Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ғөзәйер 2 - Изге Яҙма


Һөргөндән ҡайтҡандарҙың исемлеге

1 Бына өлкәнең Бабил батшаһы Навуходоносор Бабилға алып киткән һәм әле һөргөн әсирлегенән Йәрүсәлимгә һәм Йәһүҙәгә, һәр береһе үҙ ҡалаһына әйләнеп ҡайтҡан кешеләре.

2 Уларҙы Зеруббавел, Йешуағ, Нөхәмияһ, Сераяһ, Реғелаяһ, Мордехай, Билшан, Миспәр, Бигуай, Рехум һәм Бағана алып килде. Бына ул исраилдарҙың исемлеге:

3 Парғош нәҫеленән – ике мең йөҙ етмеш ике кеше;

4 Шефатъяһ нәҫеленән – өс йөҙ етмеш ике кеше;

5 Арах нәҫеленән – ете йөҙ етмеш биш кеше;

6 Пахаҫ-Моав нәҫеленән Йешуағ менән Йоав тармағы – ике мең һигеҙ йөҙ ун ике кеше;

7 Ғелам нәҫеленән – бер мең ике йөҙ илле дүрт кеше;

8 Затту нәҫеленән – туғыҙ йөҙ ҡырҡ биш кеше;

9 Заккай нәҫеленән – ете йөҙ алтмыш кеше;

10 Бани нәҫеленән – алты йөҙ ҡырҡ ике кеше;

11 Бевай нәҫеленән – алты йөҙ егерме өс кеше;

12 Ғазгад нәҫеленән – бер мең ике йөҙ егерме ике кеше;

13 Адониҡам нәҫеленән – алты йөҙ алтмыш алты кеше;

14 Бигуай нәҫеленән – ике мең илле алты кеше;

15 Ғадин нәҫеленән – дүрт йөҙ илле дүрт кеше;

16 Атер нәҫеле Хизкияһ тармағынан – туҡһан һигеҙ кеше;

17 Бесай нәҫеленән – өс йөҙ егерме өс кеше;

18 Йора нәҫеленән – бер йөҙ ун ике кеше;

19 Хашум нәҫеленән – ике йөҙ егерме өс кеше;

20 Гиббар нәҫеленән – туҡһан биш кеше.

21 Сығышы менән Бейт-Ләхәмдән булғандар нәҫеленән – бер йөҙ егерме өс кеше;

22 сығышы менән Нетофанан булғандар нәҫеленән – илле алты кеше;

23 сығышы менән Ғанаҫоҫтан булғандар нәҫеленән – бер йөҙ егерме һигеҙ кеше;

24 сығышы менән Ғазмауыҫтан булғандар нәҫеленән – ҡырҡ ике кеше;

25 сығышы менән Ҡыръяҫ-Еғарим, Кефира һәм Беероҫтан булғандар нәҫеленән – ете йөҙ ҡырҡ өс кеше;

26 сығышы менән Рама һәм Гевағтан булғандар нәҫеленән – алты йөҙ егерме бер кеше;

27 сығышы менән Михмастан булғандар нәҫеленән – бер йөҙ егерме ике кеше;

28 сығышы менән Бейт-Ил һәм Ғайҙан булғандар нәҫеленән – ике йөҙ егерме өс кеше;

29 сығышы менән Невонан булғандар нәҫеленән – илле ике кеше;

30 сығышы менән Магбиштан булғандар нәҫеленән – бер йөҙ илле алты кеше;

31 сығышы менән башҡа Ғеламдан булғандар нәҫеленән – бер мең ике йөҙ илле дүрт кеше;

32 Харим нәҫеленән – өс йөҙ егерме кеше;

33 сығышы менән Лод, Хадид һәм Ононан булғандар нәҫеленән – ете йөҙ егерме биш кеше;

34 сығышы менән Йерихонан булғандар нәҫеленән – өс йөҙ ҡырҡ биш кеше;

35 Сенаа нәҫеленән – өс мең алты йөҙ утыҙ кеше.

36 Ҡаһиндар: Йешуағ нәҫеле Йедағъяһ тармағынан – туғыҙ йөҙ етмеш өс кеше;

37 Иммер нәҫеленән – бер мең илле ике кеше;

38 Пашхур нәҫеленән – бер мең ике йөҙ ҡырҡ ете кеше;

39 Харим нәҫеленән – бер мең ун ете кеше.

40 Левиҙәр: Һодауъяһ нәҫеле Йешуағ менән Ҡадмиил тармағынан – етмеш дүрт кеше.

41 Ҡорам йырсылары: Асаф нәҫеленән – бер йөҙ егерме һигеҙ кеше.

42 Ҡапҡа һаҡсылары: Шаллум, Атер, Талмон, Ғаҡҡув, Хатита һәм Шовай нәҫелдәренән – барлығы бер йөҙ утыҙ туғыҙ кеше.

43 Ҡорам хеҙмәтселәре: Сиха нәҫеле, Хасуфа нәҫеле, Таббағоҫ нәҫеле,

44 Ҡирос нәҫеле, Сиғаһа нәҫеле, Падон нәҫеле,

45 Левана нәҫеле, Хагава нәҫеле, Ғаҡҡув нәҫеле,

46 Хагав нәҫеле, Шалмай нәҫеле, Ханан нәҫеле,

47 Гиддел нәҫеле, Гахар нәҫеле, Реаяһ нәҫеле,

48 Ресин нәҫеле, Неҡода нәҫеле, Газзам нәҫеле,

49 Ғузза нәҫеле, Пасеах нәҫеле, Бесай нәҫеле,

50 Асна нәҫеле, Меғуним нәҫеле, Нефусим нәҫеле,

51 Бакбук нәҫеле, Хаҡуфа нәҫеле, Хархур нәҫеле,

52 Баслуҫ нәҫеле, Мехида нәҫеле, Харша нәҫеле,

53 Барҡос нәҫеле, Сисера нәҫеле, Темах нәҫеле,

54 Нәсиах нәҫеле, Хатифа нәҫеле.

55 Сөләймәндең хеҙмәтселәренең нәҫелдәре: Сотай нәҫеле, Софәрәҫ нәҫеле, Перуда нәҫеле,

56 Яғла нәҫеле, Дарҡон нәҫеле, Гиддел нәҫеле,

57 Шефатъяһ нәҫеле, Хаттил нәҫеле, Похәрәҫ-Һассеваим нәҫеле, Ами нәҫеле.

58 Ҡорам хеҙмәтселәре менән Сөләймәндең хеҙмәтселәренең нәҫел-нәсәптәренән – барлығы өс йөҙ туҡһан ике кеше.

59 Сығышы буйынса Тел-Мелах, Тел-Харша, Керув, Аддан һәм Иммерҙән булған, әммә нәҫелдәре Исраилдан башланғанын иҫбатлай алмаған кешеләр:

60 Делаяһ, Товияһ һәм Неҡода нәҫелдәренән – алты йөҙ илле ике кеше.

61 Ҡаһиндар нәҫеленән: Ховаяһ нәҫеле, Һаҡҡос нәҫеле, Барзиллай нәҫеле. Барзиллай Ғилғәдтә йәшәгән Барзиллай ҡыҙҙарының береһенә өйләнә лә уның исеме менән йөрөй башлаған була.

62 Улар үҙҙәренең нәҫел исемлектәрен эҙләп ҡараны, әммә, таба алмағанлыҡтан, ҡаһинлыҡтан төшөп ҡалдылар.

63 Өлкә башлығы уларға: «Урим һәм туммим менән эш иткән ҡаһин килеп хәл иткәнгә тиклем һеҙ Аллаға килтерелгән изгеләрҙән-изге саҙаҡаларҙан ашай алмайһығыҙ», – тине.

64 Йәмғиәттә бөтәһе ҡырҡ ике мең өс йөҙ алтмыш кеше иҫәпләнде.

65 Был иҫәпкә уларҙың ете мең өс йөҙ утыҙ ете кешенән торған ир һәм ҡатын-ҡыҙ хеҙмәтселәре, ике йөҙ ир һәм ҡатын-ҡыҙ йырсы инмәй.

66 Уларҙың ете йөҙ утыҙ алты аты, ике йөҙ ҡырҡ биш ҡасыры,

67 дүрт йөҙ утыҙ биш дөйәһе, алты мең ете йөҙ егерме ишәге бар ине.

68 Йәрүсәлимдәге Раббы йортона килгәс, ҡайһы бер нәҫел башлыҡтары Алла йортон нигеҙенән тергеҙеү өсөн хәйер-саҙаҡа бирҙе.

69 Үҙҙәренең мөмкинлегенә ҡарап, улар йыйылған хазинаға төҙөлөш өсөн алтмыш бер мең драхма алтын, биш мең мина көмөш, ҡаһиндар өсөн йөҙ ҡат кейем бирҙе.

70 Ҡаһиндар, левиҙәр, халыҡтың бер өлөшө, ҡорам йырсылары, ҡапҡа һаҡсылары, ҡорам хеҙмәтселәре үҙ ҡалаларында төйәкләнде. Исраилдың ҡалған бөтә халҡы үҙ ҡалаларында йәшәй башланы.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan