Һошеяғ 5 - Изге ЯҙмаИсраилды хөкөм итеү 1 Эй ҡаһиндар, тыңлағыҙ быны! Исраил йәмғиәте, ҡолаҡ һал. Эй батша йортондағылар, ишетегеҙ – Һеҙ бит хөкөм йөрөтөргә тейеш. Ә һеҙ Миспала – тоҙаҡ, Тавор тауында ҡоролған ау булдығыҙ, 2 Шиттимдә тәрән соҡор ҡаҙҙығыҙ – Шуға күрә Мин һеҙгә яза булырмын. 3 Әфраимды беләм Мин, Исраил Минең өсөн сер түгел; Һин фәхешлек итәһең, Әфраим, Исраил нәжесләнде. 4 Ҡылған ғәмәлдәре уларға үҙ Аллаһына ҡайтырға бирмәй, сөнки фәхешлек рухы уларҙың эсенә инеп оялаған, Раббыны улар бар тип тә белмәй. 5 Ләкин Исраилдың һауалылығы уға ҡаршы шаһит булыр: Исраил менән Әфраим үҙ намыҫһыҙлығынан һөрөнөр, Йәһүҙә лә улар менән бергә абынып йығылыр. 6 Эре һәм ваҡ малдарын ҡыуалап, Раббыны эҙләп килерҙәр, ләкин таба алмаҫтар, сөнки Раббы уларҙы ташланы. 7 Сит ҡатындарҙан бала таптырып, улар Раббыға хыянат итте. Хәҙер, Яңы ай байрамы булғанда, улар баҫыуҙары менән бергә һәләк булыр. 8 Гивғала – мөгөҙ, Рамала борғо ҡысҡыртығыҙ, Бейт-Ауенда һөрән һалығыҙ: „Һинең артыңдан килдек, Бинйәмин!“ 9 Әфраим яза көнөндә бушлыҡҡа әйләнәсәк – был дөрөҫ хәбәрҙе Мин Исраил ырыуҙары араһында тараттым. 10 Йәһүҙә башлыҡтары ыҙан таштарын күсергән әҙәмгә тиң – улар өҫтөнә, һыу шикелле, асыуымды яуҙырам. 11 Әфраим йәберләнгән, хөкөмдән тетрәнгән, сөнки ул юҡ-бар нәмәләр артынан эйәрергә тәүәккәлләне. 12 Мин – Әфраим өсөн бер көйә, Йәһүҙә йорто өсөн үңәҙ шикелле. 13 Әфраим – үҙенең сирен, Йәһүҙә эренле шешен күргәс, Әфраим Ашшурға юл тотто – Бөйөк батшаға илселәр ебәрҙе. Әммә был батша һеҙҙе шифалай алмаҫ, Эренле шешегеҙҙән дауаламаҫ. 14 Сөнки Мин Әфраимға – арыҫлан, Йәһүҙә йортона йәш арыҫлан булам; Мин, Мин уларҙы киҫәктәргә өҙгөсләйем, Һөйрәкләгән сағымда ҡотҡарыусы табылмаҫ. 15 Шунан китәм, Үҙемдең урыныма ҡайтам – Ғәйептәрен танығансы, Хәсрәткә батып Мине эҙләргә, Ихласлап эҙләргә тотонғансы». |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia