Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Йермеяһ 13 - Изге Яҙма


Етен билбау

1 Раббы миңә былай тине: – Бар, үҙеңә етен билбау һатып алып билеңә быу, ләкин уны һыуға тейҙермә.

2 Мин, Раббы ҡушҡанса, билбау һатып алып, билемә быуҙым.

3 Шунан миңә тағы Раббы һүҙе булды:

4 – Һатып алып билеңә быуған билбауыңды ал да юлға сыҡ. Евфрат йылғаһына бар ҙа билбауҙы ундағы берәй ҡая ярығына йәшереп ҡуй.

5 Мин Евфратҡа барҙым да, Раббы бойорғанса, билбауҙы йәшереп ҡуйҙым.

6 Байтаҡ көндәр үткәндән һуң, Раббы миңә: – Тор, Евфратҡа бар ҙа Мин һиңә йәшереп ҡуйырға ҡушҡан билбауҙы ал, – тине.

7 Мин, шунда барып, үҙем йәшереп ҡуйған урындан билбауҙы ҡаҙып алдым. Тик ул серегән, бер нәмәгә лә ярамаҫлыҡ булып ҡалғайны.

8 Шунда миңә Раббы һүҙе булды.

9 – Раббы былай ти: «Йәһүҙәнең ғорурлығын да, Йәрүсәлимдең тәкәбберлеген дә ошолай серетәм.

10 Әйткәндәремде тыңларға теләмәгән, йөрәктәренең тиҫкәрелеге буйынса йәшәгән, башҡа илаһтарға эйәргән, уларға хеҙмәт иткән, сәждә ҡылған был яман халыҡ ошо бер нәмәгә яраҡһыҙ билбау һымаҡ булып ҡалыр.

11 Билбау кешенең тәненә ҡайһылай тейеп торһа, Мин дә бөтә Исраил менән Йәһүҙә нәҫелен шулай итеп Үҙемә яҡынайтҡайным, – тип белдерә Раббы. – Минең халҡым булырҙар, исемемә маҡтау һәм шөһрәт килтерерҙәр, тип өмөтләнгәйнем, әммә улар Мине тыңламаны».


Шарап турһыҡтары

12 – Һин, Йермеяһ, уларға еткер, Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Һәр турһыҡҡа шарап тултырылырға тейеш». Улар һиңә: «Әллә беҙ һәр турһыҡҡа шарап тултырылғанын белмәй тиһеңме?» – тип әйтһә,

13 уларға былай тип яуап ҡайтар: «Раббы әйтә: был ерҙә йәшәгән һәр кемгә – Дауыт тәхетендә ултырған батшаларға, ҡаһиндарға, пәйғәмбәрҙәргә, Йәрүсәлимдә йәшәгәндәрҙең барыһына ла, иҫерткәнсе шарап тултырам.

14 Мин уларҙы бер-береһенә, ата-әсәләрҙе балаларға бәреп ватам, – тип белдерә Раббы. – Уларҙы аямай юҡ итәм – йәлләмәйем, рәхим-шәфҡәт ҡылмайым».


Һөргөн ҡурҡынысы

15 Тыңлағыҙ һәм ҡолағығыҙға киртегеҙ, Тәкәббер булмағыҙ. Сөнки Раббы шулай тине.

16 Ҡараңғылыҡ баҫып алғансы, Эңерҙә аяғығыҙ тауҙарҙа һөрөнгәнгә тиклем Аллағыҙ Раббыны данлағыҙ! Һеҙ яҡтылыҡ көтөрһөгөҙ, Әммә Раббы уны үлем күләгәһенә, Дөм-ҡараңғылыҡҡа әйләндерер.

17 Әгәр әйткәнемә ҡолаҡ һалмаһағыҙ, Күңелемдең иң-иң төпкөлөндә Тәкәбберлегегеҙ өсөн илармын, Күҙемдән әсе йәш йылға булып ағыр, Сөнки Раббының көтөүе Әсирлеккә алып кителә.

18 «Батша менән батшаның әсәһенә әйт: „Тәхетегеҙҙән аҫҡа төшөп ултырығыҙ, Башығыҙҙан данығыҙҙың тажы төшөп китте“».

19 Негевтағы ҡалалар бикләнгән. Ҡапҡаларҙы асырлыҡ кеше юҡ. Йәһүҙә халҡы әсирлеккә алып кителде, Тотошлай һөргөнгә ебәрелде.

20 Башығыҙҙы күтәреп ҡарағыҙ, Төньяҡтан килгәндәрҙе күрегеҙ. Ҡайҙа һиңә тапшырылған көтөү, Йәрүсәлим? Ҡайҙа һинең иң күркәм ҡуйҙарың?

21 Һин үҙеңә дуҫ булырға өйрәткән әҙәмдәрҙе Раббы һиңә хакимлыҡ итергә ҡуйһа, ни әйтерһең? Шунда һин тулғаҡ тотҡан ҡатын һымаҡ ғазапланмаҫһыңмы?

22 Әгәр эстән генә үҙ-үҙеңә: «Ниңә былар башыма төштө?» – тиһәң, – Һин үтә күп гонаһ ҡылдың, Итәгең күтәрелде, хурлыҡҡа ҡалдың.

23 «Куш кешеһе – тәненең төҫөн, Ҡаплан үҙенең тиреһендәге таптарҙы үҙгәртә алырмы? Шуның кеүек, яуызлыҡ ҡылырға ғәҙәтләнгәс, Һеҙ ҙә яҡшылыҡ эшләй алмайһығыҙ.

24 Сүлдән иҫкән ел кәбәкте туҙҙырғандай, Мин һеҙҙе һибеп ебәрермен.

25 Был – һиңә төшкән йәрәбә. Мин һиңә бүлеп биргән өлөш шул, – тип белдерә Раббы. – Сөнки һин Мине оноттоң, Ялғанға өмөт бағланың.

26 Шуның өсөн итәгеңде битеңә ҡаплармын, Әйҙә оятың күренһен.

27 Ҡырҙағы ҡалҡыулыҡтар өҫтөндә Ҡылған әшәке ғәмәлдәреңде: Хыянатыңды, ерәнгес кешнәүеңде, Уйнаш итеүеңде күреп торҙом. Ҡайғы һиңә, Йәрүсәлим! Һин таҙарынғансы күпме ғүмер үтер?»

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan