Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ғәмәлдәр 14 - Изге Яҙма


Паулус менән Барнабас Иконион ҡалаһында

1 Иконионда Паулус менән Барнабас, ғәҙәттәгесә, йәһүдтәр ғибәҙәтханаһына инде. Уларҙың тәьҫирле итеп һөйләүенән бик күп йәһүдтәр һәм башҡа халыҡ кешеләре Раббыға инанды.

2 Ә иманға килмәгән йәһүдтәр, йәһүд булмағандарҙы иманлыларға ҡаршы ҡотортоп, уларға ҡарата дошманлыҡ уятты.

3 Паулус менән Барнабас бында байтаҡ ваҡыт булды. Раббы тураһында ҡыйыу рәүештә вәғәзләнеләр һәм Раббы, Үҙенең мәрхәмәте хаҡындағы хәбәрҙе раҫлап, уларҙың ҡулы менән хикмәтле билдәләр һәм мөғжизәләр ҡылды.

4 Ҡала халҡы икегә бүленде: бер өлөшө – йәһүдтәр, икенселәре илселәр яҡлы булды.

5 Ахырҙа йәһүд булмағандар һәм йәһүдтәр, үҙҙәренең башлыҡтары менән бергә илселәргә ташланып, уларҙы таш менән бәреп үлтерергә ниәтләне.

6 Был хаҡта белеп ҡалғандан һуң, илселәр Лукауния өлкәһенә ҡасып китте. Ундағы Лустра, Дербе ҡалаларында һәм шул тирәләге ерҙәрҙә

7 халыҡҡа Һөйөнөслө Хәбәрҙе һөйләүҙәрен дауам иттеләр.


Лустра ҡалаһында булған хәлдәр

8 Лустра ҡалаһында аяҡтары йөрөмәгән бер кеше бар ине. Ул, тыумыштан уҡ ғәрип булып, бер ҡасан да атлай алмаған ине.

9 Ул да Паулус һөйләгән һүҙҙәрҙе тыңлап ултырҙы. Паулус уға туп-тура ҡараны ла, ғәриптең шифа аласағына ышанысы барлығын күреп, көслө тауыш менән:

10 – Тор, аяғыңа баҫ, – тип әйтте. Теге һикереп торҙо ла атлап китте.

11 Халыҡ иһә, Паулустың нимә эшләгәнен күреп, Лукауния ерлеге телендә: – Беҙҙең яныбыҙға кеше ҡиәфәтендә илаһтар төштө! – тип ҡысҡыра башланы.

12 Барнабасты – Зевс тип, ә Паулусты, башлыса ул һөйләгәнгә күрә, Гермес тип атанылар.

13 Ҡала ситендә урынлашҡан Зевс ҡорамының ҡаһины иһә ҡапҡа алдына үгеҙҙәр һәм сәскә бәйләмдәре алып килде, халыҡ менән бергә ҡорбан килтерергә булды.

14 Илселәр Барнабас менән Паулус был хаҡта белеп ҡалғас, өҫтәрендәге кейемдәрен йыртҡысланы, халыҡ төркөмөнә ташланып:

15 – Һеҙ нимә эшләйһегеҙ? – тип ҡысҡырҙы. – Беҙ – һеҙҙең кеүек үк кешеләр! Һеҙгә Һөйөнөслө Хәбәр алып килдек һәм, ялған илаһтарҙан арынып, күкте, ерҙе, диңгеҙҙе, уларҙағы бөтә нәмәне бар ҡылған тере Аллаға килеүегеҙҙе теләйбеҙ.

16 Элек Ул бөтә халыҡтарға үҙҙәренең юлдарынан барырға ихтыяр бирә ине.

17 Әммә, яҡшылыҡтар ҡылып, Үҙен күрһәтеп торҙо: ваҡытында күктәрҙән ямғыр яуҙырып, мул уңыш биреп, һеҙҙе ризыҡ менән тәьмин итте, йөрәктәрегеҙҙе ҡыуаныс менән тултырҙы.

18 Ошо һүҙҙәр менән дә улар халыҡты үҙҙәренә ҡорбан килтермәҫкә көскә-көскә генә күндерә алды.


Сүриә Антиохияһына ҡайтыу

19 Шулай ҙа Антиохиянан һәм Икониондан килгән ҡайһы бер йәһүдтәр халыҡты үҙҙәренең яғына ауҙарҙы. Паулусты таш бәреп туҡманылар ҙа, үлде тип уйлап, ҡаланан тышҡа сығарып ташланылар.

20 Әммә эргәһенә шәкерттәре йыйылып киткәс, Паулус тороп кире ҡалаға инде. Икенсе көндө ул Барнабас менән Дербе ҡалаһына юл тотто.

21 Был ҡалала Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп, шәкерттәр һанын байтаҡҡа арттырҙылар. Аҙаҡ Лустра, Иконион һәм Антиохия ҡалаларына ҡайтып,

22 унда шәкерттәрҙең рухын күтәрҙеләр, иманда ныҡ торорға өндәнеләр. – Алла Батшалығына инер өсөн күп михнәттәр аша үтергә тура киләсәк, – тине улар.

23 Улар һәр берҙәмлеккә өлкәндәр тәғәйенләнеләр һәм, ураҙа тотоп доға ҡылғандан һуң, уларҙы үҙҙәре инанған Раббының ҡулына тапшырҙылар.

24 Бынан аҙаҡ улар, Писидиә аша үтеп, Памфулияға килде.

25 Пергела Алла һүҙен бәйән иткәс, Атталея ҡалаһына йүнәлделәр.

26 Атталеянан һыу юлы менән Антиохияға киттеләр. Ошо ҡалала Паулус менән Барнабас, үҙҙәренә тәғәйенләнгән эште атҡарыу өсөн, Алланың мәрхәмәтенә тапшырылғайны.

27 Улар, Антиохияға ҡайтып еткәс, имандаштар берҙәмлеген йыйып, Алланың үҙҙәре аша ниҙәр эшләгәнен, Уның йәһүд булмағандарға иман ишеген асҡанын – бөтәһен дә һөйләп бирҙеләр.

28 Паулус менән Барнабас шәкерттәр янында байтаҡ ваҡытҡа туҡталды.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan