Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ғамос 6 - Изге Яҙма


Вайымһыҙ һәм тәкәббер исраилдарға ҡайғы

1 Ҡайғы һеҙгә, Сиондағы вайымһыҙҙар, Самария тауында үҙен именлектә тип һанағандар, Беренсе булып һаналған халыҡтың затлылары, Ярҙам һорап, янығыҙға Исраил нәҫеле килгән түрәләр!

2 Барып ҡарағыҙ Калнеға, Ул ерҙән бөйөк Хамаҫҡа үтеп, Артабан пелешти Ғаҫына төшөгөҙ: Һеҙ ул батшалыҡтарҙан ҡеүәтлерәкме? Әллә биләмәгеҙ уларҙыҡынан ҙурыраҡмы?

3 Афәт көнөн йыраҡ һанап, Золом тантанаһын тиҙләтәһегеҙ.

4 Фил һөйәгенән эшләнгән затлы йыһаздарҙа Ғәмһеҙ генә йәйелеп ятаһығыҙ; Йомшаҡ түшәктәрегеҙҙә рәхәтләнеп Көтөүҙәге бәрәстәрҙең, аҙбарҙағы башмаҡтарҙың Һимеҙерәген ҡайыраһығыҙ;

5 Лира сиртеп йыр һуҙаһығыҙ, Гүйә, Дауыт кеүек оҫта уйнайһығыҙ.

6 Иң затлы хушбуйҙар һөртөнөп, Ҡорбан сеүәтәләренән шарап һемерәһегеҙ, Ә Йософ нәҫеленең афәте һеҙҙе һис ҡайғыға һалмай.

7 Шуға күрә һөргөнгә иң тәүҙә китерһегеҙ, Унда кәйеф-сафаға урын булмаҫ.

8 Раббы Хаким Үҙе менән ант итә, Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, былай ти: «Яҡуптың тәкәбберлегенән екһенәм, Уның ҡәлғәләрен күрә алмайым. Бар халҡы менән ҡалаһын Дошман ҡулына тапшырам».

9 Әгәр берәй йортта ун кеше ҡалһа, улары ла үлер.

10 Яндырыр өсөн мәйетте алырға килгән туғаны, уны өйҙән сығарғанда, эстә ҡалыусынан: «Унда һинең менән кем бар?» – тип һорар. Тегеһе: «Бер кем дә юҡ», – тип яуап бирер. Шул саҡ ул: «Шым! Раббы исемен телгә алма», – тиер.

11 Тиҙҙән Раббы бойороҡ бирер ҙә, Ҙур йорттар селпәрәмә килер, Бәләкәй йорттар емерелеп төшөр.

12 Аттар ҡаяла сабамы? Үгеҙҙәр диңгеҙ һөрәме? Ә һеҙ ғәҙел хөкөмдө – ағыуға, Хаҡлыҡ емешен әсе әремгә әйләндерҙегеҙ.

13 Ло-Деварҙы алдыҡ, тип һөйөнәһегеҙ, Ҡарнаимды үҙ көсөбөҙ менән яуланыҡ, тиһегеҙ.

14 – Эй Исраил нәҫеле, тиҙҙән Мин Һеҙгә ҡаршы бер ҡәүемде ҡотортам, – Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, шулай ти. – Улар һеҙҙе Лево-Хамаҫтан алып Ғарава үҙәненә тиклем иҙәсәк.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan