Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ғовадъяһ 1 - Изге Яҙма

1 Ғовадъяһҡа иңдерелгән күренмеш. Раббы Хакимдың Эдом тураһында әйткәне. Раббынан бер хәбәр ишеттек беҙ: «Ҡуҙғалығыҙ, Эдомға һуғыш башлайыҡ!» Быны иғлан итер өсөн, Ҡәүемдәр араһына илсеһен ебәргән.


Раббының Эдомды хөкөм итеүе

2 «Ҡәүемдәр араһында һине иң меҫкене итермен, Барыһы һиңә кәмһетеп ҡарар! – ти Раббы. –

3 Эй һин, ҡая ярыҡтарында төйәкләнгән. Йортоңдо юғарыла төҙөгән, Йөрәгәңдең тәкәбберлеге алданы һине, Һауаланып: „Кем һуң мине Ергә атып бәрә алыр?“ – тиһең.

4 Бөркөт кеүек күккә ашһаң да һин, Йондоҙ араһында оя ҡорһаң да – Унан да һине бәреп төшөрөрмөн!» – тип белдерә Раббы.

5 Ҡараҡ төштөмө әллә өйөңә, Әллә төнгө бурҙар керҙеме, Ниңә шулай бер нәмәһеҙ ҡалдың? Улар ҙа бит тик кәрәген генә алыр ине. Йөҙөм йыйыусылар баҡсаңа ингән хәлдә лә, Бер аҙ йөҙөм ҡалдырмаҫ инеме ни?

6 Ғаяздың бөтә нәмәһе таланған, Йәшерен урындары туҙҙырылған!

7 Һинең менән килешеү төҙөгәндәр барыһы Илдән һине ҡыуып сығарыр; Дуҫ күреп йөрөгәндәрең һине һатыр, Бынан ары көн күрһәтмәҫ. Һинең менән ашап-эсеүселәр Һиңә тоҙаҡ ҡорор: «Уның аҡылы ҡайҙа?» – тиер.

8 «Ул көндө Мин, – тип белдерә Раббы, – Эдомдың аҡыл эйәләрен, Ғаяз тауындағы белеклеләрҙе һәләк итәсәкмен!

9 Эй Теман, ҡаһарман яугирҙәрең ҡалтырап төшөр, Ғаяз тауындағылар барыһы ҡырылып бөтөр!

10 Энең Яҡупҡа йәбер-золом ҡылғаның өсөн, Хурлыҡҡа төшөрөлөрһөң, Мәңгегә юҡ ителерһең.

11 Яттар Яҡуптың мөлкәтен талағанда Һин алыҫтан ғына ҡарап торҙоң. Сит халыҡтар ҡапҡаһынан эскә инеп, Йәрүсәлимгә йәрәбә ташлағанда, Һин дә уларҙың берәүһе һымаҡ булдың.

12 Туғаныңа афәт килгән көндө, Һин үсәп тормаған булһаң икән, Йәһүҙә халҡына һәләкәт янағанда, Ҡыуанмаған булһаң икән, Уларға ҡайғы килгәндә, Мыҫҡыллап ауыҙ йырмаһаң икән!

13 Халҡым ҡазаға тарығас, Ҡапҡаларын емереп кермәнеңме? Баштарына бәлә килгән мәлдә, Бәхетһеҙлегенә ҡыуанманыңмы? Уға афәт ябырылған көндә Малына ҡул һуҙманыңмы?

14 Ҡасып барғандарҙы үлтерергә Юл сатында торманыңмы? Ул ҡайғылы көндә иҫән ҡалғандарҙы Дошман ҡулына һин бирмәнеңме?

15 Ләкин Раббы көнө яҡынлаша, Барса ҡәүемдәргә хөкөм көнө! Үҙең ни ҡылһаң, һиңә шул булыр, Ғәмәлдәреңдең ҡоһоро үҙ башыңа төшөр.


Исраилдың ҡотолоуы

16 Эй Минең халҡым, изге тауымда һеҙ нисек эстегеҙ, Барса ҡәүемдәр ҙә шулай эсерҙәр ғазап туҫтағын. Бүккәнсе, алдарынан ҡалғансы эсә-эсә Юҡҡа сығыр, бөтөнләй булмаған ише.

17 Әммә ҡотолоп ҡалғандар Сион тауында йыйылыр. Был тау мөҡәддәс булыр, Яҡуп нәҫеле үҙ биләмәһенә тағы хужа булыр.

18 Яҡуп нәҫеле – ут, Йософ нәҫеле – ялҡын, Ә Ғаяз нәҫеле һалам булыр. Ғаяз нәҫелен ут ялмап йотор, Бер кем дә ҡотолоп ҡалмаҫ», – ти Раббы.

19 Негев халҡы – Ғаяз тауҙарын; Шефелала йәшәүселәр – пелештиҙәр илен, Әфраим һәм Самария ерҙәрен; бинйәминдәр иһә Ғилғәдте үҙ биләмәһе итер.

20 Әсирлектән ҡайтыусылар, исраилдар ғәскәре, Сарефаҫҡа тиклем бөтә Ҡәнғән ерҙәрен, Йәрүсәлимдән һөргөнгә ебәрелеп, әле Сефарадта йәшәүселәр Негев ҡалаларын биләр.

21 Халыҡтың ҡотолоп иҫән ҡалғандары, Сион тауына күтәрелеп, Ғаяз тауына хакимлыҡ итер. Раббы батшалығы башланыр.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan