Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ғәмәлдәр 9 - Изге Яҙма


Раббының Шаулды саҡырыуы

1 Шаул элеккесә Раббының шәкерттәренә нәфрәт менән янды, уларға үлем менән янаны. Ул иң баш ҡаһиндан

2 Дамасктағы ғибәҙәтханаларға хат яҙып биреүен һораны. Унда Раббы юлынан йөрөгән һәр кемде, ир-атмы ул, ҡатын-ҡыҙмы, ҡулға алып, Йәрүсәлимгә алып килергә ниәтләне.

3 Юлда барғанда, инде Дамаскка яҡынлашып килгәндә, ҡапыл Шаулдың тирә-яғы күктән төшкән яҡтылыҡтан балҡып китте.

4 Ул ергә йығылды һәм: – Шаул, Шаул! Ниңә һин Мине эҙәрлекләйһең? – тигән тауыш ишетте.

5 – Һин кем, Әфәнде? – тип һораны Шаул. – Мин – һин эҙәрләгән Ғайса, – тип яуап бирҙе тауыш. –

6 Тор ҙа ҡалаға бар. Нимә эшләргә икәнен һиңә унда әйтерҙәр.

7 Шаул менән бергә йөрөгән кешеләр өнһөҙ ҡатып ҡалды. Улар, килгән тауышты ишетһә лә, һис кемде күрмәне.

8 Шаул ерҙән торҙо, ләкин, күҙҙәрен асҡас, бер нәмә лә күрмәй булып сыҡты. Шунлыҡтан Дамаскка уны етәкләп алып килделәр.

9 Өс көн буйы ул бер нәмә лә күрмәне, ашаманы ла, эсмәне лә.


Һананиастың Шаулды һауыҡтырыуы

10 Дамаскта Һананиас исемле бер шәкерт йәшәй ине. Уға килгән илаһи күренмештә Раббы: – Һананиас! – тине. – Эйе, Раббым.

11 – Тура урам тип аталған урамға бар ҙа Йәһүҙә йәшәгән өйгә ин, Шаул исемле Тарсос кешеһен һора. Ул әлеге мәлдә доға ҡыла.

12 Шаулға илаһи күренмеш килде. Унда Һананиас исемле берәү уның янына килде лә, Шаулдың күҙҙәре йәнә күрә башлаһын өсөн, уға ҡулдарын ҡуйҙы, – тине Раббы.

13 – Раббым! Мин был кеше хаҡында, уның Йәрүсәлимдә Һинең изге халҡыңа ҡаршы ни тиклем яуызлыҡтар ҡылыуы тураһында күптәрҙән ишеттем.

14 Бында ла ул баш ҡаһиндарҙан исемеңде телгә алған һәр кемде ҡулға алырға вәкәләт алып килде, – тип яуапланы Һананиас.

15 Әммә Раббы уға: – Бар, кит, сөнки Мин был кешене башҡа халыҡтарға, батшаларға һәм Исраил халҡына исемемде танытһын өсөн ҡоралым итеп һайланым.

16 Уға Минең хаҡҡа күпме ғазап сигергә тейешлеген күрһәтермен, – тине.

17 Һананиас барып, шул йортҡа инде. Ул Шаулға ҡулын ҡуйып: – Шаул туған! Мине һиңә, күҙҙәрең күрә башлаһын өсөн һәм Изге Рух менән һуғарырға тип, юлыңда осраған Раббы Ғайса ебәрҙе, – тине.

18 Шул саҡ, әйтерһең, күҙҙәрен ҡаплап торған балыҡ тәңкәләренә оҡшаш бер нәмә ҡойолоп төштө, Шаул тағы күрә башланы. Ул урынынан торҙо ла һыуға сумдырылыу йолаһын үтте.

19 Ашап алғас, уға хәл инеп китте. Шаул шәкерттәр менән бер нисә көн Дамаскта булды.


Шаулдың Дамаскта вәғәз һөйләп йөрөүе

20 Ундағы ғибәҙәтханаларға ингәс тә: – Ғайса – Алла Улы, – тип һөйләй ҙә башланы.

21 Уны тыңлағандарҙың барыһы ла хайран ҡалып: – Йәрүсәлимдә шул исемде телгә алыусыларҙы эҙәрләгән әҙәм түгелме һуң был? Бында ла, уларҙы бығаулап, баш ҡаһиндарға тапшырырға тип килмәнеме икән ул? – тиеште.

22 Ә Шаулдың вәғәзләү ҡеүәте артҡандан-артты. Ғайсаның Мәсих икәнлеген иҫбат итеп йөрөп, ул Дамаскта йәшәүсе йәһүдтәрҙе аптырашҡа һалды.

23 Байтаҡ ваҡыт үткәс, йәһүдтәр уны үлтерергә һүҙ беркетте.

24 Уны үлтереү өсөн, ҡала ҡапҡаларын көнө-төнө күҙәттеләр. Әммә Шаул уларҙың был ниәтен белеп алды.

25 Төндә шәкерттәр уны, кәрзингә ултыртып, ҡала диуары буйлап ергә төшөрҙө.


Шаул Йәрүсәлимдә

26 Йәрүсәлимгә килгәс, Шаул шәкерттәргә ҡушылырға тырышты, әммә улар Шаулдың Ғайса шәкерте булыуына ышанманы, унан ҡурҡтылар.

27 Барнабас уны илселәр янына алып барҙы һәм Шаулдың юлда Раббыны күреүен, Раббының уға ниҙәр әйтеүен, уның Дамаскта Ғайса тураһында ҡыйыу рәүештә вәғәзләүен һөйләп бирҙе.

28 Раббы тураһында ҡыйыу рәүештә вәғәзләп, Шаул Йәрүсәлимдә илселәр менән бергә йөрөнө.

29 Ул йыш ҡына грек телле йәһүдтәр менән әңгәмәләр ҡорҙо, бәхәсләште, ә тегеләре уны үлтерергә тырышты.

30 Имандаштар был хаҡта белеп ҡалғас, уны Ҡайсареяға оҙаттылар, ә унан Тарсосҡа ебәрҙеләр.

31 Бөтә Йәһүҙиә, Галилея һәм Самария имандаштар берҙәмлегендә тыныслыҡ урынлашты, һәм ул нығынды. Раббы ҡаршыһында ҡурҡып йәшәгәнгә һәм Изге Рухтың дәртләндереүе арҡаһында иман юлындағыларҙың һаны арта барҙы.


Энейҙың һауығыуы

32 Петрус иһә, бер ҡаланан икенсеһенә йөрөй торғас, Луддала йәшәүсе иманлылар янына килде.

33 Унда ул фалиж һуғып, һигеҙ йыл буйы ауырып ятҡан Эней исемле бер кешене күрҙе.

34 – Эней! Һине Ғайса Мәсих һауыҡтыра. Ятҡан урыныңдан тор ҙа түшәгеңде йүнәтеп һал, – тине уға Петрус. Эней шунда уҡ торҙо.

35 Уның һауыҡҡанын күреп, Лудда һәм Шарондың барса халҡы Раббыға инанды.


Табиҫаның терелеүе

36 Яфо ҡалаһында гел генә яҡшы эштәр ҡылған һәм фәҡирҙәргә ярҙам иткән Табиҫа (грекса «Доркас») исемле бер шәкерт ҡатын бар ине.

37 Шул көндәрҙә ул ҡатын ауырып китте һәм вафат булды. Уны йыуып, өҫкө ҡаттағы бер бүлмәгә һалдылар.

38 Шәкерттәр Петрустың Луддала икәнен ишеткәс, Яфоға яҡын булғанлыҡтан, үҙҙәре янына тиҙерәк килеп етеүен үтенеп, ике кеше ебәрҙеләр.

39 Петрус улар менән бергә Яфоға килде. Уны өҫкө ҡаттағы бүлмәгә алып менделәр. Бөтә тол ҡатындар Петрус янына йыйылды, илай-илай уға Доркас тере сағында үҙе теккән күлдәктәрҙе, кейемдәрҙе күрһәтте.

40 Бүлмәнән бөтә кешене сығарып ебәргәс, Петрус тубыҡланып доға ҡылды ла мәйеткә табан боролдо: – Табиҫа, тор! Ҡатын күҙҙәрен асты, Петрусты күреп, тороп ултырҙы.

41 Петрус, ҡулын һуҙып, уға торорға ярҙам итте. Тол ҡатындарҙы һәм бүтән иманлыларҙы саҡырып, терелгән Табиҫаны уларҙың ҡаршыһына баҫтырҙы.

42 Был хәл бөтә Яфо халҡына мәғлүм булды һәм күптәр Раббыға инанды.

43 Петрус байтаҡ көндәр Яфола Шимғон исемле күн оҫтаһының өйөндә йәшәне.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan