Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Йермеяһ 26 - Изге Яҙма


Йермеяһҡа үлем янауы

1 Йәһүҙәлә Йеһояҡим Йошияһ улы батшалыҡ итә башлаған көндәрҙә Раббынан Йермеяһҡа ошондай һүҙ булды:

2 – Раббы былай ти: «Раббы йортоноң ихатаһына баҫ та Йәһүҙә ҡалаларынан бында ғибәҙәт ҡылырға килеүселәрҙең барыһына ла Мин һиңә әйтергә ҡушҡандарҙы еткер, бер һүҙен дә кәметмә!

3 Бәлки, улар ҡолаҡ һалырҙар ҙа яман юлдарынан кире ҡайтырҙар. Ул сағында Мин дә уларҙың яуыз ғәмәлдәре өсөн бирергә ниәтләгән ҡазаны ебәреүҙән тыйылырмын.

4 Уларға әйт, Раббы былай ти: „Әгәр ҙә Мине тыңламаһағыҙ, Мин һеҙгә биргән ҡанун буйынса йәшәмәһәгеҙ,

5 һеҙгә бер-бер артлы ебәреп торған ҡолдарым пәйғәмбәрҙәрҙең әйткәндәренә быға тиклемге кеүек ҡолаҡ һалмаһағыҙ,

6 Шило ҡалаһына нимә эшләһәм, был йортҡа ла шуны ҡылырмын, был ҡаланы ерҙәге барса ҡәүемдәрҙең ләғнәтенә дусар итермен“».

7 Ҡаһиндар, пәйғәмбәрҙәр һәм бөтә халыҡ Йермеяһтың Раббы йортонда һөйләгән был һүҙҙәрен ишетте.

8 Йермеяһ Раббының халыҡҡа һөйләргә бойорғандарын әйтеп биргәс, ҡаһиндар, пәйғәмбәрҙәр һәм ундағы барса халыҡ уға ташланып: – Үлтерегеҙ уны! – тип ҡысҡыра башланы. –

9 Ни өсөн һин, был йорт Шило кеүек буласаҡ, был ҡала ла бер кешеһеҙ, буп-буш ҡаласаҡ тип, Раббы исеменән пәйғәмбәрлек итәһең? Раббы йортонда булған бөтә халыҡ Йермеяһты уратып алды.

10 Был турала ишеткән Йәһүҙә түрәләре, батша һарайынан Раббы йортона килеп, Раббы йортоноң Яңы ҡапҡаһына ингән ерҙә урындарына ултырҙы.

11 Ҡаһиндар менән пәйғәмбәрҙәр түрәләргә һәм бөтә халыҡҡа: – Был кеше үлем язаһына лайыҡ, уның был ҡалаға ҡаршы пәйғәмбәрлек иткәнен үҙ ҡолағығыҙ менән ишеттегеҙ, – тинеләр.

12 Йермеяһ түрәләргә һәм халыҡҡа: – Ошо йортҡа һәм ошо ҡалаға ҡаршы һеҙ ишеткән бөтә пәйғәмбәрлек һүҙҙәрен әйтергә мине Раббы ебәрҙе, – тине. –

13 Әгәр һеҙ, яҡшылыҡ юлына баҫып, игелекле ғәмәлдәр ҡылһағыҙ, Аллағыҙ Раббының әйткәндәренә ҡолаҡ һалһағыҙ, Раббы ниәтенән ҡайтыр, һеҙгә иғлан иткән һәләкәтте ебәрмәҫ.

14 Миңә килгәндә инде, бына, ихтыярығыҙҙамын. Нисек яҡшы тип табаһығыҙ, нисек дөрөҫ һанайһығыҙ, шуны эшләгеҙ.

15 Тик шуны белегеҙ: әгәр ҙә мине үлтерһәгеҙ, һеҙ ҙә, был ҡала ла, унда йәшәүсе кешеләр ҙә гонаһһыҙ ҡанды ҡойоуҙа ғәйепле буласаҡ. Сөнки бөтә ошо һүҙҙәрҙе ҡолағығыҙға төшөрөр өсөн мине ысынлап та һеҙгә Раббы Үҙе ебәрҙе.

16 Бынан һуң түрәләр менән халыҡ ҡаһиндарға һәм пәйғәмбәрҙәргә: – Был кеше үлем язаһына лайыҡ түгел, сөнки ул беҙгә Аллабыҙ Раббы исеменән һөйләне, – тинеләр.

17 Илдең аҡһаҡалдарының ҡайһы берәүҙәре, тороп, халыҡ йыйынына былай тине:

18 – Йәһүҙә батшаһы Хизкияһ заманында Морешеҫтан Миха пәйғәмбәрлек итә торғайны. Ул Йәһүҙә халҡына: «Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: „Сион баҫыу һымаҡ һөрөләсәк, Йәрүсәлим таш өйөмөнә әйләнәсәк, Ҡорам тауын урман ҡаплаясаҡ“», – тип һөйләгәйне.

19 Йәһүҙә батшаһы Хизкияһ йәки Йәһүҙә халҡынан берәйһе пәйғәмбәрҙе үлтергәнме ни? Киреһенсә, батша, Раббынан ҡурҡып, Унан мәрхәмәт ялбарған. Раббы, ниәтенән кире ҡайтып, уларға белдергән һәләкәтте ебәреүҙән баш тартҡан. Ә беҙ үҙебеҙгә үҙебеҙ ҙур һәләкәт килтерергә торабыҙ!

20 Раббы исеменән пәйғәмбәрлек иткән Шемағъяһ улы Урияһ тигән йәнә бер кеше булды. Ул сығышы менән Ҡыръяҫ-Еғаримдан ине. Ул да, Йермеяһ әйткәнсә һөйләп, был ҡалаға һәм илгә ҡаршы пәйғәмбәрлек итте.

21 Йеһояҡим батша һәм уның ғәскәр башлыҡтары, түрәләре Урияһтың һүҙҙәрен ишеткәс, батша уны үлтерергә ниәтләне. Был турала белгәс, Урияһ ҡурҡыуға ҡалды һәм Мысырға ҡасып китте.

22 Шул саҡ Йеһояҡим батша кешеләре менән Әлнаҫан Ғахбор улын Мысырға ебәрҙе.

23 Урияһты, Мысырҙан алып ҡайтып, Йеһояҡим батшаға килтерҙеләр. Батша уны ҡылыс менән сабып үлтертте лә мәйетен ябай халыҡтың ҡәберлегенә ырғыттырҙы.

24 Әммә Ахиҡам Шафан улы Йермеяһты яҡлап алып ҡалды, уны үлтерергә йыйынған халыҡтың ҡулына тапшырырға юл ҡуйманы.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan