Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ғәмәлдәр 25 - Изге Яҙма


Паулустың ҡайсар хөкөмөн талап итеүе

1 Өлкәгә килеп өс көн торғандан һуң, Фестус Ҡайсареянан Йәрүсәлимгә китте.

2 Унда баш ҡаһиндар һәм йәһүд башлыҡтары, уның янына килеп, Паулусты ғәйепләне.

3 Улар Фестустан, мәрхәмәт күрһәтеп, Паулусты Йәрүсәлимгә күсереүен һоранылар. Ә үҙҙәре уны юлда үлтерергә һүҙ ҡуйышты.

4 Ләкин Фестус: – Паулус Ҡайсареяла һаҡ аҫтында ултыра. Тиҙҙән мин дә шунда барам.

5 Әгәр уның берәй ғәйебе булһа, етәкселәрегеҙ минең менән барһын һәм был турала әйтһен, – тине.

6 Йәрүсәлимдә аҙна-ун көн булғандан һуң Фестус Ҡайсареяға ҡайтты. Икенсе көндө үк ул хөкөм итеү урынына ултырҙы һәм Паулусты алып инергә ҡушты.

7 Паулус күренгәс, Йәрүсәлимдән килгән йәһүдтәр уны уратып алды һәм күп төрлө етди енәйәттәрҙә ғәйепләй башланы. Ләкин ташлаған ғәйептәрен иҫбат итә алманылар.

8 – Мин йәһүдтәр ҡанунына ла, Алла йортона ла, ҡайсарға ҡаршы ла һис ниндәй яманлыҡ ҡылманым, – тине Паулус үҙен яҡлап.

9 Фестус, йәһүдтәргә ярарға теләп, Паулустан: – Йәрүсәлимгә барырға һәм үҙеңә ҡаршы ташланған ғәйепләүҙәрҙе тикшереү өсөн минең хөкөмөм алдына баҫырға ризаһыңмы? – тип һораны.

10 – Мин ҡайсар хөкөмө алдында торам һәм эшем шунда ҡаралырға тейеш. Үҙең дә белеп тораһың, мин йәһүдтәргә бер насарлыҡ та ҡылманым.

11 Әгәр ҙә нимәнелер дөрөҫ эшләмәйенсә үлемгә хөкөм итерлек эш ҡылғанмын икән, үлемдән баш тартмайым. Ә инде улар миңә ташлаған ғәйепләүҙәр ялған икән, бер кем дә мине уларҙың ҡулына тотоп бирә алмай. Мин ҡайсарға мөрәжәғәт итергә теләйем, – тине Паулус.

12 Фестус, кәңәшселәре менән һөйләшеп алғас: – Һин ҡайсарға мөрәжәғәт итергә теләнең, шуның өсөн ҡайсар янына барырһың, – тине.


Паулустың Агриппас батша алдына килтерелеүе

13 Бер нисә көндән, Фестустың хәлен белергә тип, Ҡайсареяға Агриппас батша менән Берника килде.

14 Улар бында байтаҡ ҡына торғанлыҡтан, Фестус батшаға Паулустың эшен тыңларға тәҡдим итте: – Бында Феликс тотҡонлоҡта ҡалдырған бер кеше бар.

15 Мин Йәрүсәлимдә булған саҡта йәһүдтәрҙең баш ҡаһиндары һәм аҡһаҡалдары, уны ғәйепләп, хөкөм итеүҙе талап итте.

16 Мин уларға, римлыларҙа ғәйепләнеүсе ғәйепләүсе менән осрашмайынса һәм ғәйепләүгә ҡаршы үҙен яҡлай алыу мөмкинлеге булмайынса, кешене язаға тарттырыу ғәҙәте юҡлығы тураһында әйттем.

17 Улар минең менән бында килгәс, икенсе көнөнә үк хөкөм итеү урынына ултырҙым һәм ул кешене алып килергә ҡуштым.

18 Паулусты уратып алған ғәйепләүселәр уны мин күҙаллаған енәйәттәрҙең береһендә лә ғәйепләмәне.

19 Улар үҙҙәренең диндәренә ҡағылышлы мәсьәләләр тураһында, Паулус тере тип раҫлаған ниндәйҙер үлгән Ғайса хаҡында бәхәсләште.

20 Был мәсьәләне нисек тикшерергә белмәй ҡыйынһынып, Йәрүсәлимгә барырға һәм был эш буйынса шунда хөкөм алдына баҫырға теләмәйһеңме, тип һораным.

21 Әммә Паулус ғали йәнәп ҡайсар ҡарарын һораны һәм һаҡ аҫтында ҡалырға теләне. Мин уны ҡайсар янына ебәрелгәнсе һаҡ аҫтында тоторға ҡуштым, – тине Фестус.

22 Агриппас Фестусҡа: – Ул кешене мин дә тыңларға теләр инем, – тине. – Иртәгә һин уны тыңларһың, – тип яуапланы Фестус.

23 Икенсе көндө Агриппас һәм Берника хәрби етәкселәр һәм ҡаланың иң күренекле кешеләре менән бергә тантаналы рәүештә ултырыштар залына ингәс, Фестустың әмере буйынса Паулусты алып килделәр.

24 – Агриппас батша һәм бында ултырыусылар! – тине Фестус. – Йәрүсәлимдә лә, бында, Ҡайсареяла ла күп йәһүдтәр алдығыҙҙа торған кешегә зарланды. Ул йәшәргә тейеш түгел, тип ҡысҡырҙы улар.

25 Мин уның үлемгә хөкөм итерлек бер ғәйебен дә күрмәйем, әммә, ул үҙе ғали йәнәптәренең хөкөм итеүен һорағанлыҡтан, уны ҡайсарға ебәрергә булдым.

26 Ләкин уның хаҡында императорға нимә яҙырға ла белмәйем. Шуға күрә, тикшергәндән һуң яҙырлыҡ берәй нәмә булһын ине тип, мин уны һеҙҙең алдығыҙға, бигерәк тә, Агриппас батша, һинең ҡаршыңа килтерҙем.

27 Тотҡондоң ниндәй эштә ғәйепләнеүен күрһәтмәй тороп, уны ҡайсар янына ебәреү, минеңсә, уйламайынса ҡылған эш буласаҡ.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan