Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ғәмәлдәр 23 - Изге Яҙма

1 Паулус Юғары кәңәшмә ағзаларына ҡарап: – Туғандар! – тине. – Бөгөнгө көнгәсә Алла ҡаршыһында саф выждан менән йәшәнем.

2 Иң баш ҡаһин Һананиас Паулус янында тороусыларға уның ауыҙына һуғырға ҡушты.

3 Паулус уға: – Эй һин, ағартылған диуар, һиңә Алла һуғасаҡ! Һин ҡанун буйынса мине хөкөм итергә тип ултыраһың, ә үҙең, ҡанунға ҡаршы килеп, миңә һуғырға әмер бирәһең, – тине.

4 – Алланың иң баш ҡаһинын мыҫҡыл итергә нисек батырсылыҡ итәһең? – тинеләр уның янында тороусылар.

5 – Мин, туғандар, уның иң баш ҡаһин икәнен белмәнем, – тине Паулус. – Изге Яҙмала: «Халҡыңдың башлығы тураһында насар һөйләмә», – тип яҙылған бит.

6 Бындағыларҙың бер өлөшө – саддукейҙар, икенсе өлөшө фарисейҙар икәнлеген күргәндән һуң, Паулус ҡысҡырып: – Туғандар! Минең ата-бабаларым фарисей булған, үҙем дә фарисей. Мине үлеләрҙең терелеүенә өмөт бағлағаным өсөн хөкөм итәләр, – тине.

7 Ул шулай тигәс, фарисейҙар менән саддукейҙар араһында ҡаты бәхәс ҡупты һәм йыйылыш икегә бүленде,

8 сөнки саддукейҙар үленән терелеү ҙә, фәрештәләр ҙә, рухтар ҙа юҡ тиҙәр, ә фарисейҙар быларҙың бөтәһенә лә ышана.

9 Шау-шыу күтәрелде, фарисейҙарҙан булған ҡайһы бер ҡанун белгестәре тороп, ҡәтғи рәүештә: – Беҙ был кешелә һис бер насарлыҡ күрмәйбеҙ. Бәлки, уға ысынлап та рух йәки фәрештә әйткәндер, – тинеләр.

10 Ыҙғыш шул тиклемгә барып етте, ғәскәриҙәр башлығы, Паулусты өҙгөләп ташлауҙарынан ҡурҡып, ғәскәриҙәргә уны ундағы кешеләр араһынан алырға һәм нығытмаға илтергә әмер бирҙе.

11 Киләһе төндә Паулус янына Раббы килде. – Ҡыйыу бул! Йәрүсәлимдә Минең хаҡта нисек шаһитлыҡ ҡылған булһаң, Римда ла шулай шаһитлыҡ бирергә тейешһең, – тине Раббы.


Йәһүдтәрҙең Паулусты үлтерергә һүҙ ҡуйышыуы

12 Көн тыуғас, ҡайһы бер йәһүдтәр бергә йыйылып яуыз ниәт ҡорҙо һәм Паулусты үлтергәнгә тиклем ашамаҫҡа-эсмәҫкә ант итте.

13 Ант итеүселәрҙең һаны ҡырҡтан ашыу ине.

14 Улар баш ҡаһиндар һәм аҡһаҡалдар алдына барып: – Беҙ Паулусты үлтермәй тороп бер нәмә лә ашамаҫҡа тантаналы рәүештә ант иттек.

15 Ә хәҙер һеҙ һәм Юғары кәңәшмә, уның хаҡындағы эште теүәлерәк тикшерергә теләйбеҙ тигән булып, ғәскәриҙәр башлығынан уны янығыҙға килтереүҙәрен һорағыҙ. Беҙ әҙер генә торорбоҙ ҙа уны бында килеп етмәҫ борон уҡ үлтерербеҙ, – тинеләр.

16 Паулустың һеңлеһенең улы, уларҙың яуыз ниәт ҡороуҙары тураһында ишетеп, нығытмаға барып, быны Паулусҡа еткерҙе.

17 Паулус иһә, йөҙ баштарының береһен саҡырып: – Был егетте ғәскәриҙәр башлығына алып бар, уның әйтәһе һүҙе бар, – тине.

18 Йөҙ башы егетте ғәскәриҙәр башлығы янына алып килде: – Тотҡон Паулус мине саҡырып алды ла был егетте һинең яныңа килтереүемде һораны. Уның һиңә мөһим хәбәре бар.

19 Ғәскәриҙәр башлығы егетте ҡулынан тотоп ситкәрәк алып китте. – Һин миңә нимә әйтергә теләйһең? – тип һораны.

20 – Йәһүдтәр, Паулус хаҡындағы эште теүәлерәк тикшереү өсөн тигән булып, иртәгә һинән Паулусты Юғары кәңәшмә алдына килтереүегеҙҙе һорарға һүҙ ҡуйышҡандар, – тип яуап бирҙе егет. –

21 Ләкин һин уларҙы тыңлама, сөнки Паулусты үлтергәнгә тиклем ашамаҫҡа һәм эсмәҫкә ант иткән ҡырҡтан ашыу кеше уны һағалап тора. Улар инде Паулусты үлтерергә әҙер, һеҙҙең һүҙегеҙҙе генә көтәләр.

22 Шунан һуң ғәскәриҙәр башлығы: – Быны миңә һөйләүең тураһында бер кемгә лә әйтмә, – тип егетте ҡайтарып ебәрҙе.


Паулустың идарасы Феликсҡа ебәрелеүе

23 Ғәскәриҙәр башлығы ике йөҙ башын саҡырып алды. Уларға: – Киске сәғәт туғыҙҙа Ҡайсареяға барырға ике йөҙ йәйәүле, етмеш һыбайлы һәм ике йөҙ уҡсы ғәскәр әҙерләгеҙ.

24 Паулусҡа ла аттар әҙер булһын. Уны өлкә идарасыһы Феликс янына хәүеф-хәтәрһеҙ алып барып еткерегеҙ, – тине

25 һәм ошондай йөкмәткеле хат яҙҙы:

26 «Клаудиус Лусиастан мөхтәрәм идарасы Феликсҡа сәләм!

27 Йәһүдтәр, был кешене тотоп, үлтерергә йыйына ине. Әммә мин, уның Рим гражданы икәнен белгәс, ғәскәриҙәр менән барып ҡотҡарып алып ҡалдым.

28 Аҙаҡ, уны ни өсөн ғәйепләүҙәрен белергә теләп, ул кешене йәһүдтәрҙең Юғары кәңәшмәһенә алып барҙым

29 һәм ғәйепләүҙең йәһүдтәр ҡанунындағы бәхәсле мәсьәләләргә ҡағылышлы икәнлеген белдем. Әммә уны үлемгә йәки төрмәгә ябырлыҡ ғәйеп табып булманы.

30 Был кешегә ҡарата ҡорған яуыз ниәт тураһында ишеткәс, мин уны тиҙ арала һиңә ебәрҙем, ғәйепләүселәргә һинең алда уға ҡаршы фекерҙәрен әйтергә әмер бирҙем».

31 Шулай итеп, ғәскәриҙәр, үҙҙәренә бирелгән әмерҙе үтәп, төндә Паулусты Антипатрисҡа алып китте.

32 Ә икенсе көндө, Паулусты атлы ғәскәриҙәргә тапшырып, нығытмаға кире ҡайттылар.

33 Ҡайсареяға барып еткәс, ғәскәриҙәр идарасыға хатты биреп, Паулусты уның ҡарамағына тапшырҙы.

34 Идарасы хатты уҡып сыҡҡас, Паулустың ҡайһы өлкәнән булыуын һораны. Киликиянан икәнен белгәс,

35 был эште ғәйепләүселәр килгәс кенә тыңлаясағын әйтте. Ә Паулусты Һируд һарайы төрмәһендә һаҡ аҫтында тоторға ҡушты.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan