Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Йермеяһ 11 - Изге Яҙма


Килешеүҙең боҙолоуы

1 Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды.

2 – Был килешеүҙә әйтелгәндәрҙе тыңлағыҙ! Һин уны Йәһүҙә халҡына һәм Йәрүсәлимдә йәшәгәндәргә еткер.

3 Әйт уларға, Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Был килешеүҙең шарттарын үтәмәгән һәр бер кешегә ләғнәт булһын!

4 Мин ата-бабаларығыҙҙы Мысырҙан, тимер иретә торған мейестән, алып сыҡҡан саҡта ошоларҙы бойорҙом. Мин уларға былай тинем: „Әйткәндәремде тыңлағыҙ, бөтә бойороҡтарымды еренә еткереп үтәгеҙ, шул саҡта һеҙ Минең халҡым булырһығыҙ, Мин һеҙҙең Аллағыҙ булырмын.

5 Шулай итһәгеҙ, Мин дә ата-бабаларығыҙға биргән антымды үтәрмен – бөгөн һеҙҙеке булған ерҙе – һөт һәм бал ағып ятҡан ерҙе – һеҙгә бирермен“». – Амин, Раббы, – тинем.

6 Раббы миңә былай тине: – Бөтә был һүҙҙәрҙе Йәһүҙә ҡалаларында, Йәрүсәлим урамдарында иғлан ит. Әйт уларға: «Был килешеүҙең шарттарын тыңлағыҙ һәм уларҙы еренә еткереп үтәгеҙ.

7 Ата-бабаларығыҙҙы Мысырҙан сығарған көндән башлап ошоға тиклем һәр ваҡыт: „Әйткәндәремде тыңлағыҙ“, – тип киҫәтә килдем.

8 Әммә тыңламанылар, һүҙҙәремә ҡолаҡ һалманылар. Һәр кем яуыз һәм тиҫкәре йөрәктәре буйынса йәшәне. Шуға күрә Мин, үтәргә бойорғандарҙы эшләмәгәндәре өсөн, килешеүҙә яҙылған бөтә ләғнәттәрҙе уларҙың башына ебәрҙем».

9 Шунан Раббы миңә былай тине: – Йәһүҙә халҡы һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәр Миңә ҡаршы фетнә ойошторҙо.

10 Улар әйткәндәремде тыңлауҙан баш тартҡан ата-бабаларының гонаһтарын ҡабатлай, бүтән илаһтар артынан эйәрәләр, уларға хеҙмәт итәләр. Исраил һәм Йәһүҙә нәҫелдәре ата-бабалары менән төҙөгән килешеүемде боҙҙо.

11 Шуға күрә Раббы былай ти: «Мин уларҙың баштарына ҡотола алмаҫлыҡ бәлә-ҡаза ебәрәм! Мине ярҙамға саҡырырҙар, әммә уларҙы ишетмәйәсәкмен.

12 Шул саҡта Йәһүҙә ҡалалары халҡы һәм Йәрүсәлимдә йәшәгәндәр үҙҙәре хуш еҫ төтәткән илаһтарға барып ялбарасаҡ. Әммә бәлә килгәндә был илаһтар бер нисек тә ярҙам итмәйәсәк.

13 Эй Йәһүҙә халҡы, нисә ҡалаң булһа, шул саҡлы уҡ илаһтарың бар һинең. Йәрүсәлим урамдары күпме булһа, әшәке Бәғелгә ҡорбан усаҡтарығыҙ шунса».

14 Һин, Йермеяһ, был халыҡ өсөн һорама, ялбарма, улар өсөн доға ҡылма. Бәләгә ҡалғас Мине саҡырғандарында, уларҙы тыңламаясаҡмын.

15 «Һөйгән халҡым, күпме яуызлыҡтар ҡылғандан һуң Минең йортомда булырға ни хаҡың бар? Был ҡорбан ите һине бәләнән ҡотҡара алмаясаҡ, Сөнки һин ҡәбәхәтлек ҡылғанда һөйөнәһең».

16 Раббы һине «суҡ япраҡлы, Мул емешле зәйтүн ағасы» тип атағайны. Әммә күктәр дәһшәтле күкрәгән саҡта Ул ағасҡа ут төртөр, Уның ботаҡтары янып бөтөр.

17 Һине ултыртҡан Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙе башыңа бәлә килтерергә ҡарар итте, сөнки Исраил менән Йәһүҙә халҡы золом ҡылды. Бәғелгә хуш еҫ төтәҫләп, Раббыны асыуландырҙы.


Йермеяһҡа ҡаршы ҡоролған мәкер

18 Миңә Раббы Үҙе асып бирҙе, шуға беләм: Ул миңә дошмандарымдың яуыз эштәрен күрһәтте.

19 Мин салырға илткән йыуаш бәрәс кеүек булғанмын. Миңә ҡаршы мәкер ҡорғандарын аңламағанмын. Ә улар былай тигән: «Ағасын да, емешен дә юҡ итәйек, Уны тереләр донъяһынан ҡырҡып ташлайыҡ, Хатта исеме лә хәтерҙә ҡалмаһын».

20 Әммә Һин – ғәҙел хөкөм ҡылған Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Һин – күңелде һәм булмышты һынаусы, Уларҙан үс алғаныңды күрәйемсе, Дәғүәмде Һиңә тапшырҙым!

21 Шунда Раббы былай тине: – Эй Йермеяһ, Ғанаҫоҫ кешеләре йәнеңде көҫәп һиңә: «Раббы исеменән пәйғәмбәрлек итмә, юҡһа беҙҙең ҡулдан үләсәкһең», – тип янай.

22 Шуға күрә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы әйтә: «Мин уларҙы язалаясаҡмын. Егеттәре ҡылыстан үлер, ул-ҡыҙҙары аслыҡтан ҡырылыр.

23 Бер кем дә иҫән ҡалмаҫ. Яза йылында Ғанаҫоҫ халҡының башына һәләкәт ебәрәсәкмен».

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan