Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ғәмәлдәр 5 - Изге Яҙма


Һананиас менән Сапфираның алдашыуы

1 Һананиас исемле берәү, ҡатыны Сапфира менән бергә ер-мөлкәтен һатты ла,

2 ҡатыны менән һөйләшеп, һатыуҙан килгән аҡсаның бер өлөшөн йәшереп ҡуйҙы, ҡалғанын илселәргә килтереп бирҙе.

3 Әммә Петрус: – Һананиас! Ни өсөн һин Иблискә йөрәгеңә баш булырға ирек бирҙең? Аҡсаның бер өлөшөн йәшереп ҡалдырып, һин Изге Рухты алдарға уйланың, – тине. –

4 Һатҡанға тиклем дә был ер һинеке ине, һатҡандан һуң да аҡсаһы һинеке булып ҡалды бит. Ни өсөн мутлашырға уйланың? Бының менән һин кешеләрҙе түгел, Алланы алданың.

5 Ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс тә Һананиас йығылып китте һәм йән бирҙе. Барыһын да ишетеп торған кешеләрҙең ҡото осто.

6 Йәшерәктәр Һананиастың үле кәүҙәһен кәфенгә урап алып сыҡтылар ҙа ерләнеләр.

7 Өс сәғәт самаһы ваҡыт уҙғас, уның ҡатыны ла килде. Ул булған хәл тураһында бер нәмә лә белмәй ине әле.

8 Петрус унан: – Әйт әле, ерегеҙҙе ошо хаҡҡа һаттығыҙмы? – тип һораны. – Эйе, ошо хаҡҡа, – тип яуап бирҙе уға ҡатын.

9 Әммә Петрус: – Ни өсөн һеҙ Раббының Рухын һынап ҡарарға булдығыҙ? Ана ишектән иреңде ерләгән кешеләр инеп килә. Улар һине лә алып сығасаҡ, – тине.

10 Шул мәлдә ҡатын уның аяғына йығылып йән бирҙе. Егеттәр ингәс, ҡатынды үле килеш күрҙеләр һәм, алып сығып, ире янына ерләп ҡуйҙылар.

11 Имандаштар берҙәмлеген һәм был хәбәрҙе ишеткәндәрҙең бөтәһен дә көслө ҡурҡыу хисе биләп алды.


Илселәр күрһәткән хикмәттәр

12 Илселәр халыҡ араһында күп хикмәттәр һәм мөғжизәләр ҡылды. Имандаштар бергәләшеп Сөләймән айуанында осрашып торҙо.

13 Халыҡ уларҙы хөрмәт итһә лә, уларға ҡушылырға баҙнат итеүсе булманы.

14 Бик күп ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ Раббыға инанды, уларҙың һаны артҡандан-арта барҙы.

15 Петрус үтеп барғанда, һис юғы уның күләгәһе булһа ла төшһөн ине, тигән теләк менән ауырыуҙарҙы урамға алып сығып, түшәктәргә һалдылар.

16 Йәрүсәлимгә яҡын-тирәләге ҡалаларҙан да бик күп халыҡ килде. Улар алып килгән ауырыуҙар һәм ен эйәләшкән кешеләрҙең бөтәһе лә һауыҡты.


Илселәр Юғары кәңәшмә алдында

17 Иң баш ҡаһин һәм уның яҡлылар, йәғни саддукей төркөмөндәгеләр, көнләшеүҙән шартлар хәлгә етеп,

18 илселәрҙе ҡулға алды һәм дөйөм төрмәгә ябып ҡуйҙы.

19 Әммә төндә Раббының бер фәрештәһе килеп төрмә ишектәрен асты.

20 – Барығыҙ, Алла йортона инегеҙ ҙә был яңы тормош тураһындағы хәбәрҙе халыҡҡа һөйләгеҙ, – тип, уларҙы сығарып ебәрҙе.

21 Илселәр, фәрештәне тыңлап, таң менән Алла йортона килде һәм аң-белемгә өйрәтә башланы. Иң баш ҡаһин һәм уның яҡлылар, Исраил халҡының аҡһаҡалдарын саҡырып, Юғары кәңәшмә йыйҙы. Илселәрҙе алып килергә бойорҙолар.

22-23 Әммә хеҙмәтселәр килгәндә улар төрмәлә юҡ ине инде. – Беҙ барғанда төрмә ныҡлы бикләнгән, ишектәр алдында һаҡсылар тора ине. Ләкин, эскә ингәс, бер кемде лә тапманыҡ, – тип һөйләп бирҙе улар, әйләнеп ҡайтҡас.

24 Алла йорто һаҡсылары башлығы һәм баш ҡаһиндар, быны ишеткәс, тағы ни булыр икән инде, тип аптырашта ҡалды.

25 Шул мәл берәү килеп: – Ана, ҡарағыҙ, һеҙ төрмәгә ултыртҡан кешеләр Алла йортонда халыҡты өйрәтә, – тип хәбәр итте.

26 Ошонан һуң тәртип һаҡсылары башлыҡтары менән бергә илселәрҙе барып алып килделәр. Халыҡ таш бәрә башлар тип ҡурҡып, илселәргә көс ҡулланманылар.

27 Уларҙы Юғары кәңәшмә ҡаршыһына баҫтырғас, иң баш ҡаһин:

28 – Беҙ һеҙгә ҡәтғи рәүештә был Кеше исеменән өйрәтмәҫкә бойорғайныҡ түгелме? Ә һеҙ үҙегеҙҙең тәғлимәтегеҙҙе бөтә Йәрүсәлимгә тараттығыҙ һәм ул Кешенең үлемендә беҙҙе ғәйепләйһегеҙ, – тине.

29 Петрус һәм бүтән илселәр: – Кешеләргә ҡарағанда Аллаға нығыраҡ буйһонорға тейешбеҙ.

30 Ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы һеҙ ағас бағанаға ҡаҙаҡлап үлтергән Ғайсаны терелтте.

31 Исраилға тәүбә итеү һәм гонаһтарынан ярлыҡаныу мөмкинлеге биреү өсөн, Алла Уны Юлбашсы һәм Ҡотҡарыусы итеп Үҙенең уң яғына күтәрҙе.

32 Беҙ – был эштәрҙең шаһиты. Шулай уҡ Алла Үҙенә буйһоноусыларға биргән Изге Рух та был эштәргә шаһит, – тип яуап бирҙеләр.

33 Быны ишеткәс, Юғары кәңәшмә ағзалары ярһып китеп илселәрҙе үлтерергә теләне.

34 Ошо ваҡыт бөтә халыҡ хөрмәт иткән ҡанун өйрәтеүсе, Кәңәшмә ағзаһы Ғамалиил исемле фарисей аяғүрә баҫты. Илселәрҙе аҙ ғына ваҡытҡа сығарып торорға ҡушты.

35 Илселәр сығып киткәс: – Исраилдар! – тип һүҙ башланы. – Был кешеләр менән ни эшләргә йыйыныуығыҙ тураһында ныҡлы уйлағыҙ.

36 Күптән түгел бында үҙен бик бөйөк итеп күрһәтергә тырышҡан Теудас тигән берәү пәйҙә булғайны, уға дүрт йөҙгә яҡын кеше эйәрҙе. Әммә, ул үлтерелеү менән, уға эйәреүселәр төркөмө, төрлөһө төрлө яҡҡа тарҡалып, юҡҡа сыҡты.

37 Унан һуң иҫәп алыу көндәрендә Галилеянан Йәһүҙә пәйҙә булды һәм күпмелер халыҡты фетнәгә ҡотортто. Ул да һәләк булды һәм уға эйәргән кешеләр таралып бөттө.

38 Шуға күрә хәҙер һеҙгә әйтәм: был кешеләргә теймәгеҙ. Уларҙы ебәрегеҙ. Ниәтләгән эштәре бәндәләрҙән булһа, ул эштәр юҡҡа сығасаҡ.

39 Әгәр инде Алланан булһа, һеҙ уны юҡ итә алмаҫһығыҙ, ни бары үҙегеҙҙе Аллаға ҡаршы ҡуйырһығыҙ, – тине Ғамалиил. Аҡһаҡалдар уның һүҙенә ҡолаҡ һалды.

40 Илселәрҙе саҡырып индерҙеләр ҙә, уларҙы туҡмап, Ғайса исеменән өйрәтмәҫкә бойороп, иреккә сығарҙылар.

41 Илселәр, Ғайса исеме хаҡына кәмһетелеүгә лайыҡ булыуҙарына шатланып, Юғары кәңәшмәнән сығып китте.

42 Һәр көн улар Алла йортонда һәм өйҙәрҙә Ғайсаның Мәсих икәнлеге хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе һөйләүҙән һәм өйрәтеүҙән туҡтаманы.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan