Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Галаттарға 5 - Изге Яҙма


Иреккә саҡырыу

1 Мәсих беҙҙе ирекле булыр өсөн азат итте, шуға күрә ныҡ булығыҙ, үҙегеҙҙе ҡабаттан ҡоллоҡ ҡалыбына дусар итмәгеҙ.

2 Тыңлағыҙ, мин, Паулус, һеҙгә әйтәм: әгәр сөннәткә ултыртылаһығыҙ икән, Мәсихтән һеҙгә бер ниндәй ҙә файҙа булмаҫ.

3 Ә сөннәтләнеүсе һәр кешенең Муса ҡанунының бөтөн талаптарын да үтәргә тейешлеген тағы бер тапҡыр раҫлайым.

4 Һеҙ үҙегеҙҙе ҡанун менән аҡларға тырышаһығыҙ икән, тимәк, Мәсихтән айырылдығыҙ, Алла мәрхәмәтенән мәхрүм ҡалдығыҙ.

5 Әммә беҙ Рух аша Алла алдында иман менән аҡланыуыбыҙҙы ышаныс менән көтәбеҙ.

6 Ғайса Мәсихтә сөннәткә ултыртылыуҙың да, сөннәтһеҙ булыуҙың да бер ниндәй ҙә әһәмиәте юҡ, мөхәббәт аша эш итеүсе иман ғына әһәмиәткә эйә.

7 Иман юлында һеҙ алға киткәйнегеҙ. Хәҡиҡәткә буйһонорға һеҙгә кем ҡамасауланы һуң?

8 Бындай ышандырыу бит һеҙҙе саҡырған Алланан түгел.

9 Аҙ ғына әсетке лә бөтөн ҡамырҙы әсетә.

10 Мин Раббыға таянып, һеҙҙең башҡа төрлө фекер йөрөтмәҫегеҙгә ышанам, ә арағыҙҙағы баш ҡатырып йөрөүселәр, кем булыуына ҡарамаҫтан, язаһын алыр.

11 Имандаштар, әгәр сөннәткә ултыртылыуҙың кәрәклеген әле лә вәғәзләгән булһам, ни өсөн мине һаман эҙәрлекләйҙәр? Ул ваҡытта арҡысаҡ тураһында өйрәтеүем дә кәртә булып тормаҫ ине.

12 Һеҙҙең аралағы баш ҡатырып йөрөүселәрҙе сөннәтләү урынына тулыһынса бестереп ырғытһындар ине.

13 Имандаштар, һеҙ иреккә саҡырылдығыҙ, тик һеҙҙең азатлығығыҙ тәндең нәфселәрен ҡәнәғәтләндереү өсөн һылтау булмаһын, бер-берегеҙгә мөхәббәт менән хеҙмәт итегеҙ.

14 Бөтә ҡанундың асылын бер һүҙ менән аңлатып була: «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат».

15 Әгәр бер-берегеҙҙе кимереп, этләшеүегеҙҙе дауам итһәгеҙ, бер-берегеҙҙе ҡырып бөтөүегеҙ бар. Һаҡ булығыҙ!


Алла Рухы буйынса йәшәү

16 Һеҙгә әйтәм: Рух буйынса йәшәһәгеҙ, гонаһлы тәбиғәтегеҙҙең теләктәренә бирешмәҫһегеҙ.

17 Гонаһлы тәбиғәтегеҙ – Рухҡа, ә Рух гонаһлы тәбиғәтегеҙгә ҡаршы булғанды теләй. Улар бер-береһенә ҡаршы тора, шуға күрә һеҙ үҙегеҙ теләгәндәрҙе үтәй алмайһығыҙ.

18 Тик һеҙҙең менән Рух етәкселек итә икән, ҡанун аҫтында түгелһегеҙ.

19 Гонаһлы тәбиғәттең ҡылған эштәре билдәле, был – фәхешлек, шаҡшылыҡ, аҙғынлыҡ,

20 ялған илаһтарға табыныу, сихырсылыҡ, дошманлашыу, ыҙғыш, көнсөллөк, ярһыу, мин-минлек, талаш, ялған тәғлимәттәр таратыу,

21 хөсөтлөк, эскеселек, ҡоторонҡо мәжлестәр һәм башҡа шундай яманлыҡтар. Быға тиклем дә иҫкәртә килдем, йәнә иҫкәртәм: бындай юлға баҫыусылар Алла батшалығын мираҫ итеп алмаясаҡ.

22 Алла Рухының емештәре иһә – мөхәббәт, шатлыҡ, именлек, сабырлыҡ, игелеклелек, изгелек, тоғролоҡ,

23 баҫалҡылыҡ, тотанаҡлылыҡ. Бындай сифаттарға бер ниндәй ҡанун да ҡаршы килмәй.

24 Ә Ғайса Мәсихтеке булғандар үҙҙәренең гонаһлы тәбиғәтен ынтылыштары һәм аҙғын нәфселәре менән арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлап ҡуйҙы.

25 Рух менән йәшәйбеҙ икән, Рух буйынса эш итергә тейешбеҙ.

26 Мәғәнәһеҙ данға ынтылмайыҡ, бер-беребеҙҙең йәнен көйҙөрмәйек, бер-беребеҙҙән көнләшмәйек.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan