Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ғәмәлдәр 18 - Изге Яҙма


Паулус Коринҫос ҡалаһында

1 Бынан һуң Паулус, Афинанан китеп, Коринҫос ҡалаһына килде.

2 Ул унда сығышы менән Понтос өлкәһенән булған Акулас атлы бер йәһүдте осратты. Клаудиус ҡайсар бөтөн йәһүдтәргә Римдан китергә әмер биргәнлектән, ул ҡатыны Прискилла менән күптән түгел Италиянан килгәйне. Паулус уларҙың хәлен белергә барҙы.

3 Уларҙың һөнәрҙәре бер ине: сатыр яһау, шунлыҡтан Паулус улар менән бергә эшләргә ҡалды.

4 Һәр шәмбе көндө ул ғибәҙәтханала йәһүдтәр һәм гректар менән фекер алышты, уларҙы инандырырға тырышты.

5 Силас менән Тимоҫеус Македониянан килгәс, Паулус үҙенең бөтә ваҡытын, Ғайсаның Мәсих икәнлеге хаҡында шаһитлыҡ ҡылып, йәһүдтәргә вәғәз һөйләүгә бағышланы.

6 Әммә йәһүдтәр уға ҡаршы сығып, яман телләшә башлағас, кейемендәге туҙанды ҡағып: – Һәләкәтегеҙгә үҙегеҙ ғәйепле. Минең намыҫым таҙа, инде башҡа халыҡтар араһына китәм, – тине.

7 Ул, ғибәҙәтхананан сығып, йәнәшәлә генә Аллаға хөрмәт күрһәтеп йәшәгән Титиос Юстос исемле кешенең өйөнә барҙы.

8 Ғибәҙәтхана башлығы Криспос иһә үҙенең бөтә ғаиләһе менән Раббыға инанды. Күп кенә коринҫостар ҙа, Паулустың һөйләгәндәрен ишетеп, иманға килде һәм һыуға сумдырылыу йолаһын үтте.

9 Бер ваҡыт төндә Паулусҡа илаһи күренмеш килде. Унда Раббы: – Ҡурҡма! Һөйләүеңде дауам ит, туҡтама.

10 Мин һинең менән, бер кем дә һиңә һөжүм итеп яуызлыҡ ҡылмаҫ. Был ҡалала Миңә тоғро кешеләр күп, – тине.

11 Паулус, имандағы кешеләрҙе Алла һүҙенә өйрәтеп, Коринҫоста йыл ярым йәшәне.

12 Ахаяла Галлион өлкә башлығы булған ваҡытта йәһүдтәр, берләшеп, Паулусҡа ҡаршы күтәрелде һәм уны тотоп хөкөм йортона алып барҙы.

13 – Был әҙәм кешеләрҙе Аллаға ҡануныбыҙҙа әйтелмәгәнсә табынырға өйрәтә, – тинеләр.

14 Паулус ниҙер әйткәнсе, Галлион йәһүдтәргә: – Йәһүд халҡы! Әгәр ҙә уны ниндәйҙер яуыз эш йәки енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләһәгеҙ, һеҙҙең дәғүәләрегеҙҙе тыңларға сәбәп булыр ине.

15 Әммә дәғүәләрегеҙ айырым һүҙҙәр, исемдәр һәм үҙ ҡанунығыҙға бәйле икән, уларҙы үҙегеҙ хәл итегеҙ. Мин бындай эштә хөкөмдар булырға теләмәйем, – тип

16 уларҙы хөкөм йортонан ҡыуып сығарҙы.

17 Шунан һуң ундағы кешеләр хөкөм йорто алдында ғибәҙәтхана башлығы Сосҫенесте тотоп туҡманы. Ә Галлиондың быға иҫе лә китмәне.


Паулустың Антиохияға ҡайтыуы

18 Паулус, Коринҫоста байтаҡ ваҡыт уҙғарғандан һуң, имандаштары менән хушлашып, һыу юлы менән Сүриәгә юлланды. Прискилла һәм Акулас та уның менән китте. Юлға сығыр алдынан, әйткән нәҙере буйынса, Паулус Кәнхреайҙа сәсен алдырҙы.

19 Эфесҡа килеп еткәс, Паулус юлдаштарынан айырылып ғибәҙәтханаға барҙы һәм унда йәһүдтәр менән һөйләшеп ултырҙы.

20 Йәһүдтәр уның үҙҙәре янында оҙағыраҡҡа ҡалыуын һораһалар ҙа, Паулус риза булманы.

21 Улар менән һаубуллашып: – Алла ихтыярында булһа, тағы килермен, – тине. Бынан һуң ул һыу юлы менән Эфестан китте.

22 Ҡайсареяға барып еткәс, караптан төшөп, Йәрүсәлимгә килде, ундағы берҙәмлекте сәләмләгәндән һуң Антиохияға китте.

23 Унда бер аҙ ваҡыт булғандан һуң, Паулус юлға сыҡты, Галатия һәм Фругия ерҙәре аша уҙып, барса шәкерттәрҙе иманда нығытты.


Аполлостың хеҙмәте

24 Эфесҡа сығышы менән Искәндәриәнән булған, сәсән телле һәм Яҙманы бик яҡшы белгән Аполлос исемле бер йәһүд килде.

25 Ул Раббы юлына өйрәтелгәйне һәм, Яхъя ҡалдырған һыуға сумдырылыу йолаһын ғына белһә лә, ялҡынлы рух менән Ғайса тураһында ысынын бәйән итте һәм өйрәтте.

26 Ул ғибәҙәтханала бик ҡыйыу һөйләй башланы. Прискилла менән Акулас, Аполлостың һөйләгәндәрен ишетеп, уны үҙҙәре янына саҡырып алдылар һәм Алла юлы тураһында тулыраҡ итеп аңлаттылар.

27 Аполлос Ахаяға китергә ниәт белдергәс, имандаштары быны хупланы һәм ундағы шәкерттәргә, уны ҡабул итеүҙәрен һорап, хат яҙҙылар. Аполлос унда барғас, Алла мәрхәмәте менән иманға килгәндәргә күп ярҙам күрһәтте.

28 Ул, Ғайсаның Мәсих икәнлеген Изге Яҙмаға нигеҙләнеп ышандырырлыҡ итеп иҫбатлап, бөтә халыҡ алдында йәһүдтәрҙең ҡарашын юҡҡа сығарҙы.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan