Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Һошеяғ 7 - Изге Яҙма

1 Исраилды дауаларға теләгән сағымда, Әфраимдың намыҫһыҙлығы, Самарияның яуызлығы асылды. Улар мәкер менән эш итә, Бурҙары өйҙәргә баҫып инә, Юлбаҫарҙары урамда талай.

2 Яуызлыҡтарын хәтерләгәнем тураһында уйламайҙар. Гонаһтары үҙҙәрен уратып алған – Улар ҡасып ҡотола алмаҫ Минән.

3 Батшаны – яуызлыҡтары, Түрәләрен ялған менән ҡыуандыралар.

4 Аҙғынлыҡта улар мейес ише ҡыҙыу. Гүйә, ҡамыры күтәрелгәнен көтөп, Икмәксе мейесенә ут өҫтәп торорға онотҡан.

5 Батша байрамында улар батшаны һәм түрәләрен Шарап ағыуын эсереп ауырыта. Ә батша һөмһөҙҙәргә ҡул һуҙа.

6 Уға яҡынайған һайын, Мәкерле йөрәктәре мейестәй дөрләй, Улар бөтәһе лә мейес кеүек ҡыҙыу. Икмәксе төнө буйы йоҡлай – Таңға табан уның мейесе Ялҡынлы ут һымаҡ дөрләй.

7 Улар барыһы, мейестәй ҡыҙып, Хакимдарын уттай йота, Бөтә батшалары ҡолап бөттө – Араларынан һис кем Мине саҡырмай.


Исраилдың башҡа халыҡтарға буш өмөттәр бағлауы

8 Әфраим башҡа халыҡтар менән буталышҡан, Әфраим әйләндерелмәгән көлсә һымаҡ.

9 Уның ҡеүәтен башҡалар йотҡан – Ә ул быны һиҙмәгән дә. Сәстәренә сал төшкән – Ә ул быны белмәгән дә.

10 Исраилдың тәкәбберлеге Үҙенә ҡаршы шаһитлыҡ ҡыла. Ләкин улар Аллалары Раббыға ҡайтманы, Хатта Уны эҙләмәне.

11 Әфраим аңһыҙ, алйот күгәрсен һымаҡ булып, Йә Мысырҙы саҡыра, йә Ашшурға китә.

12 Ләкин юлға сығыу менән, Мин баштарына ау ырғытырмын, Күктә осҡан ҡоштар кеүек уларҙы ергә төшөрәм – Йыйындарында белдергәнемсә, Мин уларҙы язаға тарттырам.

13 Минән ситләштеләр – ҡайғы уларға, Миңә ҡаршы фетнә күтәрҙеләр – һәләкәт уларға! Мин уларҙы йолоп ала килдем, Улар иһә Минең хаҡта ялған һөйләй.

14 Бөтә йөрәктән Мине саҡырыр урынға, Ятҡан түшәктәрендә үкереп илай. Икмәк менән шарап хаҡына үҙҙәрен имгәтәләр. Миңә һырттарын ҡуйҙылар.

15 Баштарына аҡыл, ҡулдарына ҡеүәт бирҙем, Ә улар Миңә ҡаршы мәкер ҡора.

16 Һис файҙаһыҙ нәмәләргә әйләнеп ҡайттылар, Яҙа атҡан йәйәгә оҡшап ҡалдылар. Етәкселәре маҡтансыҡ телмәрҙәре өсөн Яза ҡылысынан ҡыйылырҙар: Мысыр ерендә уларҙан Ана шулай әсе көлөрҙәр.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan