Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ғөзәйер 5 - Изге Яҙма


Ҡорамдың яңынан төҙөлөүе

1 Ул осорҙа Хаггай пәйғәмбәр менән Ғиддо улы Зәкәрьяһ пәйғәмбәр Йәһүҙәлә һәм Йәрүсәлимдә йәшәгән йәһүдтәргә уларҙың өҫтөнән булған Исраил Аллаһы исеменән пәйғәмбәрлек иттеләр.

2 Шунда Шеалтиил улы Зеруббавел менән Йосадаҡ улы Йешуағ Йәрүсәлимдәге Алла йортон яңынан төҙөргә тотондо. Алла пәйғәмбәрҙәре лә улар менән бергә ҡалып, эште ҡеүәтләп торҙо.

3 Шул саҡта уларға Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкә башлығы Таттенай, Шеҫар-Бозенай һәм уларҙың әшнәләре килеп: – Был йортто төҙөргә, диуарҙарҙы торғоҙорға һеҙгә кем рөхсәт бирҙе? – тине.

4 Тағы ла улар: – Был бинаны төҙөүселәрҙең исемдәре нисек? – тип һоранылар.

5 Әммә йәһүд аҡһаҡалдарын Алла һаҡланы: был хаҡтағы хәбәрҙе Дарийға ебәреп, унан яуап килеп етмәйенсә, уларҙың эшен туҡтатыусы булманы.

6 Бына Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкә башлығы Таттенай, Шеҫар-Бозенай һәм уларҙың әшнәләре булған ерле түрәләр менән бергә Дарий батшаға ебәргән хаттың һүҙмә-һүҙ йөкмәткеһе.

7 Ул хатта бына нимәләр яҙылғайны: Дарий батшаның иҫән-аман булыуын теләйбеҙ!

8 Батшаға шул мәғлүм булһын: беҙ Йәһүҙә өлкәһенә, бөйөк Алланың йортона барҙыҡ. Ул ҙур-ҙур таштарҙан төҙөлә, диуарҙарға ҡырлы бүрәнәләр һалып ҡалдырыла; эштәре бик йылдам һәм уңышлы бара.

9 Беҙ уларҙың аҡһаҡалдарынан: «Был йортто төҙөргә, диуарҙарҙы торғоҙорға һеҙгә кем рөхсәт итте?» – тип һораныҡ.

10 Бынан тыш, беҙ һиңә яҙып ебәреү өсөн, уларҙың был эште башлап йөрөүселәренең исемдәрен дә белештек.

11 Улар беҙгә ошондай һүҙҙәр менән яуап бирҙе: «Беҙ Күктәрҙең һәм Ерҙең Аллаһы ҡолдарыбыҙ. Бынан күп йылдар элек төҙөлгән йортто торғоҙабыҙ. Заманында уны Исраилдың бөйөк батшаһы төҙөп ултыртҡан булған.

12 Әммә ата-бабаларыбыҙ Күк Аллаһын асыуландырҙы. Шул арҡала Алла уларҙы Бабил батшаһы халдей Навуходоносор ҡулына бирҙе; ул йортто емереп, халҡын Бабилға һөрҙө.

13 Ләкин Бабил батшаһы Кир хакимлығының тәүге йылында Кир батша ошо Алла йортон ҡабаттан төҙөргә фарман бирҙе.

14 Бынан тыш, Кир батша Бабил ҡорамынан Алла йортоноң алтын-көмөш һауыттарын да кире ҡайтарып бирҙе – уларҙы Навуходоносор Йәрүсәлим ҡорамынан Бабил ҡорамына алып киткәйне. Был һауыттарҙы Кир батша үҙе өлкә башлығы итеп тәғәйенләгән Шешбассар тигән кешегә тапшырҙы.

15 Уға: „Был һауыттарҙы ал да Йәрүсәлимдәге ҡорамға алып барып ҡуй, Алла йорто үҙ урынында төҙөлһөн“, – тине.

16 Шешбассар килеп, Йәрүсәлимдә Алла йортона нигеҙ һалды; шунан алып хәҙергәсә төҙөлөш дауам итә, тамамланмаған әле».

17 Әгәр ҙә батша кәрәк тип таба икән, Бабилдағы мөһим яҙмалар һаҡланған йортта эҙләп ҡараһындар: Кир батша Йәрүсәлимдә Алла йортон ҡайтанан төҙөргә фарман сығарғанмы йәки юҡмы икәнен күрерҙәр. Һин батшаның был эшкә ҡарата ҡарарын беҙгә мәғлүм ҡылыуҙарын һорайбыҙ.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan