Ғәмәлдәр 28 - Изге ЯҙмаПаулус Мальта утрауында 1 Ҡотолғас, утрауҙың Мальта тип аталыуын белдек. 2 Утрау кешеләре беҙгә ғәҙәттән тыш ҡунаҡсыллыҡ күрһәтте. Ямғыр яуа башлап, һалҡын булғанлыҡтан, улар усаҡ яғып ебәрҙе һәм бөтәбеҙҙе лә усаҡ янына саҡырҙылар. 3 Паулус үҙе йыйып килтергән бер ҡосаҡ сыбыҡ-сабыҡты усаҡҡа ташлап торғанда, уттан атылып сыҡҡан зәһәрле йылан уның ҡулына йәбеште. 4 Утрау кешеләре, уның ҡулында аҫылынып торған йыланды күреп, бер-береһенә: – Был әҙәм – һис шикһеҙ кеше үлтереүсе. Диңгеҙҙән ҡотолһа ла, ғәҙеллек алиһәһе уны иҫән ҡалдырманы, – тиештеләр. 5 Әммә Паулус йыланды утҡа һелкеп төшөрҙө һәм әҙ генә лә йәрәхәтләнмәне. 6 Кешеләр, ул шешенә башлар йәки кинәт йығылып үлер, тип көттө. Ләкин оҙаҡ ҡына көткәндән һуң, уға һис ниндәй зарар теймәгәнен күреп, фекерҙәрен үҙгәрттеләр: – Ул – ниндәйҙер бер илаһ. 7 Шул урындан йыраҡ түгел ерҙә утрау башлығы Поплиостың хужалығы урынлашҡайны. Ул беҙҙе үҙ өйөнә саҡырҙы һәм өс көн буйы дуҫтарса ҡунаҡ итте. 8 Поплиостың атаһы биҙгәк һәм эс ауырыуынан яфаланып ята ине. Паулус инеп доға ҡылды ла, башына ҡулдарын ҡуйып, уны һауыҡтырҙы. 9 Был хәлдән һуң утрауҙағы бүтән ауырыуҙар ҙа Паулус янына килде, улар ҙа һауыҡтырылды. 10 Утрауҙа йәшәгән кешеләр беҙгә күп хөрмәт күрһәтте, ә китергә йыйынғас, кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итте. Паулустың Римға килеүе 11 Мальта утрауында өс ай торғас, Искәндәриә ҡалаһынан килеп, ошо утрауҙа ҡышлаған Күк игеҙәктәре исемендәге карапҡа ултырып юлға сыҡтыҡ. 12 Сүрәкүсәй ҡалаһына еткәс, унда өс көн булдыҡ. 13 Унан, яр яғалап йөҙөп, Регион ҡалаһына килдек. Икенсе көндө ел ыңғайына Потиолой ҡалаһына еттек. 14 Ул ҡалала имандаштарыбыҙҙы осраттыҡ, улар беҙҙең бер аҙнаға үҙҙәре янында ҡалыуыбыҙҙы үтенде. Шулай итеп беҙ Римға килеп еттек. 15 Ундағы имандаштар, беҙҙең хаҡта ишетеп, Аппиос баҙар майҙанына һәм Өс ҡунаҡхана ҡасабаһына тиклем етеп, беҙҙе ҡаршы алырға сыҡҡайны. Уларҙы күргәс, Паулус Аллаға шөкөрана ҡылды, уның күңеле күтәрелде. 16 Рим ҡалаһында Паулусҡа һаҡ аҫтында айырым йәшәргә рөхсәт ителде. Паулустың Рим йәһүдтәре менән осрашыуы 17 Римға килеп өс көн торғандан һуң, Паулус йәһүд башлыҡтарын йыйып алды. Улар килгәс: – Туғандар! Үҙ халҡыбыҙға йәки аталарыбыҙҙың йолаларына ҡаршы һис бер нәмә эшләмәһәм дә, мин Йәрүсәлимдә тотҡон булдым һәм римлылар ҡулына тапшырылдым, – тине. – 18 Улар, эшемде тикшергәс, үлемгә хөкөм итерлек бер ниндәй ҙә ғәйебем булмағанлыҡтан, азат итергә теләгәйне. 19 Әммә, йәһүдтәр быға ҡаршы килгәс, мин ҡайсарға мөрәжәғәт итергә мәжбүр булдым, ләкин үҙ халҡымды нимәләлер ғәйепләү маҡсаты менән түгел. 20 Шуға мин һеҙҙе осрашып һөйләшергә саҡырҙым. Мин бит бына был сынйырҙарҙы Исраил бағлаған өмөт хаҡына йөрөтәм, – тине Паулус. 21 – Беҙ, – тине йәһүд башлыҡтары, – Йәһүҙиәнән һинең хаҡта хаттар ҙа алманыҡ, унан килгән имандаштарыбыҙ ҙа һинең хаҡта бер ни хәбәр итмәне, насар бер нәмә лә һөйләмәне. 22 Хәйер, беҙ һинең фекерҙәреңде үҙеңдән ишетергә теләр инек, беҙгә билдәле булғанса, һәр ерҙә был төркөмгә ҡаршы һөйләйҙәр. 23 Улар осрашырға килеште, һәм билдәләнгән көндө Паулус туҡталған өйҙә тәүҙәгенән дә күберәк кеше йыйылды. Ул иртәнән кискә тиклем Алла Батшалығы хаҡында аңлатты, Ғайса тураһында Муса ҡанунынан һәм пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларынан дәлилдәр килтереп, уларҙы ышандырырға тырышты. 24 Ҡайһы берҙәре уның һүҙҙәренә ышанды, ҡайһылары иһә ышанманы 25 һәм үҙ-ара килешә алмайынса таралыша башланы. Паулус уларға былай тине: – Изге Рух һеҙҙең аталарығыҙға Ишағыяһ пәйғәмбәр аша бына ниндәй дөрөҫ һүҙҙәр әйткән: 26 «Был халыҡ янына бар ҙа әйт: Тыңлап-тыңлап та, аңламаҫһығыҙ, ҡарап-ҡарап та, күрмәҫһегеҙ. 27 Сөнки был халыҡтың йөрәген май баҫҡан. Ҡолаҡтары көскә ишетә, улар күҙҙәрен дә йомған. Күҙҙәре менән бер ни ҙә күрергә, ҡолаҡтары менән бер ни ҙә ишетергә, йөрәктәре менән бер ни ҙә аңларға теләмәйҙәр. Шулай булмаһа, Миңә табан боролорҙар – Мин уларҙы һауыҡтырыр инем». 28-29 Шуға күрә һеҙгә мәғлүм булһын: йәһүд булмаған халыҡтарға Алланың ҡотҡарыуы тураһындағы хәбәр ебәрелгән һәм улар уны тыңлай. 30 Ә Паулус үҙе түләп торған өйҙә ике йыл буйы йәшәне һәм янына килеүселәрҙең барыһын да ҡабул итте. 31 Ул ҡыйыу рәүештә һәм ҡаршылыҡ күрмәйенсә Алла Батшалығы тураһында һөйләне һәм Раббы Ғайса Мәсих хаҡында өйрәтте. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia