Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ғөзәйер 8 - Изге Яҙма


Ғөзәйер менән бергә һөргөндән ҡайтҡандарҙың исемлеге

1 Артахшаста батша хакимлыҡ иткән саҡта Бабилдан минең менән ҡайтырға сыҡҡан нәҫел башлыҡтары һәм уларҙың нәҫел исемлектәре түбәндәгесә:

2 Пинхас нәҫеленән – Гершом, Иҫамар нәҫеленән – Даниил, Дауыт нәҫеленән – Хаттуш,

3 Шеханъяһ тармағынан. Парғош нәҫеленән – Зәкәрьяһ һәм нәҫел исемлеге буйынса уның менән бер йөҙ илле ир-егет;

4 Пахаҫ-Моав нәҫеленән – Әлйеһоғынай Зерахъяһ улы һәм уның менән ике йөҙ ир-егет;

5 Затту нәҫеленән – Шеханъяһ Яхазиил улы, уның менән өс йөҙ ир-егет;

6 Ғадин нәҫеленән – Ғәвәд Йонаҫан улы, уның менән илле ир-егет;

7 Ғелам нәҫеленән – Ғаҫалъяһ улы Йешағъяһ һәм уның менән бергә етмеш ир-егет;

8 Шефатъяһ нәҫеленән – Зевадъяһ Михаил улы һәм уның менән һикһән ир-егет;

9 Йоав нәҫеленән – Ғовадъяһ Йехиил улы һәм уның менән ике йөҙ һикһән ир-егет;

10 Бани нәҫеленән – Шеломиҫ Йосифъяһ улы һәм уның менән бергә йөҙ алтмыш ир-егет;

11 Бевай нәҫеленән – Зәкәрьяһ Бевай улы һәм уның менән бергә егерме һигеҙ ир-егет;

12 Ғазгад нәҫеленән – Йоханан Һаҡҡатан улы һәм уның менән бергә йөҙ ҙә ун ир-егет;

13 Адониҡам нәҫеленән – һуңыраҡ ҡайтҡандар. Бына уларҙың исемдәре: Әлифәләт, Йеғиил, Шемағъяһ һәм улар менән бергә алтмыш ир-егет.

14 Бигуай нәҫеленән – Ғуҫай һәм Заккур менән етмеш ир-егет.


Йәрүсәлимгә юлланыу

15 Мин уларҙы Аһауаға табан аҡҡан йылға янында йыйҙым. Беҙ унда туплам ҡороп өс көн торҙоҡ. Мин, халыҡты һәм ҡаһиндарҙы күҙҙән үткәргәс, Левиҙең нәҫел-нәсәбенән бер кемде лә күрмәнем.

16 Мин башлыҡтарҙан Әлиғәзәрҙе, Ариилды, Шемағъяһты, Әлнаҫанды, Яривты, Әлнаҫанды, Наҫанды, Зәкәрьяһты, Мешулламды, остаздарҙан Йоярив менән Әлнаҫанды саҡыртып, кеше ебәрҙем.

17 Уларға Касифья ере башлығы Иддоға барып, Аллабыҙ йортона хеҙмәтселәр ебәрһендәр өсөн, Иддоға һәм уның ҡәрҙәштәренә – Касифья ерендәге Алла йорто хеҙмәтселәренә – нимәләр әйтергә кәрәклеген өйрәттем.

18 Алланың игелекле ҡулы өҫтөбөҙҙә булғанға күрә, улар беҙгә Исраилдың улы Леви ырыуынан Махлиҙың нәҫел вариҫын, Шеревъяһ исемле аҡыллы кешене улдары һәм ағай-энеләре менән бергә ебәрҙе. Улар ун һигеҙ кеше ине.

19 Быларҙан тыш Хашавъяһты, уның менән бергә Мерари нәҫеленән Йешағъяһты һәм уның ағай-энеләре һәм улдарынан егерме кешене,

20 ҡасандыр Дауыт батша һәм уның түрәләре левиҙәргә ярҙамсы итеп тәғәйенләгән ҡорам хеҙмәтселәренән тағы ике йөҙ егерме кешене алып килделәр. Уларҙың һәммәһе лә исемләп айырым-айырым теркәлде.

21 Аллабыҙға буйһоноуыбыҙҙы күрһәтеп, Унан үҙебеҙҙең, балаларыбыҙҙың, бөтә мөлкәтебеҙҙең юлын хәйерле итеүен һорап, Аһауа йылғаһы буйында ураҙа иғлан иттем.

22 Юлда беҙҙе дошмандарҙан һаҡлау өсөн батшанан ғәскәр һәм һыбайлы яугирҙәр һорарға оялдым, сөнки беҙ батша менән һөйләшкәндә: «Үҙенә һыйынғандарға Аллабыҙҙың рәхмәте киң, ә Үҙен ташлағандарға асыуы яман», – тигәйнек.

23 Беҙ, ураҙа тотоп, Алланан ана шуларҙы һораныҡ, һәм Ул беҙҙе ишетте.

24 Мин ҡаһиндар араһында етәксе булғандарҙан ун ике кешене: Шеревъяһты, Хашавъяһты һәм уларҙың ун ағай-энеһен һайлап алдым.

25 Батшаның, уның кәңәшселәренең, түрәләренең һәм Бабилда йәшәгән бөтә исраилдарҙың Аллабыҙ йорто өсөн саҙаҡа итеп биргән алтын-көмөшөн һәм һауыт-һабаларҙы үлсәп, уларға бирҙем.

26 Уларҙың ҡулына алты йөҙ илле талант көмөш, йөҙ талант көмөш һауыт-һаба, йөҙ талант алтын,

27 хаҡы бер мең драхма торған егерме алтын табаҡ, алтын менән тиң баһаланған ялтырап торған яҡшы баҡырҙан ике һауыт тапшырҙым.

28 Мин уларға: «Һеҙ, ошо һауыт-һаба һымаҡ, Раббыға бағышланғанһығыҙ. Был алтын-көмөштәр – ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы Раббыға үҙ ихтыярығыҙ менән биргән саҙаҡа.

29 Уяу булығыҙ, был хәйерҙе ҡаһиндарҙың етәкселәре, левиҙәр һәм Исраилдың нәҫел башлыҡтары алдында үлсәп биреп, улар уны Раббы йортондағы келәт бүлмәләренә тапшырғансы һаҡлағыҙ».

30 Ҡаһиндар һәм левиҙәр Йәрүсәлимгә Аллабыҙ йортона алып барып тапшырыу өсөн үлсәп-иҫәпләп ҡуйылған алтын-көмөштө, һауыт-һабаларҙы ҡабул итеп алды.

31 Беренсе айҙың ун икенсе көнөндә Аһауа йылғаһынан Йәрүсәлимгә барырға тип ҡуҙғалып киттек. Аллабыҙҙың рәхмәте юлдаш булып, беҙҙе дошмандар ҡулынан, юлда һағалап тороусыларҙан ҡотҡарҙы.

32 Йәрүсәлимгә килеп етеп, унда өс көн булдыҡ.

33 Дүртенсе көндә беҙ бөтә алтын-көмөштө, һауыт-һабаны Аллабыҙ йортонда Урияһ улы Меремоҫ ҡаһиндың ҡулына тапшырҙыҡ. Пинхас улы Әлғазар, левиҙәр Йешуағ улы Йозавад, Биннуй улы Ноғадъяһ уның менән ине.

34 Бөтә нәмә һаналды, үлсәнде һәм дөйөм ауырлығы теркәп ҡуйылды.

35 Әсирлектән ҡайтыусылар Исраил Аллаһына тотош яндырыу ҡорбаны килтерҙе: бөтә Исраил халҡы өсөн ун ике башмаҡ, туҡһан алты һарыҡ тәкәһе, етмеш ете һарыҡ бәрәсе; гонаһ ҡорбаны итеп ун ике кәзә тәкәһе Раббыға ҡорбан итеп яндырылды.

36 Улар батшаның фармандарын батша һанаттарына һәм Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкә башлыҡтарына тапшырҙы һәм тегеләр Исраил халҡына һәм Алла йортона ярҙам күрһәтте.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan