Ғәмәлдәр 8 - Изге Яҙма1 Шаул иһә Стефанустың үлтерелеүен хуп күрҙе. Шул көндән Йәрүсәлимдәге имандаштар берҙәмлеген ныҡлап эҙәрлекләргә тотондолар һәм илселәрҙән башҡа барыһы ла Йәһүҙиә менән Самария буйлап таралдылар. 2 Диндар кешеләр Стефанусты ерләне, ҡайғырып ныҡ иланы. 3 Ә Шаул имандаштар берҙәмлеген эҙәрлекләне. Өйҙән-өйгә йөрөнө, ир-атты һәм ҡатын-ҡыҙҙы һөйрәп алып сығып, төрмәгә япты. Илселәр Самарияла 4 Төрлө яҡҡа һибелгән имандаштар ҡайҙа барһалар, шунда Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп йөрөнө. 5 Филиппус, Самарияның бер ҡалаһына барып, халыҡҡа Мәсих тураһында бәйән итте. 6 Филиппус һөйләгәндәрҙе бар халыҡ диҡҡәт менән тыңланы һәм ул ҡылған мөғжизәләрҙе күрҙе: 7 ен эйәләшкән күптәрҙең эсенән, көслө тауыш менән үкереп, яуыз рухтар сыҡты, фалиж һуҡҡан кешеләр, аҡһаҡтар күпләп һауыҡты. 8 Ҡала халҡы был эштәргә бик ҡыуанды. 9 Шул уҡ ҡалала күпмелер ваҡыт, сихырсылыҡ ҡылып, Самария халҡын хайран ҡалдырған, үҙен бөйөк тип танытырға теләгән Шимғон исемле берәү бар ине. 10 Барыһы ла – олоһо ла, кесеһе лә уны хайран ҡалып тыңланы. «Был әҙәм – „Бөйөк“ тип аталған Алла ҡөҙрәте», – тинеләр уның хаҡында. 11 Оҙаҡ ҡына ваҡыт үҙенең сихырҙары менән халыҡты хайран ҡалдырып килеүе өсөн тыңланылар был Шимғонды. 12 Әммә, Алла Батшалығы һәм Ғайса Мәсих исеме хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе бәйән иткән Филиппусҡа ышанғас, ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа һыуға сумдырылыу йолаһын үтте. 13 Шимғон үҙе лә иманға килде һәм, һыуға сумдырылғандан һуң, Филиппустан бер тотам да ҡалманы. Ул ҡылған хикмәттәрҙе һәм ҡөҙрәтле мөғжизәләрҙе күреп, хайран ҡалды. 14 Самария халҡының Алла һүҙен ҡабул итеүен ишеткәс, Йәрүсәлимдәге илселәр улар янына Петрус менән Яхъяны ебәрҙе. 15 Петрус менән Яхъя бында иманға яңы килгән кешеләрҙең Изге Рухты ҡабул итеп алыуы өсөн доға ҡылды, 16 сөнки Раббы Ғайса исеме менән улар бары тик һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгәйне, ләкин береһенә лә Изге Рух инмәгәйне әле. 17 Шунан һуң Петрус менән Яхъя Самария кешеләренең башына ҡулдарын ҡуйҙы һәм улар Изге Рухты ҡабул итте. 18 Рухтың илселәр ҡулынан бирелгәнен күргән Шимғон уларға аҡса тәҡдим итте. 19 – Миңә лә шундай ҡөҙрәт бирегеҙ әле, кемдең башына ҡулымды ҡуйһам, шул кеше Изге Рухты алһын, – тине. 20 Әммә Петрус уға: – Әгәр, Алла бүләген аҡсаға һатып алырға мөмкин, тип уйлайһың икән, аҡсаларың менән бергә һәләк булырһың! – тине. – 21 Һинең был хеҙмәттә ҡатнашырға хоҡуғың юҡ, сөнки Алла ҡаршыһында күңелең саф түгел. 22 Шуға күрә был яуызлығыңдан тәүбә ит һәм Раббыға доға ҡыл, бәлки, күңелеңдәге яуыз уйың ғәфү ителер. 23 Мин һинең әсе көнсөллөккә батҡаныңды һәм гонаһ сылбыры менән бығауланғаныңды күрәм. 24 – Әйткән һүҙҙәрегеҙҙең береһе лә миңә ҡағылмаһын өсөн, Раббыға доға ҡылығыҙ, – тип яуап бирҙе Шимғон. 25 Петрус менән Яхъя, үҙҙәренең шаһитлығын биреп Раббы һүҙен иғлан иткәндән һуң, кире Йәрүсәлимгә китте. Юлайҡан Самарияның күп кенә ауылдарында Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан иттеләр. Филиппус һәм Хәбәшстан кешеһе 26 Раббының бер фәрештәһе Филиппусҡа: – Йыйын да көньяҡҡа, Йәрүсәлимдән Газаға бара торған юлға сыҡ, – тине. Ул юл аулаҡ ине. 27 Филиппус йыйынып шул юлға сыҡты һәм бында бер хәбәшиҙе осратты. Ул кеше алашар, кәндәки, йәғни Хәбәшстан батшабикәһенең ҡарамағындағы бөтөн хазинаны һаҡлаусы юғары дәрәжәле түрә ине. Аллаға табынырға тип Йәрүсәлимгә килгән, 28 әле үҙенең иленә ҡайтып бара һәм арбаһында Ишағыяһ пәйғәмбәр китабын уҡып ултыра ине. 29 Рух Филиппусҡа: – Арбаға яҡыныраҡ барып, эргәһенән атла, – тине. 30 Филиппус арба янына йүгереп килде, унда хәбәшиҙең Ишағыяһ пәйғәмбәрҙе уҡығанын ишетте. – Нимә тураһында уҡығаныңды аңлайһыңмы һуң? – тип һораны. 31 – Берәйһе төшөндөрөп бирмәһә, нисек аңлайым инде? – тип, хәбәши Филиппусты үҙенең эргәһенә арбаға ултырырға саҡырҙы. 32 Хәбәши Изге Яҙманың ошо урынын уҡый ине: «Салырға килтерелгән һарыҡ шикелле, йөнөн ҡырҡыусы алдында өнһөҙ торған бәрәс кеүек, Ул ауыҙын асманы. 33 Ул кәмһетелде, ғәҙел хөкөмдән мәхрүм ителде. Уның нәҫеле хаҡында кем һөйләр? Тормошо ерҙән алынды бит». 34 Хәбәши Филиппустан: – Әйт әле, бында пәйғәмбәр кем хаҡында – үҙе хаҡында һөйләйме, әллә бүтән берәү тураһындамы? – тип һораны. 35 Филиппус уға ошо урындан башлап аңлатып бирҙе һәм Ғайса хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе һөйләне. 36-37 Шулай бара торғас, улар ниндәйҙер һыу янына килеп етте. – Бына бит, бында һыу бар, сумдырылыу йолаһын үтергә миңә нимә ҡамасаулай? – тине хәбәши. 38 Ул арбаны туҡтатырға ҡушты. Икеһе лә һыуға инде, һәм Филиппус уны һыуға сумдырып алды. 39 Улар һыуҙан сыҡҡас, Раббы Рухы Филиппусты алып китте, хәбәши уны бүтәнсә күрмәне, шатланып юлын дауам итте. 40 Филиппус иһә Ашдод ҡалаһына барып сыҡты. Ул Ҡайсареяға барып еткәнсе юлындағы ҡалаларҙа Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләне. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia