Һыҡтау 4 - Изге ЯҙмаДүртенсе һыҡтау (Алеф) (Алеф) 1 Алтын нисек тоноҡланды! Алтындың иң сафы төҫһөҙләнеп ҡалды. Һәр бер урамдың сатында Изге аҫылташтар аунап ята. (Бейт) (Бейт) 2 Саф алтынға тиң Сион улдары Көршәксенең ҡулы әүәләгән Балсыҡ көршәккә бәрәбәр булды. (Гимел) (Гимел) 3 Хатта сүл бүреләре лә, имсәк ҡаптырып, Балаларына күкрәк һөтөн имеҙә. Ә халҡым, сүлдәге дөйәғош һымаҡ, Балаларын йәлләмәй ташлап ҡалдыра. (Далеҫ) (Далеҫ) 4 Имсәк балаларының сарсауҙан Теле аңҡауҙарына йәбешә; Икмәк ялбарып иңрәй сабыйҙар, Тик уларға ризыҡ биреүсе юҡ. (Һе) (Һе) 5 Элек бал да май ейгәндәр Инде урамдарҙа ятып үлә; Затлы ҡыҙылды кейеп үҫкәндәр Хәҙер сүплектә ҡаҙына. (Уау) (Уау) 6 Ғәзиз халҡым, ҡылған гонаһтары өсөн, Кеше ҡулы теймәйенсә Күҙ асып йомғансы юҡҡа сығарылған Содом ҡалаһынан да ҡатыраҡ язаланды. (Зайн) (Зайн) 7 Бейҙәре ҡарҙан пак, һөттән аҡ ине, Тәндәре мәрйендәй алһыу, Үҙҙәре зәңгәр яҡутҡа тиң ине. (Хеҫ) (Хеҫ) 8 Әле йөҙҙәре ҡоромдан ҡара, Урамда осратһаң, танымаҫһың. Тиреләре һөйәккә йәбешеп кипкән, Ағас ҡайырыһына оҡшап ҡалған. (Теҫ) (Теҫ) 9 Баҫыуҙа уңыш булмағанлыҡтан, Асҡа интегеп үлеүселәргә ҡарағанда, Ҡылыстан һәләк булғандар бәхетлерәк. (Йод) (Йод) 10 Наҙлы әсәләр үҙ ҡулы менән үҙ балаларын бешерҙе – Һәләкәткә дусар халҡыма улар ашамлыҡ булды. (Каф) (Каф) 11 Раббының асыуы ҡайнап ташты, Ярһып ҡәһәрен яуҙырҙы. Сионды Ул утҡа тотто, Нигеҙенә тиклем яндырҙы. (Ламед) (Ламед) 12 Донъялағы батшаларҙың, Ер йөҙөндәге кешеләрҙең һис кеме, Ҡанһыҙ дошман Йәрүсәлим ҡапҡаларынан Инер, тип башына ла килтермәй ине. (Мем) (Мем) 13 Былар Йәрүсәлим пәйғәмбәрҙәренең гонаһтары, Ҡаһиндарҙың енәйәттәре өсөн яза булды – Улар ҡала диуарҙары эсендә тәҡүәләрҙең ҡанын түкте. (Нун) (Нун) 14 Ә хәҙер урамдарҙа һуҡыр һымаҡ аҙашып йөрөйҙәр, Кейемдәренә ҡаҡашып ҡан ҡатҡан; Һис кем уларға тейергә баҙнат итмәй. (Самех) (Самех) 15 Кешеләр уларға: «Китегеҙ, бысраҡтар! Китегеҙ, кит, ҡағылмағыҙ беҙгә!» – тип ҡысҡыра. Шуға күрә улар бынан ҡасып, Ят ҡәүемдәр араһында ҡаңғыра. Тик унда ла: «Улар арабыҙҙа ҡалмаһын!» – тиҙәр. (Пе) (Пе) 16 Раббы Үҙе ҡыуып таратты уларҙы, Башҡаса йөҙҙәренә ҡарамаҫ. Ҡаһиндарға – хөрмәт, Аҡһаҡалдарға ихтирам бөттө. (Ғайн) (Ғайн) 17 Күҙ талдырып бушҡа ярҙам көттөк; Беҙҙе ҡотҡара алмаҫ ҡәүемде Манаранан күҙләп юҡҡа өмөтләндек. (Саде) (Саде) 18 Ә дошман һәр аҙымыбыҙҙы ауланы, Урамдарға сыға алмаҫ булдыҡ. Ахырыбыҙ яҡын, көндәребеҙ бөттө – Ғүмеребеҙҙең аҙағы етте. (Ҡоф) (Ҡоф) 19 Эҙәрләүселәр күктәге бөркөттәрҙән дә етеҙ; Тау-таш араһынан беҙҙе баҫтырҙылар, Боҫҡон ҡороп, сүлдә һағалап торҙолар. (Реш) (Реш) 20 Тормошобоҙҙоң һулышы – Раббының мәсихе, батшабыҙ Уларҙың тоҙағына эләкте. Ә беҙ: «Халыҡтар араһында Уның күләгәһендә йәшәрбеҙ», – тигән инек. (Син менән Шин) (Син менән Шин) 21 Эй Ғус ерендә йәшәгән Эдом-ҡыҙ! Шатлан һәм күңел ас! Тик Раббының асыу туҫтағынан һин дә эсерһең, Иҫереп шәрә ҡалырһың. (Тау) (Тау) 22 Эй һин, Сион-ҡыҙ, енәйәтең өсөн яза тамамлана. Раббы һине бүтәнсә һөргөнгә ҡыумаҫ. Ә һине, эй Эдом-ҡыҙ, енәйәтең өсөн язалар; Гонаһтарыңды фаш итер. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia