Ғәмәлдәр 4 - Изге ЯҙмаПетрус менән Яхъя Юғары кәңәшмә алдында 1-2 Петрус һәм Яхъя халыҡ менән һөйләшкән арала, улар янына ҡаһиндар, Алла йорто һаҡсылары башлығы һәм саддукейҙар килде. Ғайсаның терелеүе нигеҙендә үленән терелеү тураһында вәғәз һөйләп, халыҡты өйрәткән Ғайса илселәренә уларҙың асыуҙары килде. 3 Петрус менән Яхъяны ҡулға алып, инде кис булғанлыҡтан, иртәгәһе көнгәсә уларҙы һаҡ аҫтында тоттолар. 4 Тыңлап тороусыларҙың күбеһе илселәр һөйләгән вәғәзгә ышанды, һәм иманға килеүсе ирҙәрҙең һаны биш меңгә етте. 5 Икенсе көндө Йәрүсәлимдә йәһүд башлыҡтары, аҡһаҡалдар һәм ҡанун белгестәре йыйылды. 6 Иң баш ҡаһин Ханнас, Ҡаяфас, Яхъя, Искәндәр һәм баш ҡаһин ырыуынан булған бүтәндәр ҙә шунда ине. 7 Петрус менән Яхъяны уртаға баҫтырып, уларҙан һорау ала башланылар: – Һеҙ быларҙың барыһын да ниндәй ҡөҙрәт менән һәм кем исеменән башҡарҙығыҙ? 8 Шул ваҡыт Петрус, Изге Рух менән һуғарылып: – Халыҡ башлыҡтары, аҡһаҡалдар! – тине. – 9 Әгәр ҙә бөгөн беҙҙән ғәрипкә күрһәткән яҡшылығыбыҙ һәм уны нисек итеп һауыҡтырыуыбыҙ хаҡында яуап талап итәһегеҙ икән, 10 һеҙ ҙә, бөтә Исраил халҡы ла белһен: ҡаршығыҙҙа баҫып торған кеше, һеҙ арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатҡан, әммә Алла тарафынан үленән терелтелгән назаралы Ғайса Мәсих исеме менән һауыҡтырылды. 11 Ғайса – ул «һеҙ төҙөүселәр ташлаған һәм иң мөһим мөйөш ташына әйләнгән таш». 12 Башҡа бер кемдән дә ҡотолоу килмәҫ. Был күктең аҫтында кешеләргә бирелгән исемдәр араһында беҙҙе ҡотҡара алған башҡа исем юҡ, – тине Петрус. 13 Юғары кәңәшмә ағзалары Петрус менән Яхъяның ҡыйыулығын күрҙеләр һәм, уларҙың уҡымаған, ябай кешеләр икәнен белеп, хайран ҡалдылар. Шунан һуң ғына уларҙың Ғайса менән бергә йөрөгән кешеләр икәнен аңланылар. 14 Һауыҡҡан кешенең дә улар янында тороуын күргәс, ҡаршы һүҙ әйтә алманылар һәм 15 уларға Кәңәшмәнән сығып торорға ҡуштылар. 16 – Был кешеләр менән нимә эшләргә? Уларҙың бөйөк мөғжизә ҡылыуы бар Йәрүсәлим халҡына билдәле. Беҙ быны инҡар итә алмайбыҙ. 17 Әммә, был хаҡта халыҡ араһында һүҙ ҡуйырмаһын өсөн, әйҙәгеҙ, бынан ары был Кеше исеменән бер кемгә лә һөйләнеп йөрөмәһендәр, тип ҡурҡытып ҡуяйыҡ, – тип үҙ-ара кәңәш ҡорҙолар. 18 Шунан Петрус менән Яхъяны ҡабаттан саҡырып индерҙеләр ҙә Ғайса исеменән бер ҡасан да һүҙ һөйләмәҫкә һәм өйрәтмәҫкә ҡуштылар. 19 Әммә тегеләр: – Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, Алла һүҙен түгел, һеҙҙең һүҙҙе тыңлаһаҡ, был Алла ҡаршыһында дөрөҫ булырмы һуң? 20 Беҙ күргәндәребеҙ һәм ишеткәндәребеҙ тураһында һөйләмәй булдыра алмайбыҙ, – тип яуап бирҙе. 21 Юғары кәңәшмә ағзалары, яза бирерлек сәбәп таба алмағас, тағы бер тапҡыр янап, Петрус менән Яхъяны сығарып ебәрҙе. Сөнки булған хәл айҡанлы бөтөн халыҡ Алланы данлай ине. 22 Ни өсөн тигәндә, һауығыу мөғжизәһен татыған теге кеше ҡырҡ йәштән уҙғайны инде. Иманлылар ҡылған доға 23 Иреккә сығарылғас, Петрус менән Яхъя иптәштәре янына килде, уларға баш ҡаһиндар һәм аҡһаҡалдар әйткән һүҙҙәрҙе һөйләп бирҙеләр. 24 Быны ишеткән имандаштар көр тауыш менән бергәләшеп Аллаға доға ҡылды: – Бөйөк Хакимыбыҙ! Һин күкте, ерҙе, диңгеҙҙе һәм уларҙағы бөтә нәмәне барлыҡҡа килтерҙең. 25 Изге Рух аша Үҙеңдең хеҙмәтсең, беҙҙең атабыҙ Дауыттың ауыҙынан шулай тип әйттерҙең: «Ни өсөн халыҡтар ҡоторона, өммәттәр булмаҫтайҙы ниәт итә? 26 Ерҙәге батшалар баш күтәрә, хакимдар Раббыға һәм Уның Мәсихенә ҡаршы берләшә». 27 Ысынлап та, Һируд менән Понтиос Пилатос ошо ҡалала Үҙең мәсехләгән изге Хеҙмәтсең Ғайсаға ҡаршы мәжүсиҙәр һәм Исраил халҡы менән берләште. 28 Улар Һинең ҡөҙрәтең һәм ихтыярың менән буласағы алдан билдәләнгән эште атҡарҙы. 29 Хәҙер, Раббыбыҙ, уларҙың янауҙарын ишет һәм беҙ ҡолдарыңа Һинең һүҙеңде ҡыйыу рәүештә һөйләргә ҡөҙрәт бир. 30 Ҡулыңды һуҙ һәм Изге Хеҙмәтсең Ғайса исеме менән һауыҡтыр, хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәт. 31 Доға ҡылғандан һуң улар торған урын һелкенеп китте һәм бөтәһе лә Изге Рух менән һуғарылды, Алла һүҙен ҡыйыу рәүештә һөйләй башланылар. Иманлыларҙың бөтә нәмәһе уртаҡ 32 Иманға килеүселәр йөрәктәре һәм күңелдәре менән берҙәм булды. Береһе лә үҙ милкен, минеке генә, тип һанаманы, бөтә нәмәләре уртаҡ ине. 33 Мәсих илселәре Раббы Ғайсаның үленән терелеп тороуы тураһында ҙур көс һалып шаһитлыҡ ҡылды һәм Алла уларҙың барыһына ла Үҙенең мәрхәмәтен мул итеп биреп торҙо. 34 Иманлылар араһында бер кем дә мохтажлыҡ кисермәне, сөнки ерҙәре йәки өйҙәре булғандары, уларҙы һатып, аҡсаһын 35 илселәр ҡарамағына тапшыра ине. Был аҡсалар һәр кемгә ихтыяжына ҡарап бүлеп бирелде. 36 Мәҫәлән, илселәр Барнабас (йәғни «Йыуаныс улы») тип йөрөткән, Кипрҙа тыуған Йософ исемле бер леви, 37 үҙенең ерен һатып, аҡсаһын илселәргә алып килеп бирҙе. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia