еткерһен: Исраилдың Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Хужаларығыҙға әйтегеҙ,

5 ерҙе лә, унда йәшәгән кешеләр менән йәнлектәрҙе лә бөйөк көсөм, ҡөҙрәтле ҡулым менән Мин яраттым. Уны Үҙем хуш күргән кешегә бирәм.

6 Инде бөтә был ерҙәрҙе Мин Үҙемдең ҡолом Бабил батшаһы Навуходоносорға тапшырам. Хатта ҡырҙағы йәнлектәрҙе лә уның ихтыярына бирәм, әйҙә, уға хеҙмәт итһендәр.

7 Был илдең сәғәте һуҡҡанға тиклем бөтә ҡәүемдәр уға, уның улына һәм ейәненә хеҙмәт итер. Һуңынан уның үҙен дә, ерен дә башҡа ҙур ҡәүемдәр һәм бөйөк батшалар буйһондорор.

8 Берәй ҡәүем йәки батшалыҡ, Бабил батшаһы Навуходоносорға хеҙмәт итеп, муйынына Бабил батшаһының ҡалыбын кеймәһә, был ҡәүемде уның ҡулы менән ҡырып бөтөргәнгә тиклем ҡылыс, аслыҡ һәм ҡырғын менән язалайым, – тип белдерә Раббы. –

9 „Бабил батшаһына ҡол булмаясаҡһығыҙ“, – тигән пәйғәмбәрҙәрегеҙҙе, күрәҙәселәрегеҙҙе, төш юраусыларығыҙҙы, сихырсыларығыҙҙы, фалсыларығыҙҙы тыңламағыҙ!

10 Улар һеҙгә ялған пәйғәмбәрлек итә. Әгәр уларға ҡолаҡ һалһағыҙ, Мин һеҙҙе ерегеҙҙән ҡыуып ебәрермен – һеҙҙе алыҫҡа алып китерҙәр, һәм һеҙ һәләк булырһығыҙ.

11 Муйынына Бабил батшаһының ҡалыбын кейгән һәм уға хеҙмәт иткән ҡәүемде үҙ ерендә ҡалдырам, – тип белдерә Раббы. – Ул шул ерҙе эшкәртер, шунда йәшәр».

12 Йәһүҙә батшаһы Сидкияһҡа ла ошо һүҙҙәрҙе еткерҙем: – Муйындарығыҙҙы Бабил батшаһы ҡалыбы аҫтына ҡуйығыҙ. Уға һәм халҡына хеҙмәт итегеҙ, шул саҡта иҫән ҡалырһығыҙ, – тинем. –

13 Раббы, Бабил батшаһына хеҙмәт итмәгән һәр ҡәүем ҡылыстан, аслыҡтан һәм ҡырғындан үләсәк, тип киҫәтте бит. Ни өсөн һиңә һәм халҡыңа һәләк булырға?

14 «Бабил батшаһына ҡол булмаясаҡһығыҙ», – тигән пәйғәмбәрҙәрҙе тыңламағыҙ, сөнки улар ялған һөйләй.

15 «Уларҙы Мин ебәрмәнем, – тип белдерә Раббы. – Уларҙың һеҙгә Минең исемемдән пәйғәмбәрлек итеп һөйләгәндәре ялған. Әгәр уларҙы тыңлаһағыҙ, Мин һеҙҙе лә, пәйғәмбәрлек ҡылыусыларҙы ла ҡыуып ебәрермен һәм барығыҙ ҙа һәләк булырһығыҙ».

16 Шунан мин ҡаһиндарға ла, бөтә халыҡҡа ла әйттем: – Раббы былай ти: «Оҙаҡламай Раббы йортоноң әйберҙәре Бабилдан кире ҡайтарыласаҡ», – тип һөйләгән пәйғәмбәрҙәрегеҙҙе тыңламағыҙ. Улар һеҙгә ялған пәйғәмбәрлек итә, – ти Раббы. –

17 Тыңламағыҙ уларҙы. Бабил батшаһына хеҙмәт итегеҙ ҙә йәшәгеҙ. Ниңә был ҡаланы харабаға әйләндерергә?

18 Әгәр улар пәйғәмбәр икән, уларҙа Раббы һүҙе бар икән, Күк ғәскәрҙәре Раббыһынан Раббы йортонда, Йәһүҙә батшаһының һарайында һәм Йәрүсәлимдә ҡалған әйберҙәрҙең Бабилға алып кителмәүен юллаһындар.

19-20 Бабил батшаһы Навуходоносор Йәһүҙә батшаһы Йехонъяһ Йеһояҡим улын һәм Йәһүҙә менән Йәрүсәлимдең түрәләрен Йәрүсәлимдән Бабилға һөргән ваҡытта алып китмәгән бағаналар, баҡыр диңгеҙ, таяуҙар һәм башҡа әйберҙәр тураһында Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти.

21 Раббы йортонда, Йәһүҙә батшаһы һарайында, Йәрүсәлимдә ҡалған әйберҙәр тураһында былай ти Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы:

22 «Уларҙы Бабилға алып китерҙәр, һәм Мин хәстәрлек күргәнгә тиклем улар шунда ҡалыр. Мәле еткәс, Мин уларҙы алып сығып, ҡабат ошонда ҡайтарырмын», – тип белдерә Раббы.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan