Ғәмәлдәр 26 - Изге ЯҙмаПаулустың Агриппас батша алдында тотҡан телмәре 1 Агриппас Паулусҡа: – Һиңә үҙеңде яҡлап һөйләргә рөхсәт ителә, – тине. Шунан һуң Паулус ҡулын күтәрҙе лә үҙен яҡлап һөйләй башланы: 2 – Агриппас батша! Бөгөн һинең алдыңда йәһүдтәрҙең бөтә ғәйепләүҙәренән үҙемде яҡлай алыуыма бәхетлемен. 3 Һин йәһүдтәрҙең барлыҡ йолаларын һәм бәхәсле мәсьәләләрен яҡшы беләһең. Шуға күрә мине сабыр ғына тыңлауыңды үтенәм. 4 Минең йәштән үҙ халҡым араһында нисек йәшәүем һәм Йәрүсәлимдәге тормошом бөтә йәһүдтәргә тәүҙән үк мәғлүм. 5 Улар мине күптән белә һәм, теләһәләр, минең фарисейҙар төркөмөндә булғанлығым – динебеҙҙең иң талапсан тәғлимәтен тотоуым хаҡында шаһитлыҡ бирә алалар. 6 Хәҙер мин Алла тарафынан аталарыбыҙға бирелгән вәғәҙәнең үтәлеүен өмөт итеүем өсөн хөкөм алдында торам. 7 Беҙҙең ун ике ырыу, ул вәғәҙәнең тормошҡа ашыуына өмөт бағлап, көнө-төнө Аллаға тырышып хеҙмәт итә. Агриппас батша, йәһүдтәр мине шул өмөт өсөн ғәйепләй ҙә инде. 8 Ни өсөн һеҙ Алла үлеләрҙе терелтә алмай, тип уйлайһығыҙ? 9 Дөрөҫ, мин үҙем дә назаралы Ғайсаның исеменә ҡаршы мөмкин булғандың барыһын да эшләргә кәрәк, тип уйлай торғайным. 10 Йәрүсәлимдә шуның менән шөғөлләндем дә: баш ҡаһиндарҙан вәкәләт алып, Ғайсаға эйәргән күптәрҙе төрмәгә яптырҙым, башҡалар уларҙы үлемгә хөкөм иткәндә ризалығымды белдерҙем. 11 Ғибәҙәтхананан ғибәҙәтханаға йөрөп, йыш ҡына Ғайсаға булған имандарынан баш тартырға мәжбүр итеп, язаланым. Асыуым бик көслө булғанлыҡтан, ундайҙарҙы хатта сит ҡалаларҙа ла эҙәрлекләнем. 12 Тағы шундай маҡсат ҡуйып, баш ҡаһиндар тапшырған эш буйынса һәм уларҙың вәкәләте менән Дамаскка китеп барғанда, 13 көн уртаһындараҡ, эй батша, күктән төшкән көслө яҡтылыҡ күрҙем. Ҡояштан да сағыуыраҡ ул ут минең һәм юлдаштарымдың тирә-яғын яҡтыртты. 14 Беҙ бөтәбеҙ ҙә ергә йығылдыҡ һәм мин бер тауыш ишеттем. Ул тауыш миңә йәһүд телендә: «Шаул, Шаул! Ниңә һин Мине эҙәрлекләйһең? Осло таяҡҡа ҡаршы торһаң, үҙеңә зыян килтерерһең», – тине. 15 «Һин кем, Әфәнде?» – тип һораным. Ул миңә былай тине: «Мин – һин эҙәрләгән Ғайса. 16 Тор, аяҡтарыңа баҫ! Мин һине хеҙмәтсем итеп ҡуйырға, шулай уҡ әле күргәндәреңдең һәм Мин тағы ла күрһәтәсәк нәмәләрҙең шаһиты итеп билдәләргә тип, һиңә күрендем. 17-18 Һине йәһүд халҡынан да, башҡа халыҡтар ҡулынан да ҡотҡарырмын. Улар ҡараңғынан яҡтыға, Иблис хакимлығынан Аллаға боролоп, гонаһтары ғәфү ителһен һәм Миңә инаныуҙары арҡаһында изге ителгәндәр араһында урын алһындар тип, һине башҡа халыҡтар янына, уларҙың күҙҙәрен асырға ебәрәм», – тине миңә Раббы Ғайса. 19 Шунлыҡтан, Агриппас батша, мин күктән килгән күренмешкә буйһондом 20 һәм тәүҙә Дамаск һәм Йәрүсәлим кешеләренә, унан бөтә Йәһүҙиә ерендә йәшәүселәргә һәм йәһүд булмаған башҡа халыҡтарға вәғәз һөйләнем. Мин уларҙы тәүбә итеп Аллаға табан боролорға, тәүбәгә килеүҙәрен күрһәтә торған лайыҡлы эштәр ҡылырға саҡырҙым. 21 Алла йортонда йәһүдтәр бына шуның өсөн мине тотоп алды һәм үлтерергә тырышты. 22 Ләкин Алланың ярҙамы менән мин бөгөнгө көнгәсә ныҡ торам, олоһонан кесеһенәсә шаһитлыҡ бирәм. Мин пәйғәмбәрҙәр һәм Муса, киләсәктә буласаҡ, тип алдан әйткән хәлдәрҙән тыш бер нәмә лә һөйләмәйем. 23 Ә улар Мәсихтең ғазап сигергә тейешлеген һәм үленән беренсе булып тереләсәген, йәһүдтәрҙе һәм башҡа халыҡтарҙы яҡтыртыр тигән хәбәрҙе иғлан итәсәген әйткәйнеләр, – тине Паулус. 24 Ул шулай тип үҙен яҡлағанда, Фестус яман ҡысҡырып: – Һин, Паулус, аҡылдан шашҡанһың! Күп белеүең һине аҡылдан яҙҙыра, – тип уны бүлдерҙе. 25 – Мөхтәрәм Фестус, – тине Паулус. – Мин аҡылдан шашманым, мин айыҡ аҡыл менән хәҡиҡәт һүҙҙәре һөйләйем. 26 Батшаға былар тураһында билдәле һәм мин уның алдында ҡыйыулыҡ менән бәйән итә алам. Был эштәрҙең батшаның иғтибарынан ситтә ҡалмағанлығына шигем юҡ, сөнки уларҙың береһе лә йәшерен эшләнмәне. 27 Агриппас батша, пәйғәмбәрҙәргә ышанаһыңмы? Беләм, ышанаһың. 28 Агриппас: – Һин мине шулай тиҙ генә мәсихсе итергә мөмкин тип уйлайһыңмы? – тине. 29 – Тиҙ генәме, юҡмы, – тине Паулус, – һинең генә түгел, ә бөгөн мине тыңлаусыларҙың бөтәһенең дә минең кеүек булыуҙарын Алланан үтенеп һорайым. Әлбиттә, был бығауҙарҙан тыш. 30 Батша торғас, идарасы, Берника һәм улар менән бергә ултырыусылар урындарынан ҡалҡынды. 31 Ситкәрәк китеп: – Был кеше үлемгә йәки тотҡонлоҡҡа хөкөм итерлек бер нәмә лә эшләмәгән, – тип һөйләштеләр. 32 Агриппас Фестусҡа: – Ҡайсарҙың хөкөм итеүен һорамаһа, был кешене азат итергә мөмкин булыр ине, – тине. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia