Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Йермеяһ 19 - Изге Яҙма


Ватылған көршәк

1 Раббы миңә былай тине: – Бар, көршәксенән бер балсыҡ көршәк һатып ал. Шунан халыҡтан һәм ҡаһиндарҙан бер нисә аҡһаҡалды саҡыр ҙа

2 Харсиҫ ҡапҡаһы ҡаршыһындағы Бен-Һинном үҙәненә сыҡ, Мин һиңә әйткән һүҙҙәрҙе иғлан ит.

3 Һин уларға әйт: «Эй Йәһүҙә батшалары һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәр, Раббы һүҙен ишетегеҙ! Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: „Ҡарағыҙ, Мин был ергә шундай бәлә ебәрәм, был хаҡта ишеткәндәрҙең бөтәһенең ҡолаҡтары сыңлар.

4 Сөнки Йәрүсәлим халҡы Мине ташланы, был урынды нәжесләне. Үҙҙәре лә, ата-бабалары ла, Йәһүҙә батшалары ла белмәгән башҡа илаһтарға хуш еҫ төтәттеләр һәм был ерҙе ғәйепһеҙ кешеләрҙең ҡаны менән һуғарҙылар.

5 Үҙҙәренең улдарын һәм ҡыҙҙарын Бәғелгә тотош яндырыу ҡорбаны итеп утта яндырыу өсөн Бәғелгә табыныу ҡалҡыулыҡтары төҙөнөләр. Мин уларға бындай бойороҡ бирмәнем, ундай нәмә әйтмәнем, хатта уйламаным да“.

6 Шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – был урынды Төфәҫ тип тә, Бен-Һинном үҙәне тип тә түгел, Һуйыш үҙәне тип атарҙар.

7 Бына ошо урында Йәһүҙә менән Йәрүсәлимдең ниәттәрен бушҡа сығарасаҡмын. Уларҙы дошмандарының ҡылысына тапшырам – үлемдәрен көҫәгәндәрҙең ҡулынан һәләк буласаҡтар. Мәйеттәрен һауалағы ҡоштарға һәм ерҙәге йәнлектәргә емтек итеп бирәсәкмен.

8 Был ҡаланы шом һала торған урынға әйләндереп, хурлыҡҡа ҡалдырасаҡмын. Уның янынан үткән-һүткән һәр кем уның яраларынан ҡото алынып, һыҙғырып ҡуйыр.

9 Мин уларҙы үҙҙәренең улдарының һәм ҡыҙҙарының итен ашарға мәжбүр итермен. Йәндәрен көҫәгән дошмандары ҡаланы ҡамауға алып уларҙы үлем ғазабына дусар иткәс, ҡамауҙа һәм ҡыҫымда ятҡанда улар бер-береһен ашай башлар».

10 Ошоларҙы әйткәндән һуң, үҙең менән килгән кешеләрҙең күҙ алдында көршәкте ват та

11 уларға белдер: «Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: „Бына был көршәк нисек башҡаса ҡоршап булмаҫлыҡ итеп ватылһа, Мин дә был халыҡты һәм был ҡаланы шулай селпәрәмә килтерәм. Төфәҫтә үлеләрҙе урын ҡалмағанға тиклем күмәсәктәр.

12 Был ҡаланы һәм унда йәшәүселәрҙе Мин ана шул хәлгә төшөрәм, – тип белдерә Раббы. – Был ҡала Төфәҫкә оҡшап ҡалыр.

13 Йәрүсәлимдең йорттары, Йәһүҙә батшаларының һарайҙары Төфәҫ кеүек нәжес булыр. Сөнки уларҙың баштарында күк есемдәренә бағышлап хуш еҫ төтәттеләр, башҡа илаһтарға түкмә ҡорбандар килтерҙеләр“».

14 Раббы бойороғо буйынса Төфәҫтә пәйғәмбәрлек итеп ҡайтҡандан һуң, Йермеяһ, Раббы йортоноң ихатаһына баҫып, барса халыҡҡа иғлан итте:

15 – Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Инде Мин был ҡаланы һәм уның әйләнә-тирәһендәге ҡалаларҙы алдан әйткән бөтә ҡазаларға ла дусар итәм, сөнки улар, тиҫкәрелектәренә барып, әйткәндәремде тыңламаны».

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan