Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Йермеяһ 24 - Изге Яҙма


Ике кәрзин инжир

1 Бабил батшаһы Навуходоносор Йәһүҙә батшаһы Йеһояхин Йеһояҡим улын, уның менән бергә Йәһүҙәнең дәрәжәле кешеләрен, һөнәрселәрен һәм тимерселәрен Йәрүсәлимдән Бабилға һөргөнгә ҡыуып алып киткәс, Раббы миңә күренмеш иңдерҙе: Раббы ҡорамы алдына инжир һалынған ике кәрзин тора, имеш.

2 Кәрзиндәрҙең береһендә – иртә өлгөргән яҡшы инжир, икенсеһендә – ашарға ярамаҫлыҡ булып серегән насар инжирҙәр.

3 Раббы минән: – Нимә күрәһең, Йермеяһ? – тип һораны. – Инжир емешен күрәм, – тип яуапланым. – Яҡшылары ныҡ матур, ә насарҙары ашарлыҡ түгел, серек.

4 Шунан Миңә Раббы һүҙе булды:

5 – Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Мин был урындан Халдей еренә Үҙем һөргөнгә ебәргән Йәһүҙә кешеләрен ошо яҡшы инжиргә оҡшатам.

6 Уларға иғтибарымды йүнәлтеп, яҡшылыҡ ҡылырмын, был ергә ҡабат ҡайтарырмын. Уларҙы нығытырмын, ә бөлдөрмәм; уларҙы үҫтерермен, ә йолҡоп ташламам.

7 Минең Раббы икәнемде аңларлыҡ йөрәк бирермен уларға. Улар Минең халҡым булыр, Мин уларҙың Аллаһы булырмын. Сөнки улар ысын күңелдән Миңә табан боролорҙар.

8 Ә Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ менән түрәләрен, Йәрүсәлимдә иҫән ҡалып, шул илдә йәки Мысырҙа йәшәгәндәрҙе ашарға ярамаҫлыҡ ошо серек инжир кеүек итәсәкмен, – тип белдерә Раббы. –

9 Уларҙы ерҙәге барлыҡ батшалыҡтар өсөн ҡот осҡос, ерәнгес бер хәлгә төшөрәм. Ҡайҙарға һөргәнмен, шунда хурлыҡҡа ҡалырҙар, мыҫҡылланырҙар һәм ләғнәтләнерҙәр.

10 Мин, улар үҙҙәренә һәм ата-бабаларына биргән ерҙән тамам юҡҡа сыҡҡансы, өҫтәренә ҡылыс, аслыҡ һәм ҡырғын ебәреп торасаҡмын».

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan