Һыҡтау 2 - Изге ЯҙмаИкенсе һыҡтау (Алеф) (Алеф) 1 Ана бөйөк Хаким асыуынан Сион-ҡыҙҙы Һәр тарафтан болот менән ҡапланы! Исраилдың данын күктән ергә быраҡтырҙы, Аяҡтары аҫтындағы баҫҡысты Асыулы көнөндә хәтеренә төшөрмәне. (Бейт) (Бейт) 2 Яҡуп нәҫеле йәшәгән һәр төйәкте Йәлләмәне бөйөк Хаким – һәләк итте. Асыуынан Йәһүҙә-ҡыҙҙың ҡәлғәләрен емерҙе, Батшалыҡты, хакимдарын мәсхәрәләп ергә йыҡты. (Гимел) (Гимел) 3 Ярһып, Исраилдың көс-мөгөҙөн һындырҙы. Дошман алдында уң ҡулын уларҙың өҫтөнән алды. Тирә-яҡты ялмап йотҡан уттай, Яҡуп нәҫелен яндырҙы. (Далеҫ) (Далеҫ) 4 Дошман һымаҡ Ул йәйәһен кирҙе, Уң ҡулын атырға әҙер тотто. Күҙҙе һөйөндөргән бар нәмәне Дошман яуы һымаҡ һәләк итте. Асыуын Сион-ҡыҙ сатырына ут һымаҡ түкте. (Һе) (Һе) 5 Бөйөк Хаким, дошманға әйләнеп, Исраилды һәләк итте; Бөтә һарайҙарын харабаға әйләндерҙе, Барлыҡ ҡәлғәләрен емерҙе. Йәһүҙә-ҡыҙҙың ҡайғыһын арттырҙы. (Уау) (Уау) 6 Баҡсалағы ҡыуышты боҙоп ташлаған һымаҡ, Раббы Үҙенең торлағын емерҙе, Беҙ Уға ғибәҙәт ҡылырға йыйылған урынды вайран итте. Раббы Сионда байрам һәм шәмбеләрҙе онотторҙо; Ярһыу менән батшаны ла, ҡаһинды ла ситкә типте. (Зайн) (Зайн) 7 Бөйөк Хаким Үҙенең ҡорбан усағынан ваз кисте, Изге торлағынан баш тартты. Сион һарайҙарын уратҡан диуарҙарҙы Дошман ҡулына тапшырҙы – Улар хәҙер байрамдағы һымаҡ, Раббы йортонда шау-гөр киләләр. (Хеҫ) (Хеҫ) 8 Раббы Сион-ҡыҙҙың диуарҙарын емерергә ҡарар ҡылды: Үлсәү ебен һуҙҙы, емереүҙән ҡулын тыйманы. Инде нығытма, диуарҙар һыҡтай, Барыһы ла харап булып ята. (Теҫ) (Теҫ) 9 Ҡапҡалары ергә батып керҙе, Раббы арҡыры биктәрен ҡырып һалды; Батша менән түрәләрен Ят ҡәүемдәр араһына таратты. Ҡанун өйрәтелмәй; пәйғәмбәрҙәренә Раббынан күренмеш килмәй. (Йод) (Йод) 10 Баштарына саң һипкән, ҡыл кейем кейгән Сион ҡарттары өнһөҙ-тынһыҙ ерҙә ултыра; Йәрүсәлим ҡыҙҙары баштарын ергә эйгән. (Каф) (Каф) 11 Илай-илай күҙҙәремдең нуры бөттө, Ғазаптан туҡтауһыҙ эсем яна, Ғәзиз халҡым ҡырылғанға йөрәгем ҡанһырай. Ана, ҡаланың майҙандарында Балалар менән имсәк сабыйҙар Аслыҡтан һушһыҙ ята! (Ламед) (Ламед) 12 Ҡала урамдарында, яралыларҙай хәлһеҙләнеп, Әсәләре ҡосағында йән биргәндә: «Ҡайҙа ашарға, эсергә?» – тип һорайҙар. (Мем) (Мем) 13 Һиңә нимә тип әйтәйем, эй Йәрүсәлим-ҡыҙ? Һине нимә менән сағыштырайым? Йыуатыр өсөн кемгә тиңләйем, ғиффәтле ҡыҙ Сион? Йәрәхәтең диңгеҙ һымаҡ тәрән, Кем генә һине дауалай алыр? (Нун) (Нун) 14 Пәйғәмбәрҙәрең һинең өсөн буш һәм ялған күренмештәр күрҙе. Һиңә имен тормошто ҡайтарыр өсөн, Ғәйебеңде улар фашламаны, Ул пәйғәмбәрҙәр һине юлдан яҙҙырҙы, Һиңә ялған хәбәрҙәр еткерҙе. (Самех) (Самех) 15 Яныңдан үткәндәр бот сабып аптырар, Мыҫҡыллап һыҙғырып ҡуйыр: «Бөтә донъяның шатлығы, Гүзәллек өлгөһө булған ҡала ошомо?» – тип, Йәрүсәлим-ҡыҙға ҡарап башын сайҡар. (Пе) (Пе) 16 Бөтә дошмандарың һине мәсхәрәләп көлә, Һыҙғыра, тештәрен шығырлата: «Уны йоттоҡ, ошо көндө күптән көтә инек, Ахырҙа беҙ уны күрҙек!» – тиҙәр. (Ғайн) (Ғайн) 17 Раббы, ниһайәт, ниәтен ғәмәл ҡылды. Борон замандарҙа бойорғанын бойомға ашырҙы – Һине ҡыҙғанмай емерҙе. Дошмандарыңды хәлеңә ҡыуандырҙы, Һине күрә алмағандарҙың көсөн арттырҙы. (Саде) (Саде) 18 Халыҡ бөйөк Хакимға бөтә йөрәктән ялбара! Эй Сион-ҡыҙ диуарҙары, Йәшең йылға булып аҡһын, Тынма көн-төн, күҙеңә йоҡо ҡунмаһын. (Ҡоф) (Ҡоф) 19 Тор, төндәр буйы, һаҡ алышынған һайын инәлеп һора, Бөйөк Хаким ҡаршыһында хәсрәт-ҡайғыңды түк; Ҡулыңды һон, балаларыңдың иҫән ҡалыуын ялбар, Улар урам саттарында аслыҡтан һушһыҙ йығыла. (Реш) (Реш) 20 «Эй Раббы, ҡарап күрһәнә! Быға тиклем кемгә шулай ҡылғаның бар? Ҡатындар үҙҙәре тапҡан сабыйҙарын, Үҙҙәре үҫтергән балаларын ашаһынмы? Раббы Хакимдың Изге торлағында Ҡаһин менән пәйғәмбәр үлтерелһенме? (Син менән Шин) (Син менән Шин) 21 Балалар менән ҡарттарҙың мәйеттәре Урамдарҙа саңға батып ята; Егет-ҡыҙҙарым ҡылыстан үткәрелгән. Асыуланған көнөңдә уларҙы Һин үлтерҙең, Ҡыҙғанмай салып ташланың. (Тау) (Тау) 22 Байрамға ҡунаҡ саҡырған кеүек, Мине дәһшәткә һалғандарҙы йыйнаның һәр тарафтан. Раббының асыу көнөндә ҡасып ҡотолғандар, Иҫән ҡалғандар булманы. Табып үҫтергән балаларымды Дошманым ҡырып бөтөрҙө». |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia