Һошеяғ 12 - Изге Яҙма1 Әфраим ел елгәрә, Көнө буйы көнсығыш еле артынан ҡыуа, Ялған менән залимлыҡты ишәйтә, Ашшур менән килешеү төҙөй, Мысырға зәйтүн майы оҙата. 2 Йәһүҙәгә лә Раббының дәғүәһе бар; Ҡылған ҡылыҡтары өсөн Яҡупҡа язаһын бирер Раббы; Ғәмәлдәренең әжерен бирер. 3 Әсә ҡарынында туғанының үксәһенән тотто, Ир ҡоронда Алла менән алышты, 4 Алла фәрештәһе менән көрәшеп еңде, Йәш түгеп фатиха ялбарҙы! Бейт-Илдә Алла менән осрашты, Унда Алла беҙҙең менән һөйләште. 5 Раббы – Күк ғәскәрҙәре Аллаһы – Уның исеме – Раббы. 6 Шуға күрә лә һин, Яҡуп нәҫеле, Аллаңа ҡайт, Мөхәббәт һәм ғәҙеллекте һаҡла, Һәр даим Аллаға өмөт бағла. 7 «Ҡулына алдаҡ үлсәү тотҡан сауҙагәр Кешене отоуҙы яҡшы күрә. 8 Әфраим былай ти: „Ысынлап та мин байыным, мал таптым; Бөтә ҡаҙанышымда гонаһ тип һаналырҙай Бер ниндәй ҙә ғәйеп таба алмаҫтар“. 9 Әммә Мин Раббы Мысыр ерендә үк Һинең Аллаң булдым. Яңынан Мин һине байрам көнөндәге һымаҡ, Сатырҙарҙа йәшәтермен. 10 Пәйғәмбәрҙәргә әйттем, Бик күп күренмештәр бирҙем, Пәйғәмбәрҙәр аша ғибрәтле хикәйәләр һөйләнем. 11 Ғилғәд – золом, Кешеләре бер нәмәгә лә яраҡһыҙ. Гилгалда үгеҙҙәрҙе ҡорбан итеп салалар, Ләкин уларҙың ҡорбан усаҡтары Һөрөлгән баҫыуҙарҙың ситенә Сығарып ташланған таштарҙай булып ҡалыр». 12 Яҡуп Арам еренә ҡасып киткәйне, Исраил ҡатыны хаҡына эшләгәйне – Мал көткәйне. 13 Пәйғәмбәре аша Раббы Исраилды Мысыр иленән сығарҙы, Пәйғәмбәре аша уларҙы һаҡлап йөрөттө. 14 Раббыны Әфраим бик ныҡ ярһытты: Бөйөк Хакимы ул түккән ҡанды үҙенең башына төшөрөр, Үҙен һанламаған өсөн әжерен бирер. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia