Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ғәмәлдәр 16 - Изге Яҙма


Тимоҫеустың Паулусты оҙатып барыуы

1 Шунан һуң Паулус Дербеға, ә унан Лустраға барып етте. Унда Тимоҫеус исемле бер шәкерт бар ине. Уның әсәһе йәһүд булып, улы кеүек үк Ғайсаға инана, ә атаһы грек ине.

2 Лустралағы һәм Икониондағы имандаштар Тимоҫеусты яҡшы яҡтан ғына телгә алды.

3 Паулус уны үҙе менән бергә алып китмәксе булды, шуға күрә унда йәшәгән йәһүдтәр хаҡына уны сөннәткә ултыртты, сөнки бөтәһе лә Тимоҫеустың атаһы грек икәнен белә ине.

4 Ҡаланан ҡалаға сәйәхәт иткәндә, улар имандаштарға Йәрүсәлимдә илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре ҡабул иткән ҡарарҙарҙы еткерҙе һәм уларҙы үтәргә өндәне.

5 Берҙәмлектәрҙең иманы нығынды һәм иманға килеүселәрҙең һаны көндән-көн арта барҙы.


Паулустың Македония өлкәһенә саҡырылыуы

6 Паулус һәм уның юлдаштары Фругия һәм Галатия ерҙәре аша китте, сөнки Изге Рух уларға Алла һүҙен Асия өлкәһендә һөйләргә рөхсәт итмәне.

7 Мусия төбәгенә еткәс, улар Биҫунияға барырға уйлағайны, әммә Ғайсаның Рухы уларҙы ебәрмәне.

8 Шулай итеп, улар Мусия аша үтеп, Троас ҡалаһына килде.

9 Төндә Паулусҡа илаһи күренмеш иңде. Македониянан бер кеше: «Македонияға килеп, беҙгә ярҙам ит», – тип Паулустың ҡаршыһында ялбарып баҫып тора.

10 Ошо күренмештән һуң, Алла беҙҙе шунда Һөйөнөслө Хәбәрҙе һөйләргә саҡыра, тигән фекергә килеп, шунда уҡ Македонияға китергә булдыҡ.


Лидиәнең иманға килеүе

11 Троастан һыу юлы менән китеп, беҙ туп-тура Самоҫракә утрауына, ә икенсе көндө Неаполис ҡалаһына еттек.

12 Унан Македонияның ул өлөшөндәге төп ҡала, Рим колонияһы булған Филиппойға юл тоттоҡ. Беҙ был ҡалала бер нисә көн булдыҡ.

13 Шәмбе көндө ҡаланан сыҡтыҡ та, доға ҡылыу урыны шундалыр тип уйлап, йылға буйына барҙыҡ. Унда йыйылған ҡатын-ҡыҙҙар менән һөйләшеп ултырҙыҡ.

14 Араларында Түәтейра ҡалаһынан килгән, ҡуйы-ҡыҙыл төҫтәге ҡыйбатлы туҡымалар һатҡан Лидиә исемле бер ҡатын бар ине. Аллаға хөрмәт күрһәтеп йәшәгән был ҡатын Паулус һөйләгән һүҙҙәрҙе аңлаһын тип, Раббы уның йөрәген асты.

15 Үҙе һәм өйөндәге туғандары һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгәс, Лидиә: – Мине Раббыға инаныусы тип һанаһағыҙ, өйөмә килеп ҡунаҡ булығыҙ, – тип инәлде һәм ахырҙа беҙҙе күндерҙе.


Филиппойҙа тотҡонлоҡта

16 Бер көндө доға ҡылыу урынына китеп барғанда беҙгә күрәҙәселек ене эйәләшкән бер хеҙмәтсе ҡыҙ осраны. Ул, күрәҙәлек ҡылып, үҙенең хужаларына күп табыш килтерә икән.

17 Ҡыҙ Паулус менән беҙҙең артыбыҙҙан: – Был кешеләр – Юғарыларҙан Юғары Алланың ҡолдары, улар һеҙгә ҡотолоу юлын күрһәтә, – тип ҡысҡырып барҙы.

18 Был бер нисә көн шулай дауам итте. Паулустың тамам асыуы килеп, ен яғына боролоп: – Ғайса Мәсих вәкәләте менән бойорам: уның эсенән сыҡ! – тине. Ен шунда уҡ сығып китте.

19 Ҡыҙҙың табыш алырға булған өмөттәренең юҡҡа сығыуын аңлаған хужалары Паулус менән Силасты тотоп алдылар ҙа майҙанға ҡала башлыҡтары янына һөйрәп алып киттеләр.

20-21 Уларҙы идарасылар ҡаршыһына килтереп: – Был әҙәмдәр – йәһүдтәр. Улар беҙгә, римлыларға, ҡабул итергә лә, башҡарырға ла ярамаған йолаларҙы вәғәзләп, ҡалала тәртипһеҙлек тыуҙыра, – тинеләр.

22 Халыҡ та Паулус менән Силасҡа ҡаршы сыҡҡан кешеләргә ҡушылды. Ҡала идарасылары уларҙың кейемдәрен йолҡҡослап систерҙе лә таяҡ менән һуҡтырырға бойорҙо.

23 Ныҡ ҡына туҡмағандан һуң, уларҙы төрмәгә ташланылар һәм төрмә ҡарауылсыһына тотҡондарҙан күҙ яҙлыҡтырмаҫҡа бойорҙолар.

24 Шундай әмер алғас, ҡарауылсы уларҙы төрмәнең эске бүлмәһенә япты ла аяҡтарына ағас ҡалып кейҙерҙе.

25 Төн уртаһындараҡ Паулус менән Силас доға ҡылды, Алланы данлап, мәҙхиәләр йырланы, ә башҡа тотҡондар уларҙы тыңлап ултырҙы.

26 Ҡапыл бик ныҡ итеп ер тетрәне, хатта төрмәнең нигеҙе һелкенеп ҡуйҙы. Шул саҡ бөтә ишектәр асылды ла барыһының да аяҡтарындағы сынйырҙар һыпырылып төштө.

27 Төрмә ҡарауылсыһы йоҡонан уянып, ишектәрҙең асыҡ торғанын күргәс, тотҡондар ҡасҡан, тип уйланы һәм, ҡылысын сығарып, үҙен үҙе үлтерергә теләне.

28 Әммә Паулус: – Үҙеңә яуызлыҡ ҡылма, беҙ барыбыҙ ҙа бында! – тип ҡысҡырҙы.

29 Ҡарауылсы ут һорап алды ла бүлмә эсенә йүгереп инде һәм, ҡалтыранып, Паулус менән Силастың алдына йығылды.

30 Шунан уларҙы тышҡа алып сыҡты. – Әфәнделәрем! Ҡотолор өсөн миңә нимә эшләргә кәрәк? – тип һораны.

31 – Раббы Ғайсаға инан. Шулай эшләһәң, үҙең дә ҡотолорһоң, өйөңдәгеләр ҙә ҡотолор, – тип яуапланылар уға.

32 Паулус менән Силас уға һәм уның өйөндәгеләргә Раббы һүҙен вәғәзләне.

33 Шул уҡ төнгө бер сәғәттә төрмә ҡарауылсыһы уларҙың йәрәхәттәрен йыуҙы, үҙе лә, өйөндәгеләрҙең бөтәһе лә һыуға сумдырылыу йолаһын үтәне.

34 Паулус менән Силасты үҙенең өйөнә алып ҡайтып, уларға табын әҙерләне, Аллаға инанғандары өсөн бөтә ғаиләһе менән ҡыуандылар.

35 Көн тыуғас, ҡала идарасылары үҙҙәренең хеҙмәткәрҙәрен, уларҙы азат итергә, тигән хәбәр менән ебәрҙеләр.

36 Төрмә ҡарауылсыһы был хаҡта Паулусҡа еткерҙе: – Ҡала идарасылары һеҙҙе азат итергә ҡушты. Барығыҙ, именлек һеҙгә, – тине.

37 Ләкин Паулус: – Беҙҙе, Рим граждандарын, халыҡ алдында хөкөм итмәйенсә туҡманылар, төрмәгә яптылар, ә хәҙер йәшерен рәүештә сығарырға теләйҙәрме? Юҡ! Килһендәр ҙә беҙҙе үҙҙәре сығарһындар, – тине.

38 Хеҙмәткәрҙәр был һүҙҙәрҙе ҡала идарасыларына еткерҙе, ә идарасылар, Паулус менән Силастың Рим граждандары икәнен ишеткәс, ҡурҡып киттеләр.

39 Килеп, ғәфү үтенделәр, уларҙы иреккә сығарғас, ҡаланан китеүҙәрен һоранылар.

40 Паулус менән Силас төрмәнән сыҡҡандан һуң, Лидиәнең өйөнә барҙы. Унда имандаштар менән осрашып, уларға өгөт-нәсихәт биргәс, юлға сыҡтылар.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan