Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ғәмәлдәр 20 - Изге Яҙма


Паулустың Македонияға һәм Грецияға сәфәре

1 Боларыш туҡталғас, Паулус шәкерттәрҙе янына саҡырып алды, уларҙың күңелдәрен күтәрҙе һәм, һаубуллашып, Македония өлкәһенә юлланды.

2 Шул ерҙәрҙән үткәндә, иманлыларҙы дәртләндереп, күп нәсихәттәр бирҙе. Паулус Грецияла туҡталды.

3 Унда өс ай булғандан һуң һыу юлы менән Сүриәгә китергә тип торғанда, йәһүдтәр уға ҡаршы этлек ҡылырға һүҙ ҡуйышты. Быны белеп ҡалған Паулус Македония аша ҡайтырға тигән фекергә килде.

4 Уны Бероянан Пуррос улы Сосипатрус, тессалоникеларҙан Аристархос һәм Секундос, Дербенан Гай, шулай уҡ Тимоҫеус һәм Асия өлкәһенән Тухикус менән Трофимус оҙата барҙы.

5 Улар алдан китеп, беҙҙе Троас ҡалаһында көтөп торҙо.

6 Ә беҙ Сөсө икмәк байрамынан һуң Филиппойҙан һыу юлы менән киттек һәм, биш көн тигәндә, Троаста уларға барып ҡушылдыҡ. Беҙ унда ете көн булдыҡ.


Паулустың үлгән егетте терелтеүе

7 Аҙнаның беренсе көнөндә икмәк һындырып ашау йолаһына бергә йыйылдыҡ. Паулус йыйылған халыҡ менән әңгәмә ҡороп ултырҙы һәм, икенсе көндө китергә ниәтләгәнлектән, һөйләшеү төн уртаһына тиклем һуҙылды.

8 Беҙ йыйылған өҫкө ҡаттағы бүлмәлә күп яҡтыртҡыстар яна ине.

9 Паулус һөйләп торған ваҡытта тәҙрә төбөндә ултырған Әүтухус исемле йәш егетте йоҡо баҫты һәм ул, йоҡлап китеп, өсөнсө ҡаттан йығылып төштө. Күтәреп алғанда ул үле ине.

10 Паулус, урамға сығып, егетте эйелеп ҡыҫып ҡосаҡланы ла: – Борсолмағыҙ, уның йәне үҙендә, – тине.

11 Яңынан бүлмәгә күтәрелеп, икмәк һындырып ашаны. Халыҡ менән таңға хәтлем һөйләшеп ултырғандан һуң, юлға сыҡты.

12 Ә теге йәш егетте тере килеш өйөнә алып ҡайттылар. Был хәлгә барыһы ла ҡыуанды.


Паулустың Милетос ҡалаһына китеүе

13 Беҙ, карапҡа ултырып, Ассос ҡалаһына табан юл алдыҡ, Паулусты шунда ултыртып алырға уйланыҡ. Тәүҙә ҡоро ерҙән барырға теләп, ул үҙе шулай ниәтләне.

14 Ассоста осрашҡас, Паулусты алып, Митулене ҡалаһына барҙыҡ.

15 Унан киткәндең икенсе көнөндә Хиос утрауы ҡаршыһында туҡталдыҡ, ә иртәгәһен Самос утрауында инек һәм тағы бер көндән Милетос ҡалаһына барып еттек.

16 Паулус, Асия өлкәһендә тотҡарланмаҫ өсөн, Эфесты ситләтеп уҙырға булды, сөнки ул мөмкинлек булғанда Уңыш байрамы еткәнсе Йәрүсәлимгә барып етергә ашыға ине.

17 Ул берҙәмлектәге өлкәндәрҙе саҡыртырға Милетостан Эфесҡа кешеләр ебәрҙе.

18 Улар килеп еткәс: – Асия өлкәһенә килгәндең тәүге көндәренән үк һеҙҙең менән булып, нисек йәшәгәнемде үҙегеҙ беләһегеҙ, – тине уларға. –

19 Йәһүдтәрҙең яуыз ниәттәре арҡаһында килеп тыуған һынауҙарға ҡарамай, күндәмлек менән һәм күҙ йәштәремде түгеп, Раббыға хеҙмәт иттем.

20 Һеҙгә файҙалы булырҙай бер нәмәне лә бәйән итмәй ҡалдырманым, һеҙҙе халыҡ алдында ла, өйҙән-өйгә йөрөп тә өйрәттем.

21 Тәүбә итеп Аллаға табан боролоуҙың һәм Раббыбыҙ Ғайсаға инаныуҙың зарурлығы тураһында йәһүдтәргә лә, йәһүд булмағандарға ла иғлан иттем.

22 Ә хәҙер, Рух ихтыярына буйһоноп, Йәрүсәлимгә барам. Унда мине нимә көткәнен дә белмәйем.

23 Фәҡәт шуны беләм: ниндәй генә ҡалаға барһам да, Изге Рух мине бығауҙар һәм хәсрәт көтөүе тураһында иҫкәртә.

24 Ләкин мин үҙ тормошомдоң ҡәҙере өсөн ҡайғырмайым, тик хеҙмәтемде һәм Раббы Ғайсанан ҡабул итеп алған эште – Алланың мәрхәмәте тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан итеү вазифаһын теүәлләп ҡуйырға теләйем.

25 Алла Батшалығын арағыҙҙа йөрөп вәғәзләүемде ишеткәндәрегеҙҙең береһе лә мине бүтәнсә күрмәҫен хәҙер инде беләм.

26 Шуға күрә бөгөн һеҙгә иғлан итәм: әгәр берәйегеҙ һәләк булһа, бында минең ғәйебем юҡ.

27 Мин һеҙгә Алланың ихтыярын тулыһынса бәйән иттем.

28 Шулай итеп, үҙегеҙ хаҡында һәм Изге Рух һеҙҙе көтөүсе итеп ҡуйған көтөү тураһында ҡайғыртығыҙ. Үҙ Улының ҡаны аша Алла Үҙенеке иткән берҙәмлеккә көтөүселәр булығыҙ.

29 Мин киткәндән һуң арағыҙға аяуһыҙ бүреләр киләсәген беләм, улар көтөүҙе йәлләп тормаясаҡ.

30 Хатта һеҙҙең арағыҙҙан да, шәкерттәрҙе үҙҙәренең арттарынан эйәртеп алып китеү өсөн, хәҡиҡәтте боҙоп күрһәтеүселәр сығасаҡ.

31 Шуға күрә һаҡ булығыҙ, өс йыл буйы һеҙҙең һәр берегеҙгә күҙ йәштәрем аша көнө-төнө биргән нәсихәттәремде хәтерегеҙҙән сығармағыҙ.

32 Хәҙер һеҙҙе Алла ҡулына һәм Уның мәрхәмәте тураһындағы һүҙгә тапшырам. Уның һүҙе ышанысығыҙҙы тағы ла нығытырға һәм Үҙенең изге халҡы араһында һеҙгә өлөш бирергә һәләтле.

33 Мин һис кемдең алтын-көмөшөнә лә, кейеменә лә ҡыҙыҡманым.

34 Һеҙ беләһегеҙ, үҙемдең һәм янымда булғандарҙың ихтыяждарын бына ошо ҡулдарым ҡәнәғәтләндерҙе.

35 Раббы Ғайсаның: «Алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк», – тигән һүҙҙәрен иҫтә тотоп, хәлһеҙҙәргә тырышып ярҙам итеү фарыз. Шулай эшләргә кәрәклекте һәр эшем менән күрһәттем, – тине Паулус.

36 Һөйләп бөткәс, тубыҡланып, улар менән бергә доға ҡылды.

37 Бөтөнөһө илап, Паулусты ҡосаҡлап үпте.

38 Бигерәк тә уның «мине ҡабат күрмәҫһегеҙ инде» тигән һүҙҙәренә ҡайғырҙылар. Шунан уны карапҡаса оҙата барҙылар.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan