Һошеяғ 2 - Изге Яҙма1 Ир туғандарығыҙға: «Ғамми», ә ҡыҙ туғандарығыҙға «Рухама» тип өндәшегеҙ. Исраилдың енәйәте 2 «Әсәйегеҙҙе әрләгеҙ, әрләгеҙ, Сөнки башҡаса ул Минең ҡатыным түгел, Мин дә уның ире түгелмен. Әйҙә, ул йөҙөнән фәхешлекте, Ҡуйынынан хыянатты алып ташлаһын. 3 Юҡһа Мин уны шәрә ҡалғансы сисендерермен, Инәнән тыуғандағы һымаҡ яланғас ҡалдырырмын. Сүллеккә, ҡоро тупраҡҡа әйләндереп, Һыуһыҙлыҡтан үлтерермен. 4 Балаларына ла шәфҡәт күрһәтмәҫмен, Сөнки улар фәхештән тыуған балалар. 5 Әсәләре зина ҡылды, Уларҙы тапҡан әсә үҙен хурланы. „Уйнаштарым артынан барам. Икмәгемде, һыуымды, йөнөмдө, етенемде, Зәйтүн майымды, эсемлегемде улар бирә“, – тине. 6 Шуға күрә уның барыр юлын Сәнскәкле ҡыуаҡтар менән быуам; Ҡайҙа барырға ла белмәһен тип, Ҡаршыһына ҡойма ҡуям. 7 Уйнаштары артынан ташланыр, Тик уларҙы ҡыуып етә алмаҫ; Эҙләргә тотонор, тик таба алмаҫ. Шул саҡ: „Үҙемдең элекке иремә ҡайтайым, – тиер. – Ул заман хәлем әлегенән яҡшыраҡ ине“. 8 Әммә ул шуны белмәне: Уға ашлыҡты, яңы шарапты, Зәйтүн майын Мин биргәйнем. Бәғел илаһына сарыф иткән Алтын-көмөштө лә муллап Мин тотторҙом. 9 Шуға күрә ураҡ мәле етһә, Игенемде, шарабымды тартып алам; Шәрә тәнен ҡаплар өсөн биргән Йөнөмдән, етенемдән яҙҙырам. 10 Инде уйнаштарының алдында Уның оят ерен асам; Бер кем дә уны ҡулымдан ҡотҡара алмаҫ. 11 Күңел асыуҙарына – байрамдарына, Яңы ай байрамдары, шәмбеләренә – Барлыҡ тантаналарына сик ҡуям. 12 Ул йөҙөм баҡсалары, инжир ағастары хаҡында: „Былар – уйнаштарым түләгән хаҡ“, – тип маҡтана. Баҡсаларын ташландыҡҡа, шырлыҡҡа әйләндерәм; Ҡырағай януарҙарға ем буласаҡтар. 13 Бәғел боттарына хуш еҫ төтәткән көндәре өсөн Мин уны язалаясаҡмын. Алҡа-мунсаҡтар тағып, һөйәрҙәре артынан йөрөнө, Ә Мине иһә онотто, – тип белдерә Раббы. Раббы Үҙ халҡы менән килешер 14 Инде Мин уны, әүрәтеп, сүлгә алып китермен дә, Күңеленә үтерлек һүҙҙәр һөйләрмен. 15 Шунан йөҙөм баҡсаларын ҡайтарып бирермен, Ғахор үҙәнен Өмөт ҡапҡаһына әйләндерермен. Шунда ул йәш сағындағы, Мысырҙан сыҡҡан көнөндәге һымаҡ яуап ҡайтарыр. 16 Ул көндө, – тип белдерә Раббы, – Һин Миңә „Ирем“ тип өндәшерһең, Бынан ары Мине „Хужам“ тип әйтмәҫһең. 17 Мин дә Бәғелдәрҙең исемдәрен Ауыҙыңдан алып ташлармын. Уларҙың исемдәре бүтән иҫкә алынмаҫ. 18 Ул көндө Мин халҡым хаҡына Ҡырағай януарҙар, күктәге ҡоштар, Һөйрәлеүсе һәр тереклек менән килешеү төҙөрмөн. Был ерҙә йәйәне лә, ҡылысты ла, Һәр төрлө ҡоралды ла юҡ итермен, Халҡымды имен-аман йәшәтермен. 19 Шул саҡта Мин һинең менән мәңгелеккә йәрәшермен: Хаҡлыҡ, ғәҙеллек, мөхәббәт һәм рәхимлектә Мин һинең менән никахлашырмын. 20 Тоғролоҡта һиңә өйләнермен, Һин Раббыны танып белерһең. 21 Ул көндө Мин яуап ҡайтарырмын, – дип белдерә Раббы, – Мин күккә яуап бирермен, Күк ергә яуап ҡайтарыр. 22 Ер иһә ашлыҡҡа, шарапҡа һәм зәйтүн майына яуаплар, Ә улар Изреғилгә яуап бирер. 23 Халҡымды ошо ерҙә Үҙем өсөн сәсермен, „Мәрхәмәт юҡ“ҡа мәрхәмәтемде күрһәтермен; „Халҡым түгел“ тип аталғанға: „Һин – Минең халҡым“, – тиермен, Ә ул Миңә: „Һин – минең Аллам“, – тип әйтер». |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia