Ғәмәлдәр 15 - Изге ЯҙмаЙәрүсәлимдә илселәр йыйылышы 1 Йәһүҙиәнән Антиохияға ниндәйҙер кешеләр килеп иманлыларҙы: – Муса ҡануны ҡушҡанса сөннәткә ултырмаһағыҙ, ҡотола алмаясаҡһығыҙ, – тип өйрәтә башланы. 2 Паулус һәм Барнабас теге кешеләр менән ризалашманы һәм улар араһында ҡыҙыу бәхәс тыуҙы. Шунлыҡтан Паулус менән Барнабасҡа, тағы бер нисә кешегә, Йәрүсәлимгә барып, илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре менән был мәсьәлә буйынса фекерләшеү бурысын йөкмәттеләр. 3 Шулай итеп, берҙәмлек уларҙы юлға оҙатты. Фойникә һәм Самария өлкәләрен үткәндә улар, йәһүд булмаған халыҡтарҙың Аллаға табан боролоуҙары тураһында һөйләп, бөтә имандаштарҙың күңелендә ҙур ҡыуаныс уятты. 4 Йәрүсәлимгә килеп еткәс, берҙәмлек тә, уның өлкәндәре лә, илселәр ҙә асыҡ йөҙ менән ҡабул итте. Паулус менән Барнабас уларға Алланың үҙҙәре аша ниндәй эштәр башҡарыуы тураһында һөйләп бирҙе. 5 Шунан һуң фарисейҙар араһынан иманға килгән ҡайһы берәүҙәр урындарынан тороп: – Йәһүд булмағандарҙы сөннәткә ултыртырға һәм уларҙан Муса ҡанунын тотоуҙы талап итергә кәрәк, – тинеләр. 6 Илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре был мәсьәләне тикшерергә йыйылды. 7 Оҙаҡ фекер алышҡандан һуң Петрус урынынан тороп: – Имандаштар! – тип һүҙ башланы. – Башҡа халыҡтар Һөйөнөслө Хәбәрҙе минән ишетеп иманға килһен өсөн, байтаҡ ваҡыт элек бөтәбеҙ араһынан Алла мине һайлап ҡуйғанын беләһегеҙ. 8 Кешенең күңелендә ни ятҡанын белеп торған Алла, беҙгә биргән кеүек башҡаларға ла Изге Рух биреп, уларҙы ҡабул итеүен күрһәтте. 9 Йөрәктәрен иман аша сафландырып, улар менән беҙҙең арала бер ниндәй ҙә айырма ҡалдырманы. 10 Шулай булғас, аталарыбыҙ ҙа, беҙ үҙебеҙ ҙә күтәрә алмаған йөктө шәкерттәр иңенә һалып, ни өсөн һеҙ хәҙер Алланы һынайһығыҙ? 11 Ә бит беҙ ҙә, улар кеүек үк, Раббы Ғайса мәрхәмәте аша ҡотолоу алыуыбыҙға ышанабыҙ. 12 Бөтә йыйылыш тынып, Барнабас менән Паулусты тыңланы. Улар Алланың башҡа халыҡтар араһында үҙҙәре аша ҡылған хикмәттәре һәм мөғжизәләре тураһында һөйләне. 13 Аҙаҡ Яҡуп һүҙ алды: – Имандаштар, мине тыңлағыҙ! 14 Алланың йәһүд булмаған халыҡтар тураһында хәстәрлек күрһәтә башлап, улар араһынан Үҙ халҡын булдырыуы тураһында Шимғон һөйләне. 15 Пәйғәмбәрҙәрҙең Изге Яҙмала яҙған һүҙҙәре лә быға тап килә: 16 «Шунан һуң Мин кире ҡайтырмын да Дауыттың ҡолаған сатырын торғоҙормон. Емереклектәрен ҡайтанан ҡороп, элекке хәленә ҡайтарырмын. 17-18 Шунда башҡа кешеләр, Минең исемем менән аталған бар халыҡтар Раббыны эҙләйәсәк». Борондан уҡ быларҙы мәғлүм иткән Раббы шулай ти. 19 Шуға күрә, башҡа халыҡтар араһынан Аллаға килгән кешеләргә ҡыйынлыҡ тыуҙырырға тейеш түгелбеҙ, тип һанайым. 20 Киреһенсә, беҙ уларға, ялған илаһтарға ҡорбанға килтерелеп хур ителгән нәмәләрҙән, енси аҙғынлыҡтан, быуып үлтерелгән хайуандың итенән һәм ҡандан тыйылығыҙ, тип яҙырға тейешбеҙ. 21 Сөнки Муса ҡануны элек-электән һәр ҡалала вәғәз ителә, һәр шәмбе һайын ғибәҙәтханаларҙа уҡыла, – тине Яҡуп. Йәһүд булмағандарға яуап 22 Бынан аҙаҡ илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре, бөтә берҙәмлек менән үҙҙәре араһынан бер нисә кешене һайлап, уларҙы Антиохияға Паулус һәм Барнабасҡа эйәртеп ебәрергә ҡарар итте. Улар имандаштар араһында етәксе булған Барсаббас тип аталған Йәһүҙәне һәм Силасты һайланылар. 23 Улар аша ошондай йөкмәткеле хат ебәрҙеләр: «Имандаштарығыҙҙан – илселәрҙән, берҙәмлек өлкәндәренән Антиохиялағы, Сүриәләге һәм Киликиялағы бүтән халыҡтарҙан булған имандаштарға сәләм. 24 Беҙҙән барған ҡайһы бер кешеләр һеҙҙе аптырашта ҡалдыра, күңелегеҙгә борсоу һала, тип ишеттек, әммә беҙ уларға ундай эш йөкмәтмәнек. 25-26 Шунлыҡтан беҙ, барыбыҙҙың ризалығы менән бер нисә кешене һайлап, уларҙы һеҙҙең янға үҙ ғүмерҙәрен Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә бағышлаған, яратҡан имандаштарыбыҙ Барнабас һәм Паулус менән бергә ебәрергә булдыҡ. 27 Йәһүҙә менән Силасты һеҙгә ебәрәбеҙ, улар был хатта яҙылғандарҙы телдән аңлатып бирер. 28 Изге Рух ихтыяры менән беҙ һеҙҙе түбәндәге талаптарҙан башҡа бер нәмә менән дә борсомаҫҡа ҡарар иттек: 29 ялған илаһтарға ҡорбан итеп килтерелгән ризыҡтан, ҡандан, быуып үлтерелгән хайуандың итенән һәм енси аҙғынлыҡтан тыйылығыҙ. Үҙегеҙҙе ошо эштәрҙән һаҡлаһағыҙ, бик яҡшы булыр. Иҫән-һау булығыҙ!» 30 Шулай итеп, ебәрелгән кешеләр Антиохияға килде һәм, берҙәмлекте йыйып, хатты тапшырҙы. 31 Хатты уҡығас, бөтәһе лә был йыуаныслы хәбәргә ҡыуанды. 32 Йәһүҙә менән Силас, үҙҙәре лә пәйғәмбәр булараҡ, һүҙ ярҙамы менән дәртләндереп, имандаштарҙың рухын нығытты. 33-34 Йәһүҙә менән Силас Антиохияла күпмелер ваҡыт булғас, имандаштар уларҙы именлек теләп Йәрүсәлимгә, үҙҙәрен ебәргән кешеләр янына оҙатты. 35 Паулус менән Барнабас иһә Антиохияла ҡалды. Улар башҡа күп кенә имандаштар менән бергә Раббы һүҙен өйрәтте, вәғәздәр уҡыны. Паулус менән Барнабастың юлдары айырылыуы 36 Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Паулус Барнабасҡа, үҙҙәре Раббы һүҙен вәғәзләп йөрөгән барса ҡалаларҙағы имандаштар янына барып, уларҙың хәлен белергә тәҡдим итте. 37 Барнабас Маркус тип тә йөрөтөлгән Яхъяны ла үҙҙәре менән алырға теләне. 38 Әммә Паулус тапшырылған эште атҡарып сығырға ярҙам итергә теләмәйенсә Памфулияла уларҙы ташлап киткән Яхъяны алырға ризалашманы. 39 Паулус менән Барнабас араһында ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙы, һәм улар икеһе ике яҡҡа китергә булды: Барнабас, Маркусты алып, һыу юлы менән Кипрға юлланды. 40 Силасты һайлаған Паулус иһә, имандаштар уны Раббы мәрхәмәтенә тапшырғандан һуң, юлға сыҡты, 41 берҙәмлектәрҙе нығытып, Сүриә һәм Киликия өлкәләре аша үтте. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia