Һыҡтау 3 - Изге ЯҙмаӨсөнсө һыҡтау (Алеф) (Алеф) 1 Раббының асыу таяғын татып, Ғазап сиккән әҙәммен мин. 2 Ул мине ҡыуалап алып китте, Яҡтыла түгел, дөм ҡараңғыла йөрөттө. 3 Эйе, Ул миңә ҡулын күтәрҙе, Көн оҙоно, туҡтауһыҙ язалай. (Бейт) (Бейт) 4 Тәнем менән тиремде туҙҙырҙы, Һөйәктәремде онтаны. 5 Һәр яғымдан ғазап менән ҡоймаланы, Әрнеү менән солғап алды. 6 Мәжбүр итте дөм ҡараңғыла йәшәргә, Оҡшап ҡалдым әллә ҡасан үлгән әҙәмгә. (Гимел) (Гимел) 7 Сыҡмаһын тип, диуар менән әйләндереп алды, Ауыр бығауҙар кейҙерҙе. 8 Ярҙам һорап күпме ялбарһам да, Доғама ҡолаҡ һалманы. 9 Юлымды дәү таштар менән томаланы, Һуҡмағымдан аҙаштырҙы. (Далеҫ) (Далеҫ) 10 Ул мине айыу һымаҡ һағалап торҙо, Арыҫландай аңдып ятты. 11 Барған юлымдан һөйрәп сығарып, Ботарлап ырғытты яңғыҙымды. 12 Раббы йәйәһен кирҙе, Мине уғына сәп итеп ҡуйҙы. (Һе) (Һе) 13 Һаҙағынан уғын алып, Бөйөрөмдө тишә атты. 14 Барса халҡым алдында көлкөгә ҡалдым, Таҡмаҡ әйтеп, көн оҙоно мыҫҡыллайҙар. 15 Алҡынғанса әсе үлән ашатты, Зәһәр әрем һыуы эсерҙе. (Уау) (Уау) 16 Таш кимертеп, тештәремде һындырҙы, Ул мине көлгә һалып тапаны. 17 Йәнемдән тынғылыҡ ҡасты, Бәхет барлығын оноттом. 18 Әйттем: «Инде түҙемлегем бөттө! Раббыға өмөтөм өҙөлдө». (Зайн) (Зайн) 19 Кисергән ғазаптарымды, Ҡаңғырып йөрөүҙәремде иҫеңә алһаңсы, Улар әрем һымаҡ әсе, үттән ҡырҡыу. 20 Гел шуларҙы уйлайым да, Шуға төшөнкө күңелем. 21 Әммә ошоларҙы хәтерләһәм, Өмөтөм ҡабат яңыра: (Хеҫ) (Хеҫ) 22 Раббының тоғро мөхәббәте арҡаһында, юҡҡа сыҡманыҡ, Уның мәрхәмәте бөтмәҫ-төкәнмәҫлек; 23 Улар һәр иртә һайын яңыра. Һинең тоғролоғоң бөйөк, Раббым! 24 Үҙ-үҙемә әйтәм: «Раббы – минең насибым, Шуға күрә Раббыға өмөт бағлайым». (Теҫ) (Теҫ) 25 Раббы Үҙенә ышанғандарға, Уны эҙләгән йәндәргә игелекле. 26 Раббының ҡотҡарыуын Сабырлыҡ менән көтөү ул – яҡшы. 27 Раббыға буйһоноу ҡалыбын Йәштән үк кейеү ул – яҡшы. (Йод) (Йод) 28 Ултырһын яңғыҙ тын ғына, Сөнки был Раббы һалған йөк. 29 Баш баҫып ергә ҡапланһын – Бәлки әле өмөт барҙыр. 30 Һуҡҡанға яңағын ҡуйһын, Әйҙә туйғансы хурланһын. (Каф) (Каф) 31 Бөйөк Хаким мәңгелеккә ташламай ул! 32 Ҡайғы-хәсрәт биргән икән, Тоғро мөхәббәтенә күрә мәрхәмәт бирер. 33 Әҙәм балаларына ҡайғы-хәсрәтте Үҙе теләгәндән бирмәй бит ул. (Ламед) (Ламед) 34 Ерҙәге бөтә әсирҙәрҙең Аяҡ аҫтарында тапалғанын, 35 Юғарыларҙан Юғарының күҙе алдында Кеше хоҡуҡтары боҙолғанын, 36 Ғәҙел хөкөмдән мәхрүм ҡалыуын Бөйөк Хаким әллә күрмәй тиһегеҙме? (Мем) (Мем) 37 Әгәр бөйөк Хаким бойормаһа, Кемдең әйткәне тормошҡа ашыр? 38 Яҡшыһы ла, насары ла Юғарыларҙан Юғары ихтыярында түгелме ни? 39 Язаны үҙ гонаһтары өсөн алғас, Әҙәм балаһына ниңә һыҡтарға? (Нун) (Нун) 40 Йөрөгән юлдарыбыҙҙы һынайыҡ та, Раббыбыҙға боролоп ҡайтайыҡ. 41 Күктәге Аллаға ҡулдарыбыҙҙы һуҙғанда, Йөрәгебеҙҙе лә һонайыҡ: 42 Беҙ гонаһ ҡылдыҡ һәм баш күтәрҙек, Һин беҙҙе ғәфү итмәнең! (Самех) (Самех) 43 Нәфрәт утыңа төрөнөп, Беҙҙе баҫтырҙың, үлтерҙең, ҡыҙғанманың. 44 Доғаларыбыҙ барып етмәһен өсөн, Болоттар менән ҡапландың. 45 Халыҡтар араһында Һин беҙҙе Ерәнгес нәжес иттең. (Пе) (Пе) 46 Барлыҡ дошмандарыбыҙ Беҙҙе йоторға боғаҙ кирҙе. 47 Өлөшөбөҙ – дәһшәт менән соҡор, Ҡырғын да һәләкәт хәҙер. 48 Ҡырылған ғәзиз халҡым өсөн ҡайғырып, Күҙҙәремдән йылға булып йәшем аға. (Ғайн) (Ғайн) 49 Бер өҙлөкһөҙ йәшем аға, Күҙҙәрем туҡтамай илар инде, 50 Күктән бағып Раббы ошоларҙы күргәнгәсә. 51 Ҡалам ҡыҙҙарының яҙмышын күреп, Йөрәк-бәғерем теленә минең. (Саде) (Саде) 52 Бер нахаҡҡа дошмандарым Мине гүйә бер ҡош һымаҡ аулай. 53 Соҡорға ташлап, йәнемде алмаҡ булды, Өҫтөмә таштар ырғытты. 54 Һыуҙар башымдан ашты, Мин: «Бөттөм», – тинем. (Ҡоф) (Ҡоф) 55 Йә Раббы, исемең менән Соҡор төбөнән Һине саҡырҙым. 56 «Ярҙам һорап ялбарыуыма минең, Ҡолағыңды томалама», – тинем. Һин мине ишеттең. 57 Саҡырған сағымда яҡын килеп, «Ҡурҡма!» – тип тынысландырҙың. (Реш) (Реш) 58 Эй бөйөк Хакимым, минең дәғүәмде яҡланың, Ғүмеремде йолоп алдың. 59 Миңә ҡылынған хаҡһыҙлыҡты күрҙең, Раббым, Дәғүәмә хаҡ хөкөмөңдө сығар. 60 Дошмандарымдың ни тиклем үсле булыуын, Миңә ҡаршы мәкер ҡорғанын күрәһең. (Син менән Шин) (Син менән Шин) 61 Уларҙың мине әрләүен, Миңә ҡаршы насар ниәттәрен, 62 Көнө буйы бышылдашҡандарын, Яла яҡҡандарын ишетеп тораһың. 63 Ҡара: улар ултырһа ла, торһа ла, Мине мыҫҡыл итеп таҡмаҡ йырлай. (Тау) (Тау) 64 Ҡылған эштәренең ҡонон ҡайтар, Раббым. 65 Йөрәктәренә ауыр ҡайғы һал, Баштарына ҡарғыш төшһөн. 66 Асыуланып уларҙы ҡыуала, Күгең аҫтынан юҡ ит, эй Раббы! |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia