Һошеяғ 13 - Изге ЯҙмаИсраилға сығарылған һуңғы хөкөм 1 Әфраим һөйләгән саҡта, барыһы ла тетрәп торҙо, Исраилда ул юғары дәрәжәлә ине, Әммә Бәғелгә табынып ғәйепкә батты һәм харап булды. 2 Инде гонаһ өҫтөнә гонаһ ҡылалар, Көмөштән үҙҙәре белгәнсә бот ҡоялар. Был боттар һәммәһе һөнәрселәр эше! Әфраимдар тураһында: «Ҡорбан килтергән кешеләр Башмаҡ һынын үбә!» – тиҙәр. 3 Шуның өсөн улар таңғы томан һымаҡ булыр, Иртәнсәк кипкән ысыҡҡа оҡшап ҡалыр, Ырҙындан ел осорған кәбәктәй ғәйеп булыр, Мөрйәнән сыҡҡан төтөнгә оҡшап ҡалыр. 4 «Мин – Раббы, һинең Аллаңмын. Мысыр еренән һине алып сыҡтым. Һин Минән башҡа алланы белмәҫһең, Минән башҡа ҡотҡарыусың юҡ. 5 Мин һиңә сүлдә, Ҡоро ерҙәрҙә күҙ-ҡолаҡ булдым. 6 Көтөүлек булғанда – туйындығыҙ, Тамағығыҙ туйғас, эреләнеп Мине оноттоғоҙ. 7 Һеҙҙең өсөн Мин арыҫлан булырмын, Ҡаплан һымаҡ юлда һағалармын. 8 Балаларынан мәхрүм ҡалған Инә айыу һымаҡ һөжүм итермен, Йөрәктәрен йыртып асырмын. Арыҫландай һоғонормон Мин уларҙы, Ҡырағай януар ише өҙгөсләрмен. 9 Һәләк иттең үҙеңде, Исраил – Сөнки ярҙамсың Мин генә инем. 10 Ҡайҙа һинең батшаң? Ҡалаларыңда, әйҙә, һине ҡотҡарһын. „Миңә батша менән башлыҡтар бир“, – Тип таптырған хакимдарың ҡайҙа? 11 Асыулы сағымда Мин һиңә батша бирҙем, Ярһығанда уны тартып алдым. 12 Әфраимдың ғәйебе төйөнгә төйнәлгән, Уның гонаһы хәтерҙән юйылмаған. 13 Тулғаҡ мәле еткәс, Ул – аҡылһыҙ бала! – Тыуымға килеп етә алмайса аҙаплана. 14 Мин әфраимдарҙы үлеләр донъяһынан ҡотҡарырмынмы? Уларҙы үлемдән йолоп алырмынмы? Эй әжәл, ҡайҙа һинең үләттәрең? Эй үлеләр донъяһы, емереклектәрең ҡайҙа? Мин ҡыҙғаныуҙы белмәйем! 15 Әфраим үҙ туғандары араһында Иң түллеһе булһа ла, Көнсығыш еле, сүллектән иҫкән Раббы еле күтәрелер: Шул саҡ инештәре кибер, Шишмәләре ҡороп ҡалыр. Хазинаһы юҡҡа сығыр, Бар зиннәттәренән яҙыр». |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia