Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ғәмәлдәр 3 - Изге Яҙма


Аҡһаҡтың атлап китеүе

1 Бер көн, көндөҙгө өстәр тирәһендә, доға ҡылыу ваҡытында, Петрус менән Яхъя Алла йортона килде.

2 Шул мәл тыумыштан аҡһаҡ бер кешене алып килделәр. Уны көн һайын Алла йортоноң Матур тип аталған ҡапҡаһы янына ултыртып, инеүселәрҙән саҙаҡа һорарға ҡалдырып китәләр ине.

3 Алла йортона инеп барған Петрус менән Яхъяны күреп, был кеше уларҙан да хәйер һораны.

4 Петрус менән Яхъя уға текләп ҡараны. – Беҙгә ҡара, – тине Петрус.

5 Теге кеше, ни ҙә булһа алырға өмөтләнеп, уларға баҡты.

6 Әммә Петрус: – Минең алтын-көмөшөм юҡ, ләкин нимәм бар, шуны һиңә бирәм. Назаралы Ғайса Мәсих исеменән бойорам: тор ҙа атлап кит! – тип,

7 уны уң ҡулынан тотоп торғоҙҙо. Шунда уҡ аҡһаҡтың аяҡ быуындары нығынды.

8 Ул һикереп торҙо ла атлай башланы, Алланы маҡтай-маҡтай, ырғып-һикереп йөрөнө, Петрус менән Яхъяға эйәреп, Алла йортона инде.

9 Бөтә халыҡ был кешенең атлап киткәнен һәм Алланы маҡтағанын күрҙе.

10 Кешеләр уның Матур ҡапҡа төбөндә хәйер һорашып ултырған әҙәм икәнен танығайны, шуға уның менән булған хәлгә иҫтәре китеп хайран ҡалды.


Петрустың Алла йортонда һөйләгән вәғәзе

11 Әлеге һауыҡҡан кеше Петрус менән Яхъянан ҡалмағас, аптырашта ҡалған халыҡ уларҙы Сөләймәндең айуаны тип аталған урында уратып алды.

12 Петрус, быны күргәс, халыҡҡа: – Исраилдар! Ниңә аптырап ҡалдығыҙ? – тине. – Әллә уны үҙ ҡөҙрәтебеҙ йәки диндарлығыбыҙ менән һауыҡтырған тип уйлап беҙгә текәлдегеҙме?

13 Ибраһимдың, Исхаҡтың һәм Яҡуптың Аллаһы, беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы Үҙенең Хеҙмәтсеһе Ғайсаның данын шулай күтәрҙе, ә һеҙ Уны тотоп бирҙегеҙ. Пилатос Уны азат итергә ҡарар иткәндә, һеҙ Пилатос алдында Унан баш тарттығыҙ.

14 Һеҙ, Изге һәм Хаҡ булғандан ваз кисеп, кеше үлтереүсене иреккә сығарыуҙы талап иттегеҙ.

15 Һеҙ тормошто Булдырыусыны үлтерҙегеҙ! Ләкин Алла Уны терелтте, беҙ быға шаһит булдыҡ.

16 Ғайса һеҙ күреп белгән был кешегә ҡеүәт бирҙе, сөнки ул Ғайса исеменең ҡөҙрәтенә ышанды. Ғайса арҡылы килгән иман күҙ алдығыҙҙа уны тулыһынса һауыҡтырҙы.

17 – Хәҙер, туғандар, аңлайым: һеҙ, быны башлыҡтарығыҙ кеүек үк, белмәйенсә эшләнегеҙ, – тип дауам итте Петрус. –

18 Алла Үҙ Мәсихенең ғазап сигәсәге тураһында барлыҡ пәйғәмбәрҙәр аша алдан әйткән хәбәрен шулай тормошҡа ашырҙы.

19 Ә һеҙ, гонаһтарығыҙ юйылһын өсөн, тәүбә итегеҙ һәм Аллаға табан боролоғоҙ.

20 Шулай итһәгеҙ, Раббынан яңырыу осоро килер, Ул һеҙгә алдан билдәләнгән Мәсихте – Ғайсаны ебәрер.

21 Алла күптән үк Үҙенең изге пәйғәмбәрҙәре аша әйткән барлыҡ һүҙҙәр ғәмәлгә ашҡансы, Ғайса күктә ҡалырға тейеш.

22 Муса: «Аллағыҙ Раббы һеҙгә ҡәрҙәштәрегеҙ араһынан минең кеүек бер Пәйғәмбәр һайлап ҡуйыр. Нимә генә тиһә лә, һеҙ бар нәмәлә Уны тыңларға тейешһегеҙ.

23 Ул Пәйғәмбәрҙең әйткәндәрен тыңламаған һәр кем Алла халҡы араһынан юҡ ителәсәк», – тигән бит.

24 Шемуилдан башлап унан һуңғы бөтә пәйғәмбәрҙәр был көндәр хаҡында алдан хәбәр итте.

25 Һеҙ – пәйғәмбәрҙәрҙең вариҫтары. Алла Ибраһимға: «Ер йөҙөндәге барлыҡ халыҡтар һинең тоҡомоң аша фатиха алыр», – тип, аталарығыҙ менән килешеү төҙөгән. Ошо килешеүгә һеҙ ҙә инәһегеҙ.

26 Алла Үҙенең Хеҙмәтсеһен терелткәс, фатихаһын биреү һәм һәр ҡайһығыҙҙы яҙыҡ эштәренән аралау өсөн, Уны иң тәүҙә һеҙгә ебәрҙе.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan