Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Йермеяһ 1 - Изге Яҙма

1 Бинйәмин ерендәге Ғанаҫоҫ ҡалаһы ҡаһиндарынан булған Хилҡияһ улы Йермеяһтың әйткәндәре был.

2 Йәһүҙә батшаһы Йошияһ Амон улы дәүерендә – уның хакимлығының ун өсөнсө йылында Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды.

3 Был Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим Йошияһ улы заманында ла, Сидкияһ Йошияһ улы батшалығының ун беренсе йылының бишенсе айына хәтле – Йәрүсәлим халҡы һөргөнгә ҡыуылғансы – дауам итте.


Йермеяһтың саҡырылыуы

4 Миңә Раббы һүҙе булды:

5 – Әсәң ҡарынында рәүеш биргәнемә тиклем һине белә инем, Тыуғаныңа тиклем һине Үҙем өсөн һайлап алдым, Ҡәүемдәргә пәйғәмбәр итеп тәғәйенләнем.

6 Мин Уға: – Эй Раббы Хаким, телгә оҫталығым юҡ бит әле, йәшмен, – тип яуап ҡайтарҙым.

7 Ләкин Раббы миңә былай тине: – Һин үҙеңде, йәшмен, тип әйтмә! Мин һине кемгә ебәрһәм, шуға барырһың, һиңә нимә бойорһам, шуны һөйләрһең.

8 Һин уларҙан ҡурҡма. Мин һинең менән бергә булырмын, һине ҡотҡарырмын, – тип белдерә Раббы.

9 Раббы, ҡулын һуҙып, иренемә ҡағылды ла былай тине: – Бына, һүҙҙәремде ауыҙыңа һалдым.

10 Ҡара, бөгөн һине ҡәүем һәм батшалыҡтар өҫтөнән Йолҡоп ташлау, емереү, юҡ итеү һәм һәләк ҡылыу, Төҙөү һәм үҫтереү өсөн ҡуям!

11 Миңә Раббы һүҙе булды. Ул минән: – Эй Йермеяһ, нимә күрәһең? – тип һораны. Мин: – Баҙам ботағын күрәм, – тип яуап бирҙем.

12 – Дөрөҫ күрәһең, – тине Раббы. – Әйткәнемдең тиҙерәк бойомға ашыуын һәр ваҡыт уяу күҙәтәм.

13 Миңә тағы Раббы һүҙе булды: – Нимә күрәһең? – Төньяҡта бер ҡайнап торған ҡаҙан күрәм, ул беҙҙең яҡҡа ауышҡан, – тип яуап ҡайтарҙым.

14 Раббы миңә былай тине: – Был илдә йәшәүселәр өҫтөнә төньяҡтан афәт түгелер.

15 Бына, Мин төньяҡтағы батшалыҡтарҙың Барса ҡәүемдәрен саҡырып алам, – тип белдерә Раббы. – Улар килер, батшалары тәхеттәрен Йәрүсәлим ҡапҡаларының алдына, Йәрүсәлимдең диуарҙарын уратып, Йәһүҙәнең бөтә ҡалалары ҡаршыһына ҡуйыр.

16 Шулай итеп, Мин бөтә яуызлыҡтары өсөн Халҡыма хөкөм ойошторам, Сөнки Үҙ халҡым Мине ташланы, Башҡа илаһтарға хуш еҫ төтәтеп, Үҙ ҡулдары яһаған боттарға сәждә ҡылды.

17 Ә һин билеңде быу ҙа әҙерлән! Мин ни бойорһам, шуның һәммәһен уларға еткер. Уларҙан ҡурҡма, Юҡһа уларҙың алдында үҙеңде ҡурҡыуға һалырмын.

18 Бына, Мин бөгөн һине Нығытмалы ҡала, тимер бағана, Баҡыр диуар итеп бөтә был илгә – Йәһүҙәнең батшалары, түрәләренә, Ҡаһиндарына, ил халҡына ҡаршы ҡуйҙым.

19 Улар һиңә ҡаршы һуғышыр, Әммә һине еңә алмаҫ, Сөнки Мин һинең менән булырмын, Һине ҡотҡарырмын, – тип белдерә Раббы.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan