Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Һошеяғ 10 - Изге Яҙма


Исраилдың гонаһтары өсөн һөргөнгә ҡыуылыуы

1 Исраил – мул тәлгәшле йөҙөм ҡыуағы, Емештәре лә бихисап уның: Емеше күп булған һайын, ҡорбан усаҡтары күбәйҙе; Тупрағы бәрәкәтле булғас, Табыныу бағаналары ла матурыраҡ.

2 Йөрәктәре шылғаяҡҡа әйләнде – Инде ғәйептәре өсөн язаланасаҡтар: Раббы ҡорбан усаҡтарын туҙҙырып ташлар, Табыныу бағаналарын емерер.

3 Инде улар: «Беҙҙең өҫтән батша юҡ, Раббынан беҙ ҡурҡмайбыҙ, Батша булһа ла, ҡулынан ни килер ине?» – тиҙәр.

4 Уларҙың һүҙҙәре ялған, Килешеү төҙөшкәндә, алдап ант итәләр, Әммә баҫыу бураҙнаһындағы әрем ише, Хөкөм шытымы үҫеп сығыр.

5 Самария кешеләре Бейт-Ауендағы башмаҡ бото өсөн борсолоп-ҡурҡып торор, Уның өсөн халыҡ йәш түгер; Боттоң алыҫлашҡан данын уйлап, Боттарға табынған ҡаһиндар ҙа ошо хаҡта һыҡтар.

6 Уны ла бит Ашшурға алып китерҙәр, Бөйөк батшаға бүләк итерҙәр. Әфраим хурлыҡ кисерер, Исраил үҙ ниәтенән оятҡа ҡалыр.

7 Самария менән уның батшаһы Һыу өҫтөндәге тапсыҡтай ағып китер.

8 Исраилдың гонаһына сәбәп булған Бейт-Ауендың табыныу ҡалҡыулыҡтары юҡ ителер. Ҡорбан усаҡтарын билсән, сәнскәк баҫыр. Шунда тауҙарға: «Беҙҙе ҡаплағыҙ!», Ҡалҡыулыҡтарға: «Беҙҙең өҫтөбөҙгә ауығыҙ!» – тиерҙәр.


Исраилдың барлыҡ ҡәлғәләре емертелер

9 «Һин, Исраил, Гивға дәүеренән һуң да Гонаһ ҡылыуыңды дауам иттең! Һаман шулай булып ҡалдың, Гивғалағы һуғыш Йүнһеҙ әҙәмдәрҙе ҡыуып етмәнеме ни?

10 Ә хәҙер уларҙы Үҙем теләгәнсә язалайым: Халыҡтар уларға ҡаршы берләшер, Ике енәйәттәре өсөн Уларҙың аяҡ-ҡулы бәйләнер.

11 Әфраим – өйрәтелгән, Ашлыҡ һуғырға әүәҫ башмаҡҡа оҡшаш. Мин уның зифа муйынына ҡалып кейҙерҙем. Йәһүҙә ер һөрөр, Яҡуп тырматыр.

12 Хаҡлыҡ хаҡына сәсегеҙ, мөхәббәт урырһығыҙ. Сиҙәм ерҙе күтәрегеҙ, Сөнки Раббыны эҙләргә ваҡыт: Ул килер ҙә һеҙҙең өҫкә Ямғыр итеп хаҡлыҡ яуҙырыр.

13 Тик һеҙ яманлыҡ иктегеҙ, Хәҙер золом ураһығыҙ; Ялғандың емешен ашанығыҙ – Сөнки үҙ ниәтегеҙгә, Бихисап яугирҙәрегеҙгә алдандығыҙ.

14 Халҡың араһында буталыш башланыр, Нисек Шалман яу көнөндә Бейт-Арвелде емергән; Әсәләр балалар менән бергә киҫәктәргә тураҡланған, Шулай бөтә ҡәлғәләрең һәләк булыр.

15 Эй Бейт-Ил, саманан тыш яуызлығың арҡаһында Һине бына ниндәй хәлдәр көтә: Таң һарыһында Исраил батшаһы юҡҡа сығасаҡ!»

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan