Ғәмәлдәр 19 - Изге ЯҙмаПаулус Эфеста 1 Аполлос Коринҫоста саҡта, Паулус, илдең таулы өлөштәре аша үтеп, Эфесҡа килде. Унда бер нисә шәкертте осратты һәм уларҙан: 2 – Һеҙ иманға килгәндә Изге Рухты ҡабул иттегеҙме? – тип һораны. – Изге Рух тураһында беҙҙең ишеткәнебеҙ ҙә юҡ, – тинеләр уға. 3 – Улай булғас, ниндәй һыуға сумдырылыу йолаһын үттегеҙ һуң? – Яхъя ҡылған һыуға сумдырыуҙы, – тип яуап бирҙе шәкерттәр. 4 – Яхъя ҡылған һыуға сумдырыу гонаһтарҙан тәүбә итеү өсөн булды. Ул халыҡты үҙенән һуң килгән Затҡа, йәғни Ғайсаға, инанырға өндәне, – тине Паулус. 5 Быны ишеткәс, улар Раббы Ғайса исеме менән һыуға сумдырылды. 6 Паулус ҡулдарын уларҙың баштарына ҡуйғас, шәкерттәргә Изге Рух инде, улар таныш булмаған телдәрҙә һөйләй һәм Алла хәбәрен иғлан итә башланы. 7 Унда ун икеләп шәкерт бар ине. 8 Паулус ғибәҙәтханаға барып, өс ай буйы ҡыйыу рәүештә вәғәзләне, Алла Батшалығы тураһында әңгәмәләр ҡороп, кешеләрҙә ышаныс тыуҙырҙы. 9 Әммә ҡайһы берәүҙәр, уҫаллашып һәм иманға килеүҙән баш тартып, йыйылған халыҡ алдында Раббының юлын яманланы. Шул сәбәпле Паулус улар янынан китте. Шәкерттәрҙе айырып алып, Тураннус тигән берәүҙең уҡыу йортонда улар менән көн дә әңгәмәләшеп ултырҙы. 10 Ошо рәүешле ике йыл дауам итте. Шунлыҡтан Асия өлкәһендә йәшәгән бөтә йәһүдтәр ҙә, йәһүд булмағандар ҙа Раббы тураһындағы хәбәрҙе ишетте. Скеуас улдары 11 Алла иһә Паулустың ҡулдары менән иҫ китерлек ҡөҙрәтле эштәр ҡылды. 12 Паулус ҡағылған ҡулъяулыҡтарҙы, билбауҙарҙы алып ҡайтып, ауырыуҙарҙың өҫтөнә һалғандан һуң, улар һауыҡты, эстәренән яуыз рухтар сыҡты. 13 Ҡайһы бер бағымсы илгиҙәр йәһүдтәр ҙә ен эйәләшкән кешеләрҙән яуыз рухтарҙы ҡыуып сығарырға теләп: – Мин һеҙгә Паулус вәғәзләгән Ғайса вәкәләте менән бойорам, – тип Раббы Ғайса исемен ҡулланырға тырышты. 14 Йәһүдтәрҙең баш ҡаһины Скеуастың ете улы ла шулай итте. 15 Әммә яуыз рух: – Ғайсаны беләм, Паулус та миңә таныш, ә һеҙ кем? – тип яуап бирҙе. 16 Эсендә яуыз рух булған кеше бағымсыларға ташланды һәм, уларҙы бик ныҡ итеп туҡмағас, тегеләр ул йорттан яраланған һәм кейемдәре йыртылған хәлдә сығып ҡасты. 17 Был ваҡиға Эфеста йәшәгән бөтә йәһүдтәргә һәм башҡа халыҡ кешеләренә мәғлүм булғас, барыһы ла ҡурҡыуға төштө, Раббы Ғайсаның исеме тағы ла нығыраҡ ихтирам ителә башланы. 18 Иманға килгән күптәр ҡылған насар эштәрен таныны. 19 Ә сихырсылыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙең күбеһе, үҙҙәренең китаптарын алып килеп, бөтәһенең күҙ алдында яндырҙы. Яндырылған китаптарҙың хаҡын иҫәпләгәйнеләр, барлығы илле мең көмөш тәңкә сыҡты. 20 Раббы һүҙе бына шундай көс менән таралды һәм нығынды. Эфеста боларыш 21 Ошо ваҡиғаларҙан һуң Паулус Македония һәм Ахая аша Йәрүсәлимгә ҡайтырға ҡарар итте. – Йәрүсәлимдә булғандан һуң мин Римға барырға тейешмен, – тине ул. 22 Ике ярҙамсыһын, Тимоҫеус менән Әрәстосты Македонияға ебәреп, ул үҙе бер аҙ ваҡытҡа Асия өлкәһендә тотҡарланды. 23 Шул көндәрҙә Раббы юлы арҡаһында ҙур боларыш сыҡты. 24 Был ҡалала Демитриус тигән көмөшсө бар ине. Ул, гректар алиһәһе Артемида ҡорамының өлгөләрен көмөштән ҡойоп, шуның менән һөнәрселәргә күп табыш алырға ярҙам итә ине. 25 Демитриус көмөшсөләрҙе һәм башҡа һөнәр эйәләрен йыйып алып: – Дуҫтар! Мул тормошобоҙҙоң ошо кәсепкә бәйле икәнен беләһегеҙ, – тине. – 26 Күреп-ишетеп тә йөрөйһөгөҙ, әлеге Паулус, кеше ҡулы менән яһалған нәмәләр илаһ түгел, тип, Эфеста ғына түгел, бөтә Асия өлкәһендә тиерлек күп кешеләрҙе ышандырҙы һәм юлдан яҙҙырҙы. 27 Был беҙҙең кәсептең яманаты сығыу хәүефе менән генә түгел, ә бөйөк алиһә Артемида ҡорамының әһәмиәте бөтөүе менән дә янай. Барлыҡ Асия өлкәһе һәм бөтә донъя табынған алиһә үҙе лә илаһи бөйөклөгөнән мәхрүм ителер. 28 Ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс, һөнәрселәрҙең асыуы ҡабарып: – Эфестар Артемидаһы бөйөк! – тип ҡысҡырырға керештеләр. 29 Тиҙҙән бөтә ҡалала боларыш башланды. Паулустың юлдаштарын – македон кешеләре Гайҙы һәм Аристархосты тотоп алып, бөтәһе бергә тамаша урынына ташланды. 30 Паулус халыҡҡа сығырға теләне, ләкин шәкерттәр уны ебәрмәне. 31 Шулай уҡ Асия өлкәһенең Паулустың дуҫтары булған күренекле әһелдәре лә, кешеләр артынан хәбәр ебәреп, уның тамаша урынында күренмәүен үтенде. 32 Халыҡ йыйылған ерҙә берәүҙәр – бер, икенселәре бүтән нәмә ҡысҡырҙы. Йыйылышта тәртипһеҙлек хөкөм һөрҙө, йыйылғандарҙың күбеһе ни өсөн килгәнен дә белмәне. 33 Ҡайһылары йәһүдтәр халыҡ алдына этеп сығарған Искәндәр исемле бер кешегә кәңәштәр бирҙе. Искәндәр, халыҡҡа һүҙ әйтергә теләп, ҡулы менән ишара яһаны. 34 Уның йәһүд икәнен белеп ҡалғас: – Эфестар Артемидаһы бөйөк! – тип бер тауыштан ҡысҡырыша башланылар. Улар шулай ике сәғәт тирәһе ҡысҡырышты. 35 Ниһайәт, ҡала етәкселәренең береһе халыҡты тынысландырып: – Эфес халҡы! Эфестың бөйөк алиһә Артемида ғибәҙәтханаһын һәм күктән төшкән изге ташты һаҡлаусы ҡала икәнен кем генә белмәй? – тине. – 36 Был бәхәсһеҙ икән, ул саҡта тыныс булырға, ҡыҙыулыҡ менән нимәлер ҡылырға тейеш түгелһегеҙ. 37 Һеҙ тотоп килтергән был кешеләр Артемида ғибәҙәтханаһын да таламаған, беҙҙең алиһәбеҙҙе лә хурламаған. 38 Демитриустың һәм уның янындағы башҡа һөнәрселәрҙең берәй кешегә дәғүәһе булһа, бының өсөн хөкөм йорттары һәм өлкә башлыҡтары бар. Бер-береһенә ана шунда барып ялыу итһендәр. 39 Тағы һорауҙарығыҙ булһа, һеҙ уларҙы ҡанунға ярашлы халыҡ йыйылышында күтәрә алаһығыҙ. 40 Беҙ хәҙер бөгөнгө ваҡиға өсөн фетнә сығарыуҙа ғәйепләнеү ҡурҡынысы алдында торабыҙ. Ә бит бындай йыйынды аҡларлыҡ һис бер дәлилебеҙ юҡ. Шул һүҙҙәрҙе әйтеп, ҡала етәксеһе йыйылышты таратты. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia