Һошеяғ 11 - Изге ЯҙмаРаббының Исраилға мөхәббәте 1 «Исраилды бала сағынан яраттым, Үҙ улымды Мысырҙан саҡырып алдым. 2 Әммә уларҙы саҡырыуҙары булды – Минән киттеләр, Бәғелдәргә ҡорбан салдылар, Боттарға хуш еҫ төтәттеләр. 3 Мин Әфраимды атларға өйрәттем, Уны ҡул өҫтөмдә йөрөттөм, Әммә ул Мин дауалағанды белмәне. 4 Рәхимле бауҙар, Һөйөү арҡандары менән әйҙәнем – Муйынынан ҡалыбын һалдырҙым, Эйелеп ашарға бирҙем. 5 Мәгәр Минән ситкә боролоғанға, Исраил халҡы Мысырға әйләнеп ҡайтмаҫмы? Ашшур уларҙың батшаһы булмаҫмы? 6 Ҡалалары өҫтөндә ҡылыс ялтырар, Ҡаһиндарын ҡыйыр, ниәттәрен йотор. 7 Халҡым гел Минән ситкә тайпылыу юлын ҡыуа, Улар һындарын „Бейек Алла“ тиҙәр, Ләкин был һын уларҙың береһен дә күтәрмәҫ. 8 Нисек Мин һине ташлайым, Әфраим? Нисек Мин һинән баш тартайым, Исраил? Адмаға ҡаршы ҡылғанды нисек һиңә эшләйем? Нисек һине Севоимдай итәйем? Йөрәгем тулғана, Ҡыҙғанам Мин һеҙҙе. 9 Юҡ, Мин ярһыуыма ирек ҡуймам, Әфраимды йәнә харап итмәм, Сөнки Мин Алламын, кеше түгел, Һеҙҙең арағыҙҙа Изгемен – Асыу менән өҫтөгөҙгә килмәм. 10 Улар арыҫландай ырылдаған Раббы артынан эйәрер. Раббының үкереп ебәреүе булыр – Балалары көнбайыштан тетрәнеп ҡайтыр. 11 Ҡоштар кеүек, ҡоттары осоп Мысырҙан, Күгәрсендәй Ашшур иленән ҡайтырҙар. Шул саҡ уларҙы өйҙәрендә төйәкләндерәм. Раббы шулай тип белдерә. Раббының Исраил менән Йәһүҙәне ғәйепләүе 12 Әфраим Мине ялған менән, Исраил нәҫеле мәкер менән уратты. Йәһүҙә генә әлегә Алла юлынан йөрөй, Изге Аллаға ул тоғро ҡалды». |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia