Ғамос 7 - Изге ЯҙмаСаранча, ут ямғыры һәм ауыртмаҡ 1 Раббы Хаким миңә шундай күренмеш иңдерҙе: бына батша өлөшөнә төшкән иген йыйылып, баҫыуҙар ҡабат йәшелләнә башлағас, Ул саранча тубы хасил итте. 2 Саранча ерҙәге бар үләнде, сәсеүлектәрҙе ашап бөттө, һәм мин: – Эй Раббы Хаким, ярлыҡаһаңсы. Яҡуп нәҫеле нисек түҙер? Ул бик аҙ һанлы бит, – тинем. 3 Шунан Раббы кире уйланы: – Был хәл булмаясаҡ, – тине. 4 Раббы Хаким минең күҙ алдыма түбәндәге күренеште баҫтырҙы: бына Ул, халҡын хөкөм итмәк булып, ут саҡырҙы. Ут диңгеҙ һыуҙарын төбөнә тиклем ялмап йотто, ерҙең бер өлөшө лә янды. 5 Һәм мин: – Эй Раббы Хаким, туҡтаһаңсы, улайтма. Яҡуп нәҫеле нисек түҙер? Ул бик аҙ һанлы бит, – тинем. 6 Раббы Хаким кире уйланы: – Был булмаясаҡ, – тине. 7 Ул миңә тағы бер нәмә күрһәтте: бына Ул, бөйөк Хаким, текә диуар өҫтөндә тора, Уның ҡулында – ҡурғаш ауыртмаҡ. 8 Раббы минән: – Нимә күрәһең, Ғамос? – тип һораны. Мин: – Ҡурғаш ауыртмаҡ, – тип яуап бирҙем. Шунан бөйөк Хаким: – Бына Мин ауыртмаҡты халҡым Исраил араһына урынлаштырам. Башҡаса Мин уларҙы ғәфү итмәйәсәкмен, – тине. – 9 Исхаҡ нәҫеленең табыныу ҡалҡыулыҡтары юҡҡа сығыр, Исраилдың мөҡәддәс урындары емерелер, Яровғам батша йортона ҡаршы ҡылыс күтәрермен. Ғамос менән Бейт-Ил ҡаһины Амасъяһ 10 Бейт-Ил ҡаһины Амасъяһ Исраил батшаһы Яровғамға: – Ғамос исраилдар араһында һиңә ҡаршы ҡотҡо тарата. Уның һөйләгән һүҙҙәрен ер күтәрерлек түгел, – тип әйтеп ебәрҙе. – 11 Сөнки Ғамос былай ти: «Яровғам ҡылыстан үләсәк, Исраил халҡы үҙ еренән һөргөнгә ебәреләсәк». 12 Бына һуң Амасъяһ Ғамосҡа: – Эй әүлиә, хәҙер үк бынан Йәһүҙәгә кит, унда пәйғәмбәрлек итеп, тамаҡ туйҙыр. 13 Инде Бейт-Илдә пәйғәмбәрлек итмә. Был батшаның изге урыны, батшалыҡтың ҡорамы! – тине. 14 Ғамос Амасъяһҡа: – Мин пәйғәмбәр ҙә, пәйғәмбәр нәҫеленән дә түгелмен. Мин мал ҡарайым һәм ҡырағай инжир ағастарын тәрбиәләйем. 15 Әммә Раббы, мине көтөүҙәремдән айырып: «Бар, Минең халҡым исраилдарға пәйғәмбәрлек ҡыл», – тип ҡушты. 16 Ә хәҙер Раббы һүҙенә ҡолаҡ һал! Һин миңә: «Исраилға ҡаршы пәйғәмбәрлек ҡылма, Исхаҡ нәҫеленә ҡаршы һөйләмә», – тип әйтәһең. 17 Шуға күрә Раббы былай ти: «Ҡатының ҡалала фәхишә булыр, Ул-ҡыҙҙарың ҡылыстан һуйылыр, Ереңде бүлгеләп алырҙар, Үҙең иһә хәрәм бер илдә үлерһең. Исраил халҡы үҙ тупрағынан Һөргөнгә ҡыуылыр, ҡыуылмай ҡалмаҫ». |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia