Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ғәмәлдәр 13 - Изге Яҙма


Барнабас менән Шаулға изге хеҙмәт йөкмәтелеү

1 Антиохиялағы имандаштар берҙәмлегендә пәйғәмбәрҙәр, остаздар бар ине: Барнабас, Шимғон (уны тағы Нигер тип тә атайҙар), Курененан Лукиос, өлкә идарасыһы Һируд менән бергә тәрбиәләнгән Манаен һәм Шаул.

2 Бер ваҡыт, улар Раббыға хеҙмәт иткәндә һәм ураҙа тотҡанда, Изге Рух: – Хеҙмәтемде башҡарыу өсөн Үҙем һайлап алған Барнабас менән Шаулды Миңә бирегеҙ, – тине.

3 Ураҙа тотҡандан һәм доға ҡылғандан һуң, Барнабас менән Шаулдың баштарына ҡулдарын ҡуйып, уларҙы оҙатып ебәрҙеләр.


Барнабас менән Шаул Кипрҙа

4 Изге Рух тарафынан ебәрелгән Барнабас һәм Шаул Селеукея ҡалаһына килде, унан һыу юлы менән Кипр утрауына киттеләр.

5 Утрауҙағы Саламис ҡалаһына килгәс, йәһүдтәрҙең ғибәҙәтханаларында Алла һүҙен вәғәзләнеләр. Яхъя ла улар менән ине, ярҙам итеп йөрөнө.

6 Бөтә утрауҙы үтеп, улар Пафос ҡалаһына килде. Бында улар сихырсы һәм ялған пәйғәмбәр Бар-Йеһошуағ исемле йәһүд кешеһен осратты.

7 Ул өлкә башлығы, бик аҡыллы кеше Сергиос Паулустың хеҙмәтсеһе ине. Сергиос Паулус, Алла һүҙен тыңларға теләп, Барнабас менән Шаулды үҙ һарайына саҡырҙы.

8 Ә Әлүмас (был Бар-Йеһошуағтың икенсе исеме – «сихырсы»), өлкә башлығының иманға килеүенә аяҡ салырға тырышып, уларға ҡаршы торҙо.

9 Әммә Изге Рух менән һуғарылған Шаул, уны Паулус тип тә атайҙар, Әлүмасҡа туп-тура ҡарап:

10 – Эй, һин, эсе тулы ялған һәм мәкер, Иблис улы, һәр төрлө хаҡлыҡтың дошманы! Раббының тура юлын боҙоп күрһәтергә тырышыуҙан туҡтайһыңмы, юҡмы? – тине. –

11 Әле Раббының ҡулы һинең өҫтөңдә: һин һуҡыраясаҡһың һәм Алла билдәләгән бер ваҡытҡаса ҡояшты күрмәйәсәкһең. Шунда уҡ Бар-Йеһошуағты томан һәм ҡараңғылыҡ ҡаплап алды, һәм ул, берәйһе етәкләмәҫме икән тип, әле бер яҡҡа, әле икенсе яҡҡа табан атланы.

12 Өлкә башлығы, был хәлде күреп, Раббы тураһындағы тәғлимәттең ҡөҙрәтенә таң ҡалды һәм Раббыға инанды.


Паулустың Писидиә өлкәһендәге Антиохияла сығышы

13 Паулус һәм уның юлдаштары, Пафостан һыу юлы менән Памфулия өлкәһендәге Перге ҡалаһына килде. Яхъя, уларҙан айырылып, Йәрүсәлимгә ҡайтты,

14 ә ҡалғандар Пергенан Писидиә өлкәһендәге Антиохияға китте. Шәмбе көндө улар ғибәҙәтханаға инеп ултырҙы.

15 Ҡанундан һәм пәйғәмбәрҙәр яҙған китаптарҙан өҙөктәр уҡығандан һуң, ғибәҙәтхана башлыҡтары уларға хеҙмәтсе аша: – Туғандар! Халыҡҡа еткерергә теләгән нәсихәтегеҙ булһа, һөйләгеҙ, – тигән һүҙҙәрҙе еткерҙе.

16 Паулус тороп баҫты ла ҡулы менән ишаралап тынлыҡҡа саҡырҙы: – Исраилдар һәм Алланан ҡурҡыусы башҡалар, тыңлағыҙ!

17 Исраил халҡының Аллаһы беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙы һайлап алған. Мысыр ерендә булғандарында уларҙы бөйөк халыҡ иткән һәм Үҙенең ҡөҙрәте менән Мысырҙан алып сыҡҡан.

18 Сүлдә ҡырҡ йыл буйы уларға ҡарата түҙемлек һаҡлаған.

19 Ҡәнғән ерендә ете халыҡты юҡ иткәндән һуң, шул ерҙе Исраил халҡына аҫабалыҡҡа биргән.

20 Шулай дүрт йөҙ илле йыл үткән. Шунан һуң, Шемуил пәйғәмбәр йәшәгән осорға тиклем, уларға хөкөмдарҙар биреп торған.

21 Шунан улар батша һораған, һәм Алла Бинйәмин нәҫеленән булған Ҡиш улы Шаулды биргән. Ул ҡырҡ йыл идара иткән.

22 Уны тәхеттән төшөргәс, батша итеп Дауытты ҡуйған һәм уның хаҡында: «Мин күңелемә хуш килгән Ишай улы Дауытты таптым. Ул Мин нимә теләһәм, шуны эшләр», – тигән.

23 Алла, Үҙенең вәғәҙәһе буйынса, Исраил халҡына Дауыт нәҫеленән Ҡотҡарыусы Ғайсаны ебәрҙе.

24 Ҡотҡарыусы килерҙән алда Яхъя бөтә Исраил халҡын тәүбәгә килеү билдәһе итеп һыуға сумдырылыу йолаһын үтәргә өндәне.

25 Хеҙмәтенең аҙағында Яхъя: «Мине кем тип уйлайһығыҙ? Мин һеҙ көткән кеше түгел. Әммә минең арттан Берәү килә. Мин Уның аяҡ кейеменең бауын сисергә лә лайыҡ түгелмен», – тине.

26 – Туғандар! – тип һүҙен дауам итте Паулус. – Ибраһим нәҫеле балалары һәм Алланы ололаусы башҡа кешеләр! Ҡотҡарылыу хаҡындағы был хәбәр беҙгә ебәрелде.

27 Йәрүсәлим халҡы һәм уларҙың башлыҡтары Ғайсаның кем икәнен таныманы, Уны хөкөм итеп, пәйғәмбәрҙәрҙең һәр шәмбе уҡыла торған һүҙҙәрен ғәмәлгә ашырҙы.

28 Үлем язаһына тарттырырлыҡ һис бер ғәйеп тапмаһалар ҙа, Пилатостан Уны үлтереүҙе талап иттеләр.

29 Ғайса хаҡында Изге Яҙмала яҙылғандарҙың бөтәһе лә тормошҡа ашҡас, Уны арҡысаҡтан төшөрөп, ҡәбергә һалдылар.

30 Әммә Алла Уны үленән терелтте.

31 Ул Үҙе менән Галилеянан Йәрүсәлимгә килгән кешеләргә күп көндәр дауамында күренде. Хәҙер ул кешеләр – халыҡ алдында Уның шаһиттары.

32-33 Беҙ һеҙгә Һөйөнөслө Хәбәр алып килдек: Алла Ғайсаны терелтеп, аталарыбыҙға биргән вәғәҙәне беҙҙең өсөн, йәғни уларҙың балалары өсөн, ғәмәлгә ашырҙы. Был Зәбүр китабының икенсе мәҙхиәһендә яҙылғанса булды: «Һин – Минең Улым, Мин бөгөндән Һиңә Ата булдым».

34 Тәнен серетмәйенсә Уны үленән терелтеп торғоҙоуы тураһында иһә Алла былай тигән: «Дауытҡа бирелгән изге һәм ышаныслы вәғәҙәне һеҙҙең өсөн бойомға ашырасаҡмын».

35 Һәм бүтән бер урында ла: «Изге бәндәңдең тәнен серетмәҫһең», – тип яҙылған.

36 Үҙ мәлендә Алла ихтыярына хеҙмәт иткән Дауыт иһә вафат булды, аталары янына ерләнде. Уның тәне серене.

37 Ә Алла терелтеп торғоҙған Зат серемәне.

38 – Шулай итеп, туғандар, һеҙгә мәғлүм булһын! – тип һүҙен дауам итте Паулус. – Һеҙгә Ғайса аша гонаһтарығыҙҙың ғәфү ителеүе хаҡында белдерелә.

39 Муса ҡануны тормошҡа ашыра алмағанды Ғайса атҡарҙы: Уға инанған һәр кем Уның аша Алла тарафынан аҡланыр.

40 Һаҡ булығыҙ, һеҙҙең менән пәйғәмбәрҙәр әйткәнсә килеп сыҡмаһын:

41 «Мыҫҡыл итеүселәр, ҡарағыҙ! Хайран ҡалып юҡҡа сығығыҙ. Һеҙҙең көндәрҙә Мин шундай ғәмәл ҡылам, һөйләһәләр ҙә, ышанмаҫһығыҙ».

42 Паулус менән Барнабас ғибәҙәтхананан сыҡҡанда, халыҡ уларҙан, киләһе шәмбелә лә ошо хаҡта һөйләгеҙ әле, тип үтенде.

43 Йыйылыш таралғандан һуң күп йәһүдтәр һәм, йәһүд диненә күскән диндар кешеләр Паулус менән Барнабас артынан эйәрҙе. Илселәр, улар менән әңгәмә ҡороп, уларҙы Алла мәрхәмәтендә ҡалырға өгөтләне.

44 Икенсе шәмбелә бөтә ҡала тиерлек Раббы һүҙен тыңларға йыйылды.

45 Ә йәһүдтәр, халыҡтың күплегенә көнләшеүҙән эстәре ташып, Паулус әйткәндәргә ҡаршы әрләшә башланы.

46 Паулус менән Барнабас ҡыйыу рәүештә: – Алла һүҙе иң элек һеҙгә иғлан ителергә тейеш ине, – тинеләр. – Әммә һеҙ уны кире ҡағаһығыҙ һәм шуның менән үҙегеҙҙең мәңгелек тормошҡа лайыҡ түгел икәнегеҙҙе күрһәтәһегеҙ. Шунлыҡтан беҙ башҡа халыҡтарға мөрәжәғәт итәбеҙ.

47 Раббы бит беҙгә: «Ҡотолоу Һинең аша ер йөҙөнөң иң алыҫ төбәктәренә барып етһен тип, Һине халыҡтар өсөн яҡтылыҡ сығанағы итеп ҡуйҙым», – тигән бойороҡ бирҙе.

48 Йәһүд булмағандар был һүҙҙәрҙе ишетеп ҡыуанды һәм Раббы һүҙен данланы. Мәңгелек тормош өсөн һайлап алынғандарҙың барыһы ла иманға килде.

49 Раббы һүҙе шул тирәләге барса ерҙәргә таралды.

50 Әммә йәһүдтәр, мәшһүр ғаиләләрҙән булған диндар ҡатындарҙы һәм ҡаланың етәксе кешеләрен ҡотортоп, Паулус менән Барнабасты эҙәрләне, уларҙы был төбәктән ҡыуҙыртты.

51 Паулус менән Барнабас иһә, уларға ҡаршылыҡ йөҙөнән, аяҡтарындағы туҙанды ҡағып төшөрҙө һәм Иконион ҡалаһына китте.

52 Ә шәкерттәрҙең күңеле ҡыуаныс һәм Изге Рух менән һуғарылды.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan