Йермеяһ 17 - Изге ЯҙмаЙәһүҙәнең гонаһы һәм Раббының язаһы 1 «Йәһүҙәнең гонаһы тимер ҡәләм менән яҙылды, Йөрәктәренең таҡтаташына, Ҡорбан усаҡтары мөгөҙөнә Алмас осо менән уйылды. 2-3 Уларҙың балалары ла суҡ япраҡлы ағастар аҫтында, Бейек ҡалҡыулыҡтарҙа, Шулай уҡ илдәге тауҙарҙа ҡоролған Ҡорбан усаҡтарын, Ашераның ҡолғаларын хәстәрләйҙәр. Бөтә биләмәләреңдә эшләгән гонаһтарың өсөн Мөлкәтеңде, бөтә хазиналарыңды, Боттарға табынған ҡалҡыулыҡтарыңды таларға бирермен. 4 Мин һиңә биргән биләмәңдән Үҙ ғәйебең арҡаһында мәхрүм ҡаласаҡһың. Үҙең белмәгән ерҙә дошмандарыңа Ҡол итәсәкмен Мин һине. Сөнки һеҙ нәфрәт утымды тоҡандырҙығыҙ, Ул һүнмәҫ ялҡын булып янасаҡ». 5 Раббы былай ти: «Өмөтөн әҙәм затына бағлаған, Фани бәндәнең көсөнә ышанған, Йөрәге Раббынан ситкә боролған кеше ләғнәтле. 6 Ул далалағы сәнскәк кеүек булыр, Яҡшылыҡтың килгәнен күрмәҫ. Сүлдәге ташлы ерҙәрҙә, Тоҙло тупраҡта, кешеһеҙ урында ғүмер һөрөр. 7 Раббыға өмөт бағлаған кеше фатихалы, Раббы – уның ышанысы! 8 Бындай кеше һыу буйына ултыртылған, Тамырҙарын йылға яғына йәйгән ағасҡа оҡшаш. Ул көндөң эҫелегенән ҡурҡмаҫ, Япраҡтары һәр саҡ йәшел ҡалыр. Ҡоролоҡ йылында хәүеф белмәҫ, Емеш биреүҙән туҡтамаҫ. 9 Кеше йөрәгенән дә хәйләкәре юҡ, Уны дауалап булаһы түгел. Уны кем һуң аңлай алыр? 10 Мин, Раббы, кешенең йөрәген беләм, Кешенең булмышын һынайым. Һәр кемгә ҡыуған юлына күрә, Эшенең емешенә ҡарап әжерен бирәм. 11 Хаҡһыҙ юл менән байлыҡ туплаған әҙәм Үҙе һалмаған йомортҡаны баҫҡан ағуна кеүек: Ғүмер уртаһында бөтә мөлкәтенән яҙыр, Ахырында – алйот булып ҡалыр». 12 Беҙҙең Изге торлағыбыҙ торған урын – Башланмыштан уҡ юғары ҡуйылған дан тәхете. 13 Эй Исраилдың өмөтө Раббы! Һине инҡар иткәндәрҙең һәммәһе оятҡа ҡалыр. Һинән йөҙ борғандар туҙандағы яҙыу кеүек юйылыр, Сөнки улар Раббыны – тере һыу шишмәһен ташланылар. Йермеяһтың доғаһы 14 Йә Раббым, мине шифала – һауығайым; Ҡотҡар мине – ҡотолайым – Сөнки мин Һине маҡтайым. 15 Ҡара, улар миңә: «Ҡайҙа Раббының һүҙе? Әйҙә, әйткәне ғәмәлгә ашһын!» – тиҙәр. 16 Мин халҡыңа көтөүсе булыуҙан ҡасманым, Һәләкәт көнө килеүен көҫәмәнем. Ауыҙымдан сыҡҡан һәр һүҙҙе беләһең, Раббы, Улар Һинең хозурыңда. 17 Минең өсөн дәһшәт булмаһаңсы! Афәт көнөндә Һин – минең һыйынысым. 18 Мине эҙәрләүселәр оятҡа ҡалһын, Мине иһә хур булыуҙан һаҡла. Әйҙә, улар ҡурҡыуға ҡалһын, Мине дәһшәт урап үтһен. Уларға ебәр һәләкәт көнөн, Икеләтә ҡеүәт менән ҡыйрат! Шәмбе көнөн тотоғоҙ 19 Раббы миңә былай тине: – Йәһүҙә батшалары инеп-сығып йөрөгән Халыҡ ҡапҡаһы янына барып тор, шунан Йәрүсәлимдең башҡа ҡапҡалары янына бар. 20 Ундағы халыҡҡа әйт: «Эй Йәһүҙә батшалары, Йәһүҙә халҡы, был ҡапҡаларҙан үтеп йөрөгән Йәрүсәлим кешеләре, Раббы һүҙен тыңлағыҙ! 21 Раббы былай ти: „Йәнегеҙҙе һаҡлайбыҙ тиһәгеҙ, шәмбе көндө йөк ташымағыҙ, Йәрүсәлим ҡапҡаларынан йөк күтәреп инмәгеҙ. 22 Шәмбе көндө өйҙәрегеҙҙән йөк алып сыҡмағыҙ, бер ниндәй эш менән дә шөғөлләнмәгеҙ – ул көндө изге тип белегеҙ. Мин ата-бабаларығыҙға шулай тип бойорғайным. 23 Әммә улар Мине тыңламаны, әйткәнемә ҡолаҡ һалманы; тиҫкәреләнделәр һәм өгөт-нәсихәтемде алманылар. 24 Әгәр һеҙ Мине яҡшылап тыңлаһағыҙ, – тип белдерә Раббы, – шәмбе көндө ҡала ҡапҡаларынан йөк ташымаһағыҙ, был көндө изге һанап, бер нәмә лә эшләмәһәгеҙ, 25 был ҡаланың ҡапҡаларынан Дауыт тәхетендә ултырған батшалар, уларҙың ярандары яу арбаларында һәм һыбайлап, Йәһүҙә халҡы һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәр һәр саҡ инеп-сығып йөрөр. Был ҡала мәңге йәшәр. 26 Бында Йәһүҙә ҡалаларынан, Йәрүсәлимдең тирә-яғынан, Бинйәмин еренән, Шефеланан, таулы төбәктән, шулай ук Негевтан кешеләр ағылыр, Раббы ҡорамына тотош яндырыу ҡорбандары, башҡа төрлө ҡорбандар, икмәк саҙаҡалары, хуш еҫле ыҫмала-майҙар, шөкөр саҙаҡалары килтерер. 27 Ә инде Мине тыңламаһағыҙ, шәмбе көндө изге һанамайынса, Йәрүсәлим ҡапҡаларынан йөк ташыһағыҙ, ҡала ҡапҡаларына үрт һалырмын. Ут Йәрүсәлимдең затлы һарайҙарын яндырып юҡ итер, уны һис кем һүндерә алмаҫ“». |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia