Ғәмәлдәр 2 - Изге ЯҙмаИзге Рухтың инеүе 1 Илленсе көн байрамы еткәндә иманлыларҙың барыһы ла бергә ине. 2 Күктән ҡапыл көслө ел иҫкәндәге кеүек тауыш ишетелде һәм улар ултырған йорт эсе шул тауышҡа күмелде. 3 Иманлылар ялҡын телдәренә оҡшаш нәмәләр күрҙе, һәм ул телдәр һәр береһенең өҫтөнә төштө. 4 Барыһы ла Изге Рух менән һуғарылып, башҡа телдәрҙә һөйләшә башланы: был һәләтте уларға Алла Рухы бирҙе. 5 Йәрүсәлимдә ер йөҙөндәге төрлө илдәрҙән килгән диндар йәһүдтәр йәшәй ине. 6 Шау-шыуға халыҡ йыйылды, һәр кем был иманлыларҙың уның үҙенең телендә һөйләүен ишетеп, иҫе китте. 7 – Быларҙың барыһы ла Галилеянан түгелме һуң? – тине улар тамам аптырап. – 8 Һәр кемебеҙ уларҙың һөйләгәнен үҙ туған телендә ишетә, быны нисек аңларға? 9 Арабыҙҙа Пәрҫиә, Мадай, Ғелам кешеләре, Месопотамияла, Йәһүҙиәлә, Каппадукияла, Понтоста, Асия өлкәһендә, 10 Фругияла, Памфулияла, Мысырҙа һәм Ливияның Куренеға яҡын өлөштәрендә һәм Римда йәшәүселәр, 11 крит һәм ғәрәптәр, йәһүдтәр һәм йәһүд диненә күскәндәр ҙә бар. Беҙ уларҙың Алланың ҡөҙрәтле эштәре тураһында үҙебеҙҙең телдәрҙә һөйләгәндәрен ишетәбеҙ! 12 Бөтәһе лә хайран ҡалды һәм, аптырашып, бер-береһенә: – Был нимәне аңлата икән? – тиеште. 13 Ә ҡайһы берҙәре: – Улар шарап эсеп иҫергән, – тип көлдө. Петрустың Илленсе көн байрамында һөйләгән вәғәзе 14 Петрус иһә ун бер илсе менән бергә тороп баҫты ла көслө тауыш менән һөйләй башланы. – Йәһүд халҡы һәм Йәрүсәлимдә йәшәгән барлыҡ кешеләр! Аңлайышлы булһын өсөн, барыһын да һеҙгә аңлатам, һүҙемде иғтибар менән тыңлағыҙ, – тине ул халыҡҡа. – 15 Улар, һеҙ уйлағанса, иҫерек түгел, сәғәт иртәнге туғыҙынсы ғына бит әле. 16 Был хәлдәр хаҡында Алла Йоил пәйғәмбәр аша алдан әйткән: 17 «Ахырызаман килгәндә, – ти Алла, – барлыҡ кешеләр өҫтөнә Үҙ Рухымды яуҙырырмын. Улдарығыҙ, ҡыҙҙарығыҙ пәйғәмбәрлек ҡылыр. Йәштәрегеҙгә илаһи күренмештәр иңер, ҡарттарығыҙ әүлиә төштәр күрер. 18 Ул көндәрҙә Үҙ Рухымды хатта ир һәм ҡатын ҡолдарға ла яуҙырырмын. Улар ҙа пәйғәмбәрлек ҡылырҙар. 19 Юғарыла – күктә – мөғжизәләр, ә түбәндә – ерҙә – хикмәттәр күрһәтермен: Ҡан, ут һәм төтөн бағаналары күренер, 20 Раббының бөйөк һәм шөһрәтле көнө килерҙән алда ҡояш – ҡараңғылыҡҡа, ай ҡанға әйләнер. 21 Раббыны исеме менән саҡырғандар барыһы ла ҡотолор». 22 – Исраилдар! – тип дауам итте һүҙен Петрус. – Тыңлағыҙ: белеүегеҙсә, Алла һеҙҙең күҙ алдығыҙҙа Ғайса арҡылы ҡөҙрәтле эштәр, мөғжизәләр, хикмәттәр ҡылды һәм шул эштәре менән назаралы Ғайсаның һеҙҙең өсөн билдәләнгән Зат икәнен иҫбат итте. 23 Был Кеше Алланың ниәте һәм алдан белеп тороуы менән һеҙҙең ҡарамаҡҡа тапшырылғайны. Һеҙ Уны Алла ҡанунын белмәүселәр ҡулы менән арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатып үлтерҙегеҙ. 24 Әммә Алла, үлем бығауҙарын өҙөп, Уны терелтте, сөнки үлем Ғайса алдында көсһөҙ ине. 25 Дауыт Уның тураһында былай тине: «Мин Раббыны һәр ваҡыт алдымда күрәм. Ул уң яғымда торған өсөн мине бер нәмә лә ҡаҡшата алмаҫ. 26-27 Йәнемде үлеләр донъяһында ҡалдырмаҫһың, изге бәндәңдең тәнен серетмәҫһең. Шуға күрә күңелем ҡыуана, йырым шатлыҡлы, тәнем өмөт менән йәшәй. 28 Һин миңә йәшәү юлын өйрәттең. Мине Үҙ ҡаршыңдашатлыҡҡа сорнарһың». 29 – Туғандар! – тип дауам итте Петрус. – Ырыуыбыҙ башлығы Дауыт хаҡында тураһын әйтәм: ул үлде һәм ергә тапшырылды. Билдәле булыуынса, уның ҡәбере бөгөнгө көнгәсә һаҡланған. 30 Дауыт пәйғәмбәр була һәм Алланың тәхеткә үҙе урынына нәҫеленән береһен ултыртырға ант иткәнен белә. 31 Ул, алдан күреп, Мәсихтең үленән тереләсәге, Уның үлеләр донъяһында ҡалдырылмаясағы, тәненең серемәйәсәге тураһында әйтте. 32 Һәм бына Алла ошо Ғайсаны үленән терелтте, беҙ бөтәбеҙ ҙә – бының шаһиттары. 33 Шулай итеп, Ул Алланың уң яғына күккә олғашты һәм, Атаһы вәғәҙә иткән Изге Рухты алып, Уны беҙгә яуҙырҙы. Һеҙ әле тап шуны күрҙегеҙ һәм ишеттегеҙ. 34-35 Дауыт үҙе күккә ашманы, әммә: «Раббы Хакимыма әйтте: „Мин дошмандарыңды аяҡтарың аҫтына баҫҡыс итеп һалғанға тиклем уң яғымда ултыр“», – тине. 36 Шулай итеп, бөтә Исраил халҡы аныҡ белһен: Алла һеҙ арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлаған ошо Ғайсаны Хаким һәм Мәсих итте. Иман юлындағыларҙың артҡандан-артыуы 37 Был һүҙҙәр тыңлаусыларҙың йөрәктәренә үтеп инде. Улар Петрустан һәм башҡа илселәрҙән: – Туғандар, беҙгә ни эшләргә һуң? – тип һораны. 38 – Гонаһтарығыҙ ғәфү ителһен өсөн һәр берегеҙ тәүбәгә килегеҙ һәм Ғайса Мәсих исеме менән һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгеҙ. Шул ваҡытта Алланың бүләген – Изге Рухты ҡабул итерһегеҙ. 39 Был вәғәҙә – Аллабыҙ Раббы Үҙенә саҡырған һәр кемгә: һеҙгә, һеҙҙең балаларығыҙға һәм алыҫта йәшәгән барыһына ла ҡағыла, – тип яуап бирҙе Петрус. 40 Күп кенә башҡа өгөт-нәсихәттәрен дә биреп: – Ошо быуындың боҙоҡлоғонан ҡотолоғоҙ, – тип өндәне. 41 Уның һүҙҙәрен ҡабул итеүселәр һыуға сумдырылыу йолаһын үтәне һәм шул көндө иманлылар өс меңгә яҡын кешегә тулыланды. 42 Иман юлындағы кешеләр үҙҙәрен илселәрҙең тәғлимәтен өйрәнеүгә, аралашыуға, бергә икмәк бүлешеүгә, доғаға бағышланылар. 43 Илселәр арҡылы күп мөғжизәләр һәм хикмәттәр күрһәтелеп, һәр кемдең күңелендә ҡурҡыу хисе уянды. 44 Барлыҡ иманлылар берҙәм булды, уларҙың бөтә нәмәһе уртаҡ ине. 45 Ерҙәрен һәм мөлкәттәрен һатып, һәр кемдең ихтыяжына ҡарап бүлеп бирҙеләр. 46-47 Көн һайын Алла йортонда йыйылдылар, Алланы маҡтап, шат һәм ихлас йөрәктән өйҙәрендә икмәк һындырып, ризыҡты бергәләп ашанылар. Бөтөн халыҡ уларҙы яратты, Раббы иһә ҡотҡарылыусылар һанын көн һайын арттырып торҙо. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia